Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
18 Май 2022, 09:55

Йәшәү шатлығы

Төрлө була мәлдәр... Шатлыҡтар ҙа,Ҡайғылар ҙа тора алмашып.Һағыш томанынан сыға алмай,Йөрөгән мәл була, аҙашып.

Йәшәү шатлығыЙәшәү шатлығы
Йәшәү шатлығы

Йәшәү шатлығы.

Төрлө була мәлдәр... Шатлыҡтар ҙа,
Ҡайғылар ҙа тора алмашып.
Һағыш томанынан сыға алмай,
Йөрөгән мәл була, аҙашып.

Шул ваҡытта күңелеңдә һис тә
Һүрелмәһен бер ут сатҡыһы:
Томандарҙы ярып юл күрһәтер
Мәңгелек ут - йәшәү шатлығы.

Сикһеҙ матурлығы еребеҙҙең
Һағыш томандарын таратһын.
Йәшәү көсөн, бөйөклөген раҫлап,
Һәр көн иртән яңы таң атһын!

Сәкинә Тотманова.

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас