Яйыҡ
+24 °С
Дождь
Новости
18 Мая 2022, 05:40

Йыл уҡыусыһы булды

Учалы коррекцион мәктәп-интернатында белем алыусы Илнар Мәсәлимов мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар өсөн уҙғарылған “Йыл уҡыусыһы - 2022” республика конкурсында икенсе урынға лайыҡ булған.

Йыл уҡыусыһы булдыЙыл уҡыусыһы булды
Йыл уҡыусыһы булды

Учалы коррекцион мәктәп-интернатында белем алыусы Илнар Мәсәлимов мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар өсөн уҙғарылған “Йыл уҡыусыһы - 2022” республика конкурсында икенсе урынға лайыҡ булған.

Йәмғеһе был ярышта Башҡортостандың 22 мәктәп-интернатынан һәм коррекция мәтәптәренән балалар ҡатнашҡан. Уҡыусылар дөйөм белем биреү фәндәре буйынса көс һынашҡан, шулай уҡ ағас, слесарь эштәре, тегеү һәм бәйләү оҫталығы, дөйөм физик әҙерлек буйынса ла үҙҙәрен һынап ҡараған.

Беҙҙең Илнар “Эрудит”, “Оҫта ҡулдар”, “Шәберәк, бейегерәк, көслөрәк” тигән өс номинацияла ла яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән. Афарин! Ҡыйыу егетебеҙҙе һәм уны ярышҡа әҙерләгән педагогтарҙы ла ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, уңыштар теләйбеҙ!

 

Фото Учалы районы хакимиәте сайтынан алынды.

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас