

Белорет районының Абҙаҡ ҡасабаһында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әмирхан Хәрисов иҫтәлегенә билмау менән көрәш буйынса турнир үтте. Белорет, Әбйәлил һәм беҙҙең Учалы районының йәш көрәшселәре көс һынаша.
Тренер Александр Шумков хәбәр итте:
-1-се һанлы Башҡорт лицейының 7-се класс уҡыусыһы Фидан Баҡыев көмөш миҙалға лайыҡ булып һөйөндәрҙә, Учалы ауылындағы Ә.Хөсөнөтдинов исемендәге мәктәптән Данис Сибәғәтәллин 3-сө урынға сыға алды. Иң мөһиме – барыһы ла әһәмиәтле тәжрибә алды, иң сағыу ҡаҙаныштары алда икәнлегенә иманым камил!