

Ололауға лайыҡлы, бөтә ғүмерен дингә арнаған ҡарттайым тураһында бәйән итергә булдым.
Шәрәфетдинов Ғыймаҙетдин Бәҙретдин улы (Ғыймаҙ мулла) Учалы районының Мулдаҡай ауылында 1883 йылда ябай башҡорт ғаиләһендә баш бала булып донъяға килә. Ул бәләкәйҙән бик зирәк, белемгә ынтылыусан була.
Башланғыс белемде Мулдаҡай мәсете янындағы мәҙрәсәлә ала. Шәкерттәр араһында иң зирәге лә, иң шуғы ла була ул. “Хәҙрәт алдында иҙәндә аяҡ салып ултырып нәсихәттәр тыңлай торғайныҡ”, - тип хәтерләй торғайны. Бер көн шулай, тиктормаҫ Ғыймаҙетдинды хәҙрәт дәресенән ҡыуып сығара. Малай йүгереп ҡайтып китә. Өйгә инеү менән әсәһе, ғәйеп үҙендә булғандыр тип, сыбыҡ менән эләктереп сығарып ебәрә. Тышта һалҡын ҡыш, өҫтөнә бер ҡат күлдәк-ыштан, аяҡ яланаяҡ. Өйҙә бары бер пар табанлы быйма булып, уныһын мал ҡарарға сыҡҡан кеше генә кейергә тейеш була. Ҡар өҫтөндә оҙаҡ тороп булмай, Ғыймаҙетдин тиҙ генә утынлыҡтан 2-3 ағас утын ҡосаҡлай ҙа мәҙрәсәгә кире йүгерә. Хәҙрәт, әлбиттә, малайҙы йылмайып ҡаршы ала. Шул хәл тураһында ҡарттайымдың бер нисә юллыҡ шиғыры ла минең хәтерҙә уйылып ҡалған.
...Утын килтерһәң бабайға
“Туйт, малай”, - тип һүҙ ҡуша.
Утын килтерһәң бабайҙың
Һалмаһы һәйбәт бешә.
Мәҙрәсәне яҡшы тамамлаған шәкерттәрҙең уҡыуын дауам иттереүгә Зәйнулла ишандың кейәүе Имашев Әхтәм хәҙрәт бик булышлыҡ иткән. Өмөтлө шәкерттәрҙе ул үҙенең аттарын егеп Троицкиға, Зәйнулла ишандың мәҙрәсәһенә алып барып урынлаштыра торған булған.
Шул арҡала минең ике ҡарттайым да Зәйнулла ишандың мәҙрәсәһен тамамлайҙар. Үрҙә әйтелгән ҡарттайым әсәйемдең атаһы, Моталлапов Мөхәмәҙулла мәзин – атайымдыҡы.
Мәҙрәсәне уңышлы тамамлап ҡайтҡан диндарҙарҙы (Ғыймаҙ) Мулдаҡай мәсетенә, һуңынан Һөйөндөк мәсетенә мулла, ә Мөхәмәҙулланы Илсеғол мәсетенә мәзин итеп тәғәйенләйҙәр. Улар коммунистар мәсеттәрҙе ҡыйратҡанға тиклем халыҡҡа дин таратыу юлында булалар.
Мәҙрәсәлә уҡыған йылдарында Ғыймаҙетдин ҡарттайым Әхтәм хәҙрәттә йәйгеһен кучер булып йөрөгән һәм шул йылдарҙағы бер аяныслы хәлде иҫләй торғайны. Бер көн таң менән ат егеп Әхтәм хәҙрәттең ҡатыны Рәбиғә абыстайҙы (Зәйнулла ишандың ҡыҙы) Мейәс баҙарына алып китә.
Абыстай ауыл ҡатындарынан өҫ-башы, бейек үксәле аяҡ кейеме, һөйләшеүе менән айырылып тора ине, ти. Камзулында алтын һумлыҡтар, бармаҡтарында алтын йөҙөктәр, ауыҙы тулы алтын теш булып, һөйләшеүе лә татарсараҡ, руссаһы ла шартлап торор ине, ти. Баҙарҙа йомоштарын тамамлап, ҡайтырға сығалар. Мейәс менән Мулдаҡай араһы 30-40 саҡрым. Көсөк ауылына етәрәк (Түһәле тауы итәгендә) аттарын ашатып алырға туҡтайҙар. Шул ваҡыт шәп пар атҡа касалка (шәп арба) егелгән берәүҙәр килеп туҡтайҙар. Кучер ат туғара, ә абыстай урыҫтар менән һөйләшә башлай. Шул ваҡыт ҡарттайыма: “Брось кошелек!” - тип ҡысҡыра ла атып та ебәрә. Шул хәлдән һуң абыстай фажиғәле вафат була, ҡарттайым бер айҙан һуң ғына аяҡҡа баҫа, ләкин байтаҡ ваҡыт һөйләшә алмай. Әхтәм хәҙрәткә килә: “Мин яҙып биреп торам, хәҙрәт уҡып, бер туҡтауһыҙ илап ултырҙы”, - тип һөйләй торғайны.
Ғыймаҙетдин ҡарттайымды ауыл халҡы ғына түгел, тирә-яҡ ауылдар халҡы ла бик хөрмәт итәләр ине. Оло быуын кешеләре әле лә Ғыймаҙ мулланы тик яҡшы һүҙҙәр менән иҫкә алалар. Аят мәжлестәренә ауылдан-ауылға түгел, Ҡоншаҡ, Арғаяш яҡтарына ла саҡыралар ине. Әле лә хәтерләйем: “Ҡорбан байрамына “беҫтекеләр” ҙә килергә тейештәр”, - тип көткәне бар ине. Учалы мәсете имамы Тажетдинов Вәкил хәҙрәт ҡарттайымды бик хөрмәтләне, вафат булғас, тәрбиәләп ерләне.
Ҡарттайым биш ваҡыт намаҙын, ураҙаны ҡалдырманы. Берәй кеше вафат булһа, уға Ҡөрьән сығырға ҡушһалар, ул Ҡөрьәнде төндәр буйына уҡып, мәрхүмдең 40-ына тиклем тулыһынса уҡып бөтөр ине.
Намаҙ уҡығанында беҙ, балалар, шып-шым ғына тыңлап ултыра инек. Бер йыл Ураҙа айы бесән ваҡытына тура килде. Хәтерләйем, көн шул тиклем эҫе ине. Ололар төшкө ашҡа ултырҙылар, ә ҡарттайым килмәй, ситтәрәк һаман бесән саба. “Ҡарттайығыҙҙы көтмәгеҙ, беҙҙең Ураҙа ваҡыты”, - тип, ҡәртнәйем дә ашҡа ултырманы. Был 50-се йылдар була.
Дини байрамдарҙы йәшеренеп кенә үткәрәләр ине, сөнки дин ул ваҡытта ҡаты тыйылды. Ураҙа байрамына (ғәйеткә) тик бабайҙар ғына берәм-берәм Санабүкән тауына йүнәлделәр. Байрам булһа, ҡарттайым сәлләһен ҡалдырмай торғайны. Был юлы ла ул сәлләһен ҡуйынына тығып алды. Беҙ ҙә, Фәйхүнә иптәшем менән уның артынан эйәрҙек. Бабайҙар Санабүкәндең ҡуйы урманы эсендә ҡор булып ултырып, аят уҡый ғына башлағайнылар, атҡа атланған милиционер килеп, уларҙы ҡыуа башланы. Шулай итеп Ураҙа ғәйете боҙолдо. Икенсе йылына бабайҙар ғәйеткә Күмәс тауы урманына ҡаса-боҫа барҙылар, ләкин үткән йылдағы хәл тағы ҡабатланды. Ауылда уларҙы аңдып йөрөгән ошаҡсы үҙенең ҡара эшен тағы атҡарҙы. Өсөнсө тапҡыр ғәйет байрамына ҡарттарҙы Орловка ауылында йәшәүсе Ғилмишәриф бабай үҙенең яңы өйөнә саҡырҙы. Килеп кергән милиционерға ул: “Мин үҙ өйөмдә үҙем хужа, кемде саҡырырға башҡаларҙан һорамайым”, - тигән мәғәнәлә дәғүә күрһәтеүсегә ҡаты ғына итеп яуаплай. Был юлы ошаҡсының һүҙе өҫкә сыҡмай. Байрамдан ҡартар ҙур ҡәнәғәтлек менән ҡайта.
Ҡарттайым 1906 йылда (23 йәшендә) Мулдаш ауылы ҡыҙы – 13 йәшлек Ғәйниямалға өйләнә. Улар бик татыу ғүмер итеп (67 йыл), бер бөртөк ҡыҙ, минең әсәйем Хәкимәне үҫтерәләр. Ҡарттайым оҙон ғүмерле булды. Һау-сәләмәт йәшәп, 1975 йылдың 10 ғинуарында Учалы ҡалаһында ҡыҙы Хәкимә ҡулында баҡыйлыҡҡа күсте һәм Учалы ауылы зыяратында ерләнде.
Ҡарттайым бөтә яҡтан һәләтле ине: Ҡөрьәндең күп өлөшөн ятҡа белде, матур йырлай торғайны, шәберәк сағында башҡортса өҙҙөрөп бейене лә. Башҡорт, рус, фарсы, ғәрәп телдәрен яҡшы белде.
“Ислам дине хаҡ дин, ул барыбер кире ҡайтасаҡ”, - тип беҙгә һәр ваҡыт ҡабатлай торғайны. Ысынлап та, уның ышанысы бушҡа булманы, хаҡ дин кире ҡайтты, Аллаһҡа шөкөр.
Ғыймаҙ мулла бәйет, мөнәжәттәрҙе лә күп белде, күбеһен үҙе ижад итте. Иҫемдә ҡалғандарҙың береһе:
“Тоғролоҡ ҡыл, сын мосолман
Юлына керәм тиһәң.
Изгелек ҡыл, ташлама
Ҡөрьән юлын Тәңрем тиһәң.
Изгелектең диңгеҙендә
Талпына күр көс менән.
Аҡ ҡанатлы аҡ фәрештәң
Ҡашыңа осһон тиһәң.
Шунда булырһың мосолман,
Шунда булырһың әҙәм.
Шунда ... ... нәжәт һин
Тоғро юл Ҡөрьән тиһәң”.
Автор: Рәйсә БАЯЗИТОВА,
Мулдаҡай ауылы.
Фотола – Ғыймаҙетдин мулла ҡатыны Ғәйниямал менән.