Яйыҡ
+28 °С
Болотло
Новости
16 Май 2022, 11:13

Бүләгең өсөн рәхмәт!

Асель Нуритдинова чемпионка исемен яуланы

Бүләгең өсөн рәхмәт!Бүләгең өсөн рәхмәт!
Бүләгең өсөн рәхмәт!

Мейәс ҡалаһында  Бөйөк Еңеүгә бағышлап 2012-2013 йылдарҙа тыуған балалар араһында дзюдо буйынса асыҡ турнир  үтте.

 Учалы балалар-йәштәр спорт мәктәбенән дүрт йәш көрәшсе ҡатнаша.

-Өс спортсыбыҙ призер була алманы әлегә. Хәйер, Силәбе, Төмән, Екатеринбургтан көслө ҡаршылаштар килгән мәртәбәле ярышта тәжрибә алдылар, еңеүҙәре алда көтәлер әле! – ти тренерҙары Александр Шумков. –Ә бына ҡаланың 5-се мәктәбендә 3-сө класта уҡыған Асель Нуритдинова чемпионка исемен яуланы. Бик тә тырыш һәм таһыллы ҡыҙыҡай.

  Асель көрәш менән ике йыл шөғөлләнә. Ватанды һаҡлаусылар көнөнә бағышланған Учалы турнирында чемпионка булғайны. Һәм хәҙер бына бөтә яҡташтарына  Бөйөк Еңеүгә ҡарата бүләк яһаны.  Гел генә ошолай уңыштар юлдаш булһын!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас