1 июлдән Башҡортостанда инвалидлыҡ юллауҙың яңы ҡағиҙәләре ғәмәлгә индерелә. Башҡортостан Республикаһының Хеҙмәт, ғаилә һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, хәҙер шәхсән барып йәки ситтән тороп экспертиза үтергә мөмкин.
Кемдәрҙең 1 июлдә инвалидлыҡ ваҡыты сыға, уларға ваҡытында медик-социаль экспертизаға йүнәлтмә юлларға кәрәк.