Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
19 Май 2022, 03:54

"Минең менән Надежда Константиновна һөйләште"

Будь готов! Всегда готов! Пионерия көнө менән!

"Минең менән Надежда Константиновна һөйләште""Минең менән Надежда Константиновна һөйләште"
"Минең менән Надежда Константиновна һөйләште"

Мәскәүҙә «Детгиз» нәшриәтендә 1963 йылда сыҡҡан баҫма «Звучат горны» тип атала. Был китап Башҡортостан пионер ойошмаһының 40 йыллығына арналған. Унда республикабыҙҙың билдәле яҙыусылары һәм журналистары үҙҙәренең бала саҡ йылдары хаҡында хәтирәләре менән уртаҡлаша. Авторҙар араһында әҙәбиәт.

Яҡташыбыҙға бәйле өҙөктө килтерәйек:

Мөхәмәт Хәйҙәров

1915 йылдың 7 мартында Учалы районының Өргөн ауылында донъяға килә.
1930 – 1933 йылдарҙа Бело­рет металлургия техникумында уҡый.
1956 – 1958 йылдарҙа Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙа белем ала. Ситтән тороп Максим Горький исемендәге Әҙәбиәт инс­титутын тамамлай.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. I дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, «Батырлыҡ өсөн» һәм башҡа миҙалдар менән наградлана.
1933 йылдан журналистика өлкәһендә эшләй. Учалы район гәзитенең мөхәррире, «Ленинсы» республика йәштәр гәзитендә бүлек мөхәррире булып эшләй. Бик күп очерк һәм фелье­тондарында шул осорҙоң көнүҙәк проблемаларын яҡтырта.
1937 йылда репрессияға элә­гә һәм иркенән мәхрүм ителә. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң, 1950 йылдарҙа, әҙәби ижад менән әүҙем шөғөлләнә башлай. 6 пьесаһы республикабыҙ театр­ҙарында ҡуйыла. Уларҙа әҙәп-әхлаҡ темалары үткер күтәрелә.
«Үҙебеҙҙең егет» исемле пьесаһында ауыр холоҡло малайҙар һәм ҡыҙҙар яҙмышы һүрәтләнә. Әҫәрендә, һиҙгер психолог булараҡ, изгелектең яуызлыҡты еңеүен оҫта алымдар ярҙамында яҡтырта.
1970 йылдарҙа Мөхәмәт Хәй­ҙәров проза өлкәһендә уңышлы эшләй. «Тау алмағасы», «Әгәр һин булмаһаң», «Кейәү», «Бормаланып аға Урал», «Алтын һуҡмаҡ» тигән китаптарында яҙыу­сының повес­тары, хикәйәләре һәм пьесалары тупланған.
«Китмәҫкә килдем» романы иһә – автобиографик әҫәр. Ул 1930 йылдарҙағы илебеҙҙә бар­ған репрессия осорон һүрәтләй. Был фажиғәләрҙе үҙе кисергән­гә күрә лә яҙыусының китабы дөрөҫлөктө сағылдырыуы менән әһәмиәте тағы ла ҡиммәте­рәк.
...Етем үҫкән Мөхәмәт Хәйҙәровтың бала сағы байҙарға батрак булып үтһә лә, тормошонда иҫтә ҡалырлыҡ ҡыуаныслы ваҡиғалар ҙа була. Ул Мәскәүҙә I Бөтә Союз пионерҙар слётында ҡатнаша. Ҙур шәхестәр – Михаил Иванович Калинин, Надежда Константиновна Крупская менән осрашып һөйләшеү бәхетенә өлгәшә. Бөтә ил буйлап йыйылған делегаттарҙы Мәскәү кешеләренең ғаиләләренә тараталар. 14 йәшлек Мөхәмәт Хәйҙәровты автозавод инженеры Артемьевтар ғаиләһе ҡабул итә. Уларҙың үҙ балалары булмау сәбәпле, егетте уллыҡҡа алырға ла теләк белдерәләр. Ә бит Мөхәмәткә Мәскәүҙә ҡалып, яҙмышын бөтөнләй яңы биттән башлау мөмкинлеге лә тыуа. Әммә буласаҡ яҙыусы, тыуған яҡтарына тоғролоҡ һаҡлап, Башҡортостанға ҡайта.
Хәйер, әйҙәгеҙ, был хаҡта уның иҫтәлектәре аша танышайыҡ.

Минең менән Надежда Константиновна һөйләште

Ул көндөң сыуаҡ сентябрь иртәһе ғүмерлек хәтеремдә ҡалды. Мин Учалыға бара торған оло юл ситендә ултырам. Ә эргәләге ҡыуышта минең хужам хырылдай. Ул – бай, ә мин – уның батрагы. Ниңә тормош шулай ғәҙел түгел икән? Илебеҙҙә совет власы урынлашты, ә мин ошо һимеҙ, ҡотһоҙ байға ярарға тырышып, таңдан таңға тиклем бил бөгөргә мәжбүрмен.
Эргәмдән генә сумкаларын арҡаларына аҫҡан, күңелле көлөшкән уҡыусылар Учалыға мәктәпкә китеп бара. Ә мин уҡый ҙа, яҙа ла белмәйем. Ошо минуттарҙа үҙемде яңғыҙ һәм бәхетһеҙ итеп тойҙом: «Тағы күпме ваҡыт был әрәмтамаҡҡа эшләргә һәм ыҙаланырға тейешмен? Ҡасан мин дә мәктәпкә барырмын?» Шул мәл башыма ҡапыл ҡыйыу фекер килде: «Ә бына хәҙер торам да барам. Барам. Әйҙә, бай асыуынан шартлаһын!»
Байҙың аттарын ҡайынға бәйләнем дә балалар артынан мәктәпкә йүгерҙем. Тупһала мине муйынына ҡыҙыл галстук таҡҡан ҡыҙ ҡаршыланы. Аҙаҡ белдем: пионервожатый икән. Тормошомда уның ниндәй мөһим роль биләйәсәген мин күҙ алдыма ла килтерә алмай инем әле.
Тап ул, Һылыу Шәйхелисламова, миңә Учалы крәҫтиән йәштәр мәктәбенә уҡырға инергә ярҙам итте. Уның аша мин пионерҙар хаҡында белдем. Тап ул үҙ ҡулдары менән миңә ҡыҙыл пионер галстугын бәйләне.
Был хәлдәр 1927 йылда булды. Ә ике йылдан Башҡортостан пионер ойошмаһының башҡа делегаттары менән бергә Мәскәүгә пионерҙарҙың Бөтә Союз слётына юлландым. Миңә ул саҡта 14 йәш ине.
Илебеҙҙең баш ҡалаһына барыуҙы ғүмеремдә лә онотаһым юҡ. Ҡазан вокзалында нисек ҡаршы алыуҙары, үҙ туғандарындай беҙҙе ҡабул иткән ҡунаҡсыл Мәскәү кешеләрен, слёт көндәрен, ысынлап та, оноторлоҡ түгел ине.
Күпселек делегаттар Мәскәү ғаиләләрендә йәшәне. Мине автозавод инженеры Артемьев һәм уның табип булып эшләгән ҡатыны үҙ балаларындай ҡабул итте. Балалары булмағанғамы икән, күңелсәк башҡорт малайына айырыуса шат ине улар. Ә мин, ысынлап та, күңелсәк инем. Етем балаға уларҙың шул тиклем яҡшы мөнәсәбәте баһалап бөткөһөҙ ҡәҙерле булды. Ошонда, Мәскәүҙә, мин тәүге тапҡыр шатлыҡ тойғоһон кисерҙем.
Шатлыҡ! Ҡанатлы шатлыҡ! Мәскәүҙәге көндәрем минең өсөн тотош шатлыҡ айына әйләнде. Күҙ алдына килтерегеҙ: ике йыл элек кенә байға бил бөккән башҡорт малайы слёт трибунаһынан сығыш яһай. Иң тәүҙә Мәскәүгә Уралдан ҡайнар сәләм тапшырам. Башҡортостан пионерҙарының нисек итеп өлкәндәргә коллективлаштырыу эшендә ярҙам итеүҙәрен бәйән итәм. Үҙем һәм ҡомһоҙ бай, изге күңелле вожатый Һылыу апай Шәй­хелисламова тураһында һөйләйем. Коммунистар партияһына ғәҙел совет власы, колхоздар өсөн рәхмәт белдерәм. Әгәр совет власы, колхоздар булмаһа, мин иҫ киткес баш ҡалаға килә алмаҫ инем бит, тим.
Ә беләһегеҙме, президиумда кем ултыра һәм мине тыңлай ине? Надежда Константиновна Крупская. Уның эргәһендә – Михаил Иванович Калинин! Тәнәфес ваҡытында балалар яныма килеп, мине саҡырыуҙарын әйтте. Ә беләһегеҙме, кем саҡырған – Крупская!
– Әгәр ҙә теләгең булһа, беҙ һине Мәскәүҙә уҡырға ҡалдыра алабыҙ, Ленин исемендәге мәктәптә. Уйла, – тине ул.
Мин юғалып ҡалдым.
Михаил Иванович көлдө лә:
– Һеҙ, Надежда Константиновна, көтөлмәгәнсәрәк мөрәжәғәт итеп, егетте аптырашта ҡалдыр­ҙығыҙ. Миңә ҡалһа, ул үҙенең туған Уралынан айырылырға бик теләмәҫтер кеүек...
Михаил Ивановичтың был һүҙҙәре мине дәртләндереп ебәр­ҙе.
Надежда Константиновна, йылмайып:
– Уйла. Был – бик мөһим эш, – тине.
Шундай ҙур ҡыуаныстан, минең менән Надежда Константиновнаның үҙе һөйләшеүенән, әйтерһең, арҡама ҡанаттар үҫте.
Ошо һөйләшеү хаҡында кис Артемьев иптәшкә лә һөйләнем. Ул да, ҡатыны ла бик һөйөндө һәм мине ҡотланылар.
Надежда Константиновнаның шундай тәҡдим яһауына Ар­темьев­тарҙың шул тиклем ҡыуаныуҙарының сәбәбен аҙаҡ ҡына белдем. Улар минең өйгә ҡайтмауымды, Мәскәүҙә ҡалыуымды теләгән. Вожатый әйтеүенсә, Артемьевтар уллыҡҡа алырға уйлаған.
Иҫ киткес кешеләр! Минең улар­ҙы үпкәләткем килмәне. Тик тыуған яҡтарымдың нисек үҙенә тартыуын аңлата ғына белмәнем. Мин улар алдында үҙемде шундай уңайһыҙ хәлдә тойҙом, әйтерһең, ниндәйҙер насар ғәмәл ҡылғанмын...
Шулай ҙа тыуған яҡтарыма ҡайттым. Һәм дөрөҫ эшләгәнмендер, тип уйлайым.
Беҙҙең Учалы улысындағы беренсе пионер отрядының эше көндән-көн ҡыҙыҡлыраҡ була бар­ҙы. Беҙ концерттар ҡуйҙыҡ, крәҫтиәндәрҙе колхозға индерергә өгөтләгән ҡыҫҡа ғына спектаклдәр уйнаныҡ.
Шул мәлдәрҙән бирле күп йылдар үтте...
Хәҙер Учалыла ла тормош үҙгәрҙе. Ҡуйы урмандар һәм тау­ҙар теҙмәһе аша беҙгә лә тимер юлы һуҙылды. Ҡеүәтле паровоздар һәм тепловоздар тирә-яҡҡа гудоктарын яңғыратып үтте. Ауылдарҙа электр лампочкалары балҡыны, радио аша Мәскәү тауышы ишетелде. Телевидение күрһәтә башланы.
Кешеләрҙең шатлығына ҡарайым да Надежда Константиновнаның яғымлы тауышын ишеткәндәй булам:
– Үҙеңдең ауылыңа ҡайтырға теләүең һәйбәт, – тине ул миңә. – Унда ла хәҙер эштәр күп. Бәхетле бул, балаҡай!
Эйе! Бөтә ауылдаштарым, Тыу­ған илебеҙҙең барлыҡ кешеләре кеүек үк, мин дә бик бәхетлемен!
* * *
Тағы шуны өҫтәп әйтергә кәрәк. Бөйөк Ватан һуғышынан ауыр яраланып ҡайтҡан шағир Мостай Кәрим байтаҡ йылдар Учалыла йәшәгән дуҫы Мөхәмәт Хәйҙәровтың тыуған ауылына барып, халыҡ дауаларын алып ята. Йәйҙең йәмле көндәрендә ғаиләһе менән Өргөндә саф һауа һулай, ҡымыҙ эсеп, ялан-ҡырҙар буйлап, тауҙар­ға менеп, балыҡ тотоп йәненә лә, тәненә лә сихәт ала. Был турала шул көндәргә шаһит булған Учалы халҡы ла, шағир үҙе лә күп мәртәбә яҙып сыҡты. Өргөндә тыуған үлем­һеҙ ижад емештәре иһә әҙәбиәтебеҙҙең алтын фондына ингән. Үҙе золом ҡорбаны булған, яу юлдарын үткән Мөхәмәт Хәй­ҙәров менән Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең дуҫлығы уларҙың ғүмер ахырына тиклем дауам итә. Әммә был инде икенсе тарих...

 

З. МӘҺӘҘИЕВА әҙерләгән ( "Йәншишмә" гәзите төркөмөнән -https://yanshishma.com/articles/be-pioner-sa-tar-a-/2021-10-15/bash-ortostan-pioner-oyoshma-yna-100-yyl-2546787)

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас