Яйыҡ
+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Май , 14:05

ЙӘТИМ БЫҘАУ АҪЫРАҺАҢ…

Беҙҙең подъезда өлкән генә йәштәге Хәлимә апай йәшәй. Әле көн күргән йортҡа күсеп килеүебеҙ менән ул нисектер беҙҙе яҡын күреп, аралашып йөрөй башланы. Йыш ҡына фатирыбыҙға инеп, ҡатыным менән оҙаҡ ҡына әңгәмә ҡороп ултыра. Донъяға үҙ ҡарашы булған алсаҡ күңелле апайҙың хәбәрҙәрен тыңлап ултырыуы миңә лә ҡыҙыҡ. Юҡ-юҡта, үҙеңдең яҙмаларыңа индереп ебәрерлек хәл-ваҡиғалар ҙа ишетеп ҡуяһың.

ЙӘТИМ БЫҘАУ АҪЫРАҺАҢ…
ЙӘТИМ БЫҘАУ АҪЫРАҺАҢ…
Булған хәл
Беҙҙең подъезда өлкән генә йәштәге Хәлимә апай йәшәй. Әле көн күргән йортҡа күсеп килеүебеҙ менән ул нисектер беҙҙе яҡын күреп, аралашып йөрөй башланы. Йыш ҡына фатирыбыҙға инеп, ҡатыным менән оҙаҡ ҡына әңгәмә ҡороп ултыра. Донъяға үҙ ҡарашы булған алсаҡ күңелле апайҙың хәбәрҙәрен тыңлап ултырыуы миңә лә ҡыҙыҡ. Юҡ-юҡта, үҙеңдең яҙмаларыңа индереп ебәрерлек хәл-ваҡиғалар ҙа ишетеп ҡуяһың.
Яңыраҡ ҡына Хәлимә апай тағы ла фатирыбыҙҙың ишеген шаҡыны, инеп һаулыҡ һорашып диванға ултырыу менән:
- Кисә «НТВ»-нан «Һөйләшәбеҙ һәм күрһәтәбеҙ» тигән тапшырыуҙы ҡаранығыҙмы? – тип һорай ҙа һалды.
Ҡатыным:
- Юҡ, шул. Кисә Салауатҡа театрға барҙым, - тине.
- Әрәм ҡалғанһығыҙ. Бигерәк тә ғибрәтле нәмә күрһәттеләр. Тапшырыу бөткәнсе ҡайһы бер бәндәләрҙең оятһыҙлығына иҫем китеп, ундағы хәлдәрҙе элек фабрикала бергә эшләгән Зәлифә әхирәтемдең тормошондағылар менән сағыштырып ултырҙым, - тип, апай беҙгә тапшырыуҙың ҡыҫҡаса эстәлеген һөйләй һалды…
- Ысынлап та тетрәндергес әйбер күрһәткәндәр икән, - тигәйнем, Хәлимә апай:
- Зәлифә әхирәтемдеке унан да хужы, - тип, үҙен һәйбәт кенә хикәйәсе итеп күрһәтеп, түбәндәгеләрҙе һөйләп алып китте.
… Стәрлебаш яҡтарында тыуып-үҫкән Зәлифә Ишембайға килеп, тегенсе һөнәрен үҙләштереп, трикотаж фабрикаһында эшләп алып китә. Оҙаҡ та үтмәй күрше цехта мастер ярҙамсыһы булып йөрөгән Ғаяз менән таныша. Егет менән ҡыҙ бер күреүҙә бер-береһенә ғашиҡ булып, ҡауышып та ҡуя. Матур ғына итеп донъя көтөп алып китә йәштәр. Тәүҙә Ғаяздың ата-әсәһе менән бергә йәшәйҙәр. Һуңынаныраҡ, фабрика ике бүлмәле фатир биргәс, башҡа сығып үҙ мөйөштәрендә төпләнәләр. Эшләп тапҡандарын эске-фәләнгә әрәм итмәй, донъяларын бөтәйтеүгә тотоналар. Шулай ҙа ул донъяның бер мөйөшө китек була. Байтаҡ ҡына бергә йәшәһәләр ҙә Зәлифә ауырға уҙа алмай. Табиптарға ла, имсе әбейҙәргә лә күренеп ҡарайҙар, ләкин барыһы ла бушҡа ғына.
Балаһыҙ тормоштоң ни йәме бар инде, аптырағас Ғаяз менән Зәлифә берәй сабыйҙы тәрбиәгә алырға ҡарар итә. Петровскийҙағы балалар йортона барып инеү менән Зәлифәгә «Мама ла, мама!» тип өс йәштәрҙәге бер сибек ҡыҙ килеп йәбешә. Ғаяздың теләге берәй малай алыу булһа ла, ҡатынының һүҙенә ҡаршы килмәй, ҡыҙға ризалаша. Тиҙ арала документтарын йүнәтеп, баланы үҙҙәренә алып
ҡайтып та китәләр. Өйҙә сабый тауышы сығып, йүгереп йөрөгәс донъялары түңәрәкләнеп ҡалған һымаҡ була ла ул, әммә Ғаяз, нисектер, баланы үҙ итмәй. Тәүҙәрәк ҡыҙҙың ҡыланыштарын ҡыҙыҡ күреп, уға әүрәберәк йөрөһә лә, һуңыраҡ биҙә башлай. Сабыйҙы баштан уҡ яҡын күргән Зәлифә иренең ҡыланыштарына аптырабыраҡ ҡала. Бигерәк тә уның «Их, үҙеңдеке булһа ине ул» тип ара-тирә әйтеп алыуҙары йөрәген телгеләй. Һуңыраҡ ире менән араларының нисектер һыуына башлағанын да һиҙемләй. Араҡыны үҙ итеп бармаған Ғаяз һирәк-мирәк төшөргөләп тә, һуңлабыраҡ та ҡайтҡыларға тотоноп китә.
Бер көндө ҡыҙмаса булған ире Зәлифәһенә: “Ғәфү ит инде, ҡатын, мин икенсене таптым, шуға китәм”, - тип хәбәр һала. Ун ике йыл бергә йәшәгән Ғаязының был һүҙҙәре ҡатынға башына таш менән һуҡҡандай тәьҫир итә. Ул иренең: «Фатир ҙа тотошлайы менән һеҙгә ҡала, бары кейемдәрем менән машинаны ғына алам», - тигәнен дә яҙа-йоҙа ғына ишетеп саҡ аңғарып ҡала. Һуңынан беленеүенсә ире шул уҡ фабрикала бухгалтер булып эшләгән бер ҡатынға барып кергән, уныһы алдан уҡ Ғаяз менән йөрөп, ауырға ҡалып, бала ла табып өлгөргән булып сыға.
Ошо урынға еткәс Хәлимә апай хикәйәләүенән туҡтап үҙенсә, ябайыраҡ итеп һөйләп алып китте.
- Була бит шундай бисәләр, кеше ирен тартып алырға, әүрәтергә әҙер генә тороусылар. Әйтерһең дә, ҡатынһыҙ йөрөгәндәре аҙ. Бына мин дә самай дәртле саҡта яңғыҙ ҡалдым, намыҫ ҡушмағас, берәүҙең дә ирен һалдырып алманым. Йә, ярай… Ғаязынан ҡалғас Зәлифә бер аҙ шаңҡыған балыҡтай йөрөһә лә, тиҙ аңына килде. Бар көсөн һалып ҡыҙын, Ларисаны тәрбиәләргә тырышты. Өрмәгән ергә генә ултыртманы инде уны. Ни теләһә шуны ашатты, ни теләһә шуны алып бирҙе. Лариса уҡыуға һәләтле генә булды, әммә барып, күреп йөрөгәс миңә ҡыҙҙың үтә лә үткерлеге аптырата ине. Үҙенә берәй нәмә кәрәк булһа теле, ҡыланыштары менән йөрәк-бауырыңа үтеп инер, кәрәкмәйһең икән – һине шәйләмәй ҙә. Хәҙерге заманда үткер булмаһаң, йәшәүе лә еңел түгел, ә быныҡы саманан тыш артыҡ булды. Юғары кластарҙа уҡығанда тағы бер яман ғәҙәте һиҙелде ҡыҙҙың. Әхирәтемә барғанда ҡайһы саҡ Ларисаның ауыҙынан шарап, тәмәке еҫе борхолдап ҡала ине. Зәлифәгә: “Ниңә ҡыҙыңды аҙыраҡ тыймайһың”, тиһәм: «Йыш ҡына класташтарының тыуған көндәрен үткәрәләр бит, башҡалар ыңғайына эсештергеләйҙер инде», - ти.
Әйтеүемсә, Лариса шәп кенә уҡый ине. Мәктәпте тамамлағас ҡыҙ юрист һөнәре алырға теләк белдерҙе. Ул уҡыу йортона инеү өсөн башыңдағы белемең түгел, кеҫәңдең ҡалын булыуы кәрәк, тигәс
Зәлифә бурысҡа инеп булһа ла аҡсаһын да табып, ҡыҙҙы үткәреп ебәрә алды. Әммә бер йыл да үтмәне Лариса университеттан ҡыуылып, ҡорһаҡ күтәреп Өфөнән ҡайтып та инде. Ҡыҙҙы уҡырға керетә алыуына, уныһының киләсәге матур булырына ышанып, ҡыуанып йөрөгән әхирәтем Ларисаны был хәлде күреү менән нисектер шиңеп, бөршәйеп ҡалды, тиҙ арала сәстәренә сал ҡунды. Һуңғы арала аяҡтары һыҙлап этләтә ине инде, уныһын да саҡ-саҡ һөйрәп атлай башланы.
Лариса бала табыу йортонан ҡыҙ алып ҡайтты. Был баланы әсәһе түгел, башлыса Зәлифә ҡараны. Ә Ларисаның уйында башҡа нәмә ине, өйөнә лә бала имеҙергә генә ҡайтты, тиһәң дә ярай. Шул арала үҙенән күпкә өлкән бер ирҙе өйгә индерҙе. Ярай әле уныһы йыл самаһы ғына йәшәп, Лариса бала табыу йортона китеү менән юҡҡа сыҡты. Йәш әсәй икенсе ҡыҙын да Зәлифә өҫтөнә ауҙарып ҡуйҙы. Был балаға ярты йәш самаһы булғас Зәлифә бөтөнләй, тип әйтерлек аяҡтан яҙып, урынға ятты. Әхирәтем бәҙрәфкә лә саҡ-саҡ барып әйләнерлек хәлдә ине. Ларисаға һуҡрана-һуҡрана үҙ балаларын үҙенә ҡарарға, донъя мәшәҡәттәрен дә атҡарырға тура килде.
Ләкин барыбер әмәлен тапты ул. Бер көндө Лариса алама ғына кейемле сибек кенә кәүҙәле ҡатынды эйәртеп ҡайта.
- Был минең үҙ әсәйем, ул беҙҙең менән йәшәйәсәк, - тип таныштыра, ҡыҙ был Светлана исемле бисәне.
Баҡтиһәң, Лариса детдомға барып, әсәһенең кем икәнен белеп, эҙләп тапҡан икән. Уныһы кеше алдап йөрөгәне өсөн бер-ике рәт ултырып та сыҡҡан булған. Күҙҙәре уйнап торған бик йылғыр бисәгә оҡшап тора ине шул. Был ғына етмәгән, Светлананың икенсе бер детдомда инде буй еткергән тағы ла ҡыҙы булған икән, юллап уны ла үҙҙәренә йәшәргә алып ҡайталар. Зәлифәгә әйтеп тә тормайҙар, хатта. «Был минең фатирым», - тип кенә ебәргән Лариса. Әйтәм бит үткер ҡыҙ ине тип. Мәктәпте тамамлаған йылда уҡ Зәлифәне йүпәләп фатирҙы үҙенә яҙҙыртып ҡуйған булған икән ул. Бына шулай әхирәтемде инвалидтар йортона оҙатып, сит-ят бәндәләр рәхәтләнеп йәшәп ята унда. Йәтим быҙау аҫраһаң – ауыҙ-мороноң май булыр, йәтим бала аҫраһаң – ауыҙ-мороноң ҡан булыр», - тип, «Бүре балаһын бүреккә һалһаң да урманға ҡарай», - тип тә юҡҡа әйтмәгән беҙҙең халыҡ.
Хәлимә апайҙың һөйләгәндәре, бигерәк тә «бүре балаһы» тигәне мине уйланырға, тәрбиәгә алынған балаларҙың артабанғы яҙмышы тураһында ҡыҙыҡһынырға мәжбүр итте. Элегерәк, күпләп тәрбиәгә бала алыу башланғансы уҡ, был изге эшкә тотонған таныштарым байтаҡ ҡына ине. Шуларҙың береһе, инде һикһәнде ҡыуалаған ағай минең һорауыма «э-эй», - тип ҡул һелтәп кенә яуап бирҙе. Ә Ишембайға яҡын ғына ауылда йәшәгән ағай менән апай
ҡыуанышып: «Уңдыҡ балаларҙан, икеһе лә Өфөлә йәшәй, матур ғына эштә эшләй. Аҙна һайын ҡайтып, үҙебеҙгә йәшәргә алып китәбеҙ, тип башты ҡаңғырта», - тинеләр. Тағы бер апай: «Гөрләтеп бергә йәшәп ятабыҙ. Инде ҡыҙымдың балаларын тәрбиәләшәм, кейәүҙең дә һәйбәте эләкте, мине өрмәгән ергә ултыртмайҙар, тиһәң дә ярай. Бабай ғына был көндәрҙе күрә алманы», - тип яуапланы. Ә инде өлкән йәштәге бер ағай менән апай: «Ул малай бар аҡсабыҙҙы һыпырып алып сығып китте лә юҡ булды. Инде нисәмә йыл бер хәбәр ҙә ишеткәнебеҙ юҡ. Ҡаны боҙоҡ булған инде, - тине. Тағы ла бер танышым, дин юлына ныҡлап аяҡ баҫҡан апай: «Мин яңғыҙым тәрбиәләнем малайымды. Алама холоҡло икәнен, хилаф эш ҡылырға әҙер генә торғанын балалар йортонан алып ҡайтҡас та һиҙҙем. Өгөт-нәсихәттәрем, өйрәткән доғаларым бушҡа булманы. Улым тәртибен яҡшы яҡҡа үҙгәртә алды. Хәҙер бергәләп мәсеткә йөрөйбөҙ, ҡалдырмай намаҙын да уҡыйбыҙ. Әлеге көндә әсәй, тип өлтөрәп тора», - тип ҡыуанысын белдерҙе.
Был яуаптарҙы ишетеү менән башымда ике төрлө фекер тыуҙы. Тәүгеһе: «Бүре балаһын бүреккә һалһаң да бүре булып ҡалалыр инде», - булһа, икенсеһе «Айыуҙы ла бейергә өйрәтәләр», - ине. Ә һуңыраҡ кешелеккә хас хис-тойғоларға таянып, бер нәмәгә ҡарамай, балаларҙы йәтимлектән арындырыуға ынтылыу изге эш бит ул, барыбер», тигән уй өҫтөнлөк алды. Ысынлап та әҙәм балаһы ғына түгел, хатта хайуандар ҙа ата-әсәһеҙ ҡалғандарҙы ситкә типмәй. Бында миф булһа ла кеше балаһын имеҙгән шул уҡ бүрене иҫкә төшөрөү ҙә етә.
Мөҙәрис Багаев 
 
 
 

Фото: pixabay.com
Автор:Алия Даутова
Читайте нас в