Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
19 Май 2022, 10:15

Башҡортостанда ковидтан үлем осраҡтары йәнә арта башланы

Ике көн элекке менән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк.

Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда COVID-19 раҫланған алты пациент үлгән.  Ике көн элекке менән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк. Бөтәһе 5 637 кеше вафат булған.

Пандемия башланғандан алып республикала 287 123 сирле теркәлгән. Бөгөнгә 163 пациент дауаханала ята, 33-ө — ауыр хәлдә. 559 кеше өй шарттарында дауалана.

Башҡортостанда вакцинация дауам итә, 2 490 043 кеше уны тулыһынса тамамлаған (прививка яһатырға тейешле халыҡтың 100,2%).

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-05-13/v-bashkirii-snova-nachala-rasti-smertnost-ot-covid-19-2802766

Автор:Алия Даутова
Читайте нас