Яйыҡ
+28 °С
Болотло
Новости
18 Май 2022, 09:25

Аяныслы төн

Ире артынан соланға йүгереп сыҡҡан Гөлзифа бындай картинаны күрермен тип һис көтмәгәйне, бер нисә секунд эсендә мең төрлө уйҙар йүгереп үтте уның башынан....

Аяныслы төнАяныслы төн
Аяныслы төн

Аяныслы төн

Булған хәл

Күҙгә төртһәң дә күренмәҫ көҙгө ҡараңғы төн. Әллә нимәһен бәйҙән ысҡынырҙай булып ярһып өрә лә өрә тышта ҡарағолаҡ,йөрәккә шом һалып.
Бәләкәстәрен йоҡлатып бөтөп,уттарҙы һүндереп ятыуы булды Гөлзифаның, кемдер дөбөр шатыр ишек ҡаға башланы, әйтерһең ут һүнеүен көтөп кенә торған.әҙ генә лә туҡтап тормай, ишекте емереп алмаҫ тимә.-Уф,уята инде балаларҙы, бар әле тиҙерәк сығып ҡара, бындай ҡараңғы төндә кем йөрөй, итәгенә ут ҡапҡандай булып,тип ирен ҡабаландырҙы. Ишекте шаҡып ҡына ҡалмай ишеү ҡатын ҡыҙ тауышы ла ҡушылды,-откройте, откройте пожалуйста! Бәй, кем йөрөй икән,тип Гөлзифа үҙе лә йәтәхәнләп кейенергә кереште ҡараңғылыҡҡа.ире тышҡы тупһаның утын ҡабыҙыуға,-не бойтесь, откройте, помогите, пожалуйста тигән тауыш тағы ла нығыраҡ көсәйҙе. Ире артынан соланға йүгереп сыҡҡан Гөлзифа бындай картинаны күрермен тип һис көтмәгәйне, бер нисә секунд эсендә мең төрлө уйҙар йүгереп үтте уның башынан....
Буялған һары сәстәре туҙған,күҙ аҫтары ҡап ҡара булып буялып бөткән,инәнән тыума шәп шәрә урыҫ ҡатыны тора ире ҡаршыһында, аяғында ла бер нимә юҡ.ике ҡулы менән яланғас түштәрен,оят ерен ҡапларға тырыша, тештәре тешкә теймәй һерелдәй,өшөп ҡалтыранған ҡатын берсә Гөлзифаның иренә, берсә үҙенә текләп бер нисә секунд өндәшмәй торғас,-пожалуйста не выгоняйте,помогите,тип әйтә алды. Ир менән ҡатын бер нимә аңламай бер береһенә ҡараштылар ҙа,ишек келәһен элеп өйгә саҡырҙылар ҡатынды. Ҡапыл ғына ҡул осонда бер кейем дә юҡ тота һалып кейҙерергә,ире,-мә, исмаһам уранып ултыр, бәлки әҙерәк йылынырһың тип йылы еңел юрғанды тотторҙо. Гөлзифа әле һыуынып өлгөрмәгән сәйнүген ҡайнатырға ҡуйып, йылы юрғанға төрөнөп тә әле һаман калтыранған ҡатын ҡаршыһына сүкте. Бая тышта көр генә сыҡҡан тауыш тынған. Ҡатын кеше туҡтай алмай илай ине,өнһөҙ генә, тауыш тынһыҙ.ирендәрен ҡымтып тешләгән, күҙҙәренән эре эре күҙ йәштәре туҡтауһыҙ түгелә. Өнһөҙ... тауыш тынһыҙ илай... Туҡтай алмай илай ҡатын....
Кем һин? Һыуыҡ ҡараңғы төндә шәрә яланғас кем сығарып ебәрҙе? Нимә выждан итте һине был хәлдә ҡалырға? Кем?...
Гөлзифа ла бер һүҙһеҙ ҡалды. Төпсөп һорашырға батырсылыҡ итмәне. Бары тик ҡатынды йәлләп яурындарынан ҡосаҡланы,уның туҙған сәстәрен һыйпап,башын үҙ түшенә ҡыҫты. Ҡатынға әйтерһең шул ғына кәрәк ине, йәлләүсеһе табылғанғамы,әллә һаман үҙендә тыйып тота алмаймы, аңлайышһыҙ һөйләнеп,үкереп иларға кереште. Күпме шулай ултырғандарҙыр,уларҙы газдағы сәйнүктең ташып түгелеүе бүлдерҙе, Гөлзифа сәйнүген һүндереп, өҫтәл әҙерләгәндә ҡатын тынысланырға тырышты,төрөнөп ултырған юрғанын төшөрөп ебәрмәҫкә тырышып бер ҡулы менән ҡымтып тотоп ишек төбөндәге умывальникта бит ҡулын йыуып алды. Өҫтәл артында ла һүҙ башлаусы булманы, ҡайнар сәйле стаканды ике усына ҡыҫып урыҫ ҡатын бер нөктәгә текәлеп ултыра бирҙе, тыйып тота алмаған күҙ йәштәрен ара тирә ҡул һырты менән һөртөп, мыш мыш танау тартҡан тауыш ҡына тынлыҡты боҙа ине.Гөлзифа, ҡапыл ғына нейҙер иҫенә төшкәндәй ырғып торҙо, һыуытҡыстан теге көндө ҡунаҡтан ҡалған ярты шешә араҡыны килтереп сығарҙы. Эсәһеңме тип һорап та тормай рюмкәне мөлдөрәмә тултырып ҡойоп ҡатын алдына терәне. Тик өндәшмәҫ ҡатын күҙ һирпеп тә ҡараманы араҡыға. Гөлзифа тағы бер рюмка сығарып үҙенә лә ҡойоп, рюмка тотҡан ҡулын ҡатынға һуҙҙы. Үҙе эсмәһә лә шулай өс рюмканы һүҙһеҙ көсләп тигәндәй теге ҡатынға эсерҙе. ашамай эскәнгәме, әллә әҙерәк тынысландымы, яйлап ҡатындың теле сиселә башланы. Кемдәр уны ошо хәлгә ҡалдырғанын ул яйлап хәтеренә төшөрөп,өҙөп йолҡоп һөйләргә кереште...
-Апайым дауаханала ята. Эштән ҡайтҡас, улай былай ғына ашарға әҙерләп, тиҙ генә барам да ҡайтам тип юлға сыҡтым. Барғанда автобус менән барҙым да ул, мин уйлағанса тиҙ генә бара һалып ҡайтып булманы шул. Дауаханала ятҡан кешегә уныһы кәрәк, быныһы кәрәк. Кәрәкле ваҡ төйәк әйберҙәр артынан магазинға сығып килдем, ҡайһы бер дарыуҙары кәрәк тигәстәре тағы аптекаға сыҡтым. Постельдә ятҡан апайымды ла килә һалып, әҙ генә һөйләшеп тә ултырмай кире ташлап сығып китергә баҙнат итмәнем шул. Ваҡыт та бит тиҙ үтә, автобустар китеп бөткән, ара бик яҡын булмаһа ла, ҡайтып етермен әле ҡараңғы төшкәнсе,өйҙә ике бала бар, атайҙары ҡайтырға тейеш эштән, иртәгә тағы ла эшкә, ҡайтыр кәрәк тип юлға сыҡтым. Эләгеп һағып ярты юлды тиерлек үттем инде, артабан китергә машиналар юҡ, әйтерһең бөтәһен тыйып ҡуйғандар, бер машина үтһәсе... Көҙгө көн ҡыҫҡа, тиҙ генә ҡараңғы төштө. Ярты юлда ҡалдым, ней теге яҡта, ней был яҡта түгел, аптырап тороп булмаҫ тип йәйәү атланым, тышта һыуыҡ, тик торһаң өшөтә, атлап барһам исмаһам йылынырмын тип уйланым. Тышта ҡараңғы, төндә яңғыҙыңа юл сатында бигерәк ҡурҡыныс икән... Ҡараңғылыҡты ярып фар яҡтыһы күренде. Күңелемдә әҙгә генә өмөт сатҡыһы барлыҡҡа килде...тик был машина миңә юл ыңғайы түгел ине... Ҡаршы килгән машина мине үтеп китеп бер аҙ барғас кире боролдо, минең тәңгәлдә туҡтап, унан ир кеше ишеген асып, был ҡараңғы төндә яңғыҙ ярым ҡайҙа юл тотоуымды һорашты, әйҙә илтеп ҡуяйым тип өндәште.ҡыуанысымдың сиге юҡ ине, рәхмәттәремде уҡый уҡый артҡы ишеккә үрелдем...Машинала водительдән тыш тағы өс ир барлығын күргәс әҙерәк баҙап ҡалдым, тик ҡайтыу теләге көслөрәк ине, тағы ла ҡараңғы төндә яңғыҙ юл уртаһында ҡалыуҙан да ҡурҡтым. Мин ултырған машина кире юлға боролдо,ҡалдырығыҙ,туҡтағыҙ тип минең инәлеүемә берәү ҙә өндәшмәне,илап үтенеүемә ҡолаҡ һалыусы булманы. Ярҙам итергә теләк белдереп, алдап мине машинаға ултыртҡан кешеләр ҡара эсле ҡәбәхәттәр булып сыҡтылар...арттағы ике ир минең кейемдәремде систерергә маташҡанда береһенең ҡулын тешләнем,шул ваҡыт башыма береһенең ҡаты йоҙороғо эләкте.. Артабан мин яҙа йоҙа ғына иҫләйем... Күпме барғанбыҙҙыр, ҡайҙа,билдәһеҙ... Аңыма килгәндә мин шәрә яланғас инем... Улар дүртәүләп мине мыҫҡылланылар...нәфселәрен ҡандырып күңелдәре булғас ошо ауыл эргәһендә,ошо хәлдә машинанан ташлап киттеләр...Ауыл ситендәге беренсе өйгә йүгерҙем, һеҙгә... Башҡаса сарам юҡ ине... Ғәфү итегеҙ һеҙҙе борсоған өсөн.... Балыҡсы ирҙәр ине шикелле... Уларҙың да өйҙә ҡатындары, ҡыҙ балалары барҙыр, көтәләрҙер...
Гөлзифаның,-полициялар сакырайыҡ, тоторҙар, үҙ язаларын алырға тейеш улар тигән һүҙенә ҡатын ҡырҡа ҡаршы төштө.- Бөтә илгә фаш булырға теләмәйем, уларға ла Хоҙай үҙ хөкөмөн сығарыр,язаһыҙ ҡалмаҫтар.ә минең өйҙә балаларым бар, минең был хәлем уларҙың киләсәгенә кире йоғонто яһауы бар.... Ә иремә нимә тип әйтермен... Нимә тип аҡланырмын уның алдында...аңлармы... Билдәһеҙ...тип тағы күҙ йәштәренә быуылды ҡатын.
Был төндө Гөлзифа ла, билдәһеҙ ҡәбәхәттәр ҡулына дусар булған ҡатын да керпек ҡаҡмай уткәрҙеләр. Береһе бер тәғәм ризыҡ ҡапмаһалар ҙа әленән әле сәй яңыртып өҫтәл артында таң ҡаршыланылар...
Гөлзифа кәүҙәгә сибек кенә ҡатын, был ҡатынға яраған кейем тапмай биҙаланды. Нимәнелер үҙенекен,нимәнелер күрше ҡатындан алып кейҙереп, иртәгәһен автобусҡа оҙата сыҡты.юлына етерлек аҡсаһын тоттороп ҡулына, исемен дә белмәгән ҡатынды ҡосаҡлап, түҙемлек сабырлыҡ теләп оҙатып ҡалды... Автобус ҡуҙғалып китеп күҙҙән юғалғанса ҡуҙғалманы урынынан Гөлзифа... Балаларымды,якындарымды Аллам үҙе һаҡлаһын, юлдарында шундай ҡара уйлы ҡәбәхәттәр осрамаһын ине тип теләне күп балалы йәш әсә....
Гөлзифа һымаҡ ысын күңелдән,бер яуапһыҙ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер кешеләр күберәк булһын ине ул тормошта... Үҙебеҙҙе,балаларҙы һаҡлайыҡ, бер беребеҙгә иғтибарлыраҡ булайыҡ.

Фото интернеттан алынды.

Сығанаҡ: https://vk.com/public183747604?w=wall-183747604_144

 

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас