Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
16 Май 2022, 09:00

Гимн аҫтында флаг күтәрҙеләр

Бөгөн Учалы ауылының Башҡорт гимназияһында тантаналы линейка булды. Тик башҡа ваҡыттағыларынан ул нимәһе менән айырылған һуң?

Гимн аҫтында флаг күтәрҙеләрГимн аҫтында флаг күтәрҙеләр
Гимн аҫтында флаг күтәрҙеләр

Бөгөн Учалы ауылының Башҡорт гимназияһында тантаналы линейка булды. Тик башҡа ваҡыттағыларынан айырмалы рәүештә был юлы уҡыусылар Башҡортостан һәм Рәсәй гимндары аҫтында Рәсәй флагын күтәрҙе. Уҡыу аҙнаһына бик шәп старт бирелде, балаларҙың иҫендә ҡалырҙай күренеш булды ул.

Белеүебеҙсә, мәктәптәрҙә флаг күтәреү традицияһын республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров тәҡдим иткәйне. Башланғыс булды, был йола ҡала-районыбыҙҙың барлыҡ белем усаҡтарына ла индереләсәк.

Флаг күтәреү мөмкинлеге уҡыу алдынғыларына, төрлө ярыштар, олимпиадалар, конкурстар еңеүселәренә, ғөмүмән, мәктәп тормошонда актив ҡатнашыусыларға бирелә.

Фото мәғариф бүлеге сайтынан алынды.

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас