Яйыҡ
+20 °С
Ямғыр
Новости
19 Май 2022, 09:58

"Ҡолош мәргәне" асыҡ республика уғатарҙар турниры

"Айыҡ ауыл-2022" Республика конкурсы сиктәрендә күркәм байрам

"Ҡолош мәргәне" асыҡ республика  уғатарҙар турниры"Ҡолош мәргәне" асыҡ республика  уғатарҙар турниры
"Ҡолош мәргәне" асыҡ республика уғатарҙар турниры

Ҡолош ауылында гөрләп-шаулап  Оло йыйын үтте. "Айыҡ ауыл-2022" Республика конкурсы сиктәрендә үткәрелгән акцияла ҡатнашыусы бәләкәй генә ауыл, иҫ китмәле ҙур сара  - "Ҡолош мәргәне" асыҡ республика  уғатарҙар турниры ойоштороп, тирә-яҡҡа һибелгән ауылдаштарын, ырыуҙаштарын, шулай уҡ мәртәбәле ҡунаҡтарҙы йәмле Шәгәр буйына, Үләндек яланына йыйҙы.
Иртә таңдан йыр-моңға тулған яланда һуңғы әҙерлек эштәре йомғаҡланғас, ҡаҙандар эленеп, самауырҙар ҡуйылғас, бар халыҡ сәхнә янына йыйылды. Йола буйынса, аят уҡылып, сараны башлауға фатиха бирелгәс, сәхнәгә Ҡолош ауылы халҡын тәбрикләп  Ураҙ ауылы хәкимиәт башлығы  Жәлил Солтанов, Бөтә донъя башҡорттары  Ҡоролтайы вәкиле  Айнур Сәғитов сығыш яһанылар. Ярышты ойоштороусыларҙың береһе  Илдар Исхаков  был ярыштың халыҡ араһында киң тарала барыуын, 52 уҡсы ярышыуын, унда ғаиләләре менән ҡатнашыусыларҙың булыуын билдәләп үтте.

"Ҡолош мәргәне" бәйгеһенә Учалы уҡсыларынан тыш, Баймаҡ, Әбйәлил һәм башҡа төбәктәрҙән дә йыйылғандар ине. Ярыш ҡыҙыу барҙы. Кескәй генә уҡсылар ҙа, оло йәштәгеләр ҙә һәр этапта үҙҙәренең оҫталыҡтарын күрһәтте: тороп та, тубыҡланып та, ултырып та, арба аҫтынан ятып та атып сәпкә тейҙерҙеләр.

Иң оло уҡсы - Шакиров Зәит бабай, иң йәш - Нурыев Айлина . "Ҡолош мәргәне" исемен ир-егеттәр араһында Хөрмәт Таһиров, ҡатын-ҡыҙҙар араһында Динә Вәлеева, үҫмерҙәр араһында Дамир Юлдыбаев, Анастасия Барсова , 14 йәшкә тиклем  Илгизәр Үҙәнбаев, Илина Һағынбаева , 10 йәшкә тиклем Илнар  Әлмухаметов, Айлина Нурыева  яуланылар.

Һәр ерҙә уйын -ярыштар ҙур ойошҡанлыҡ менән барҙы: берәүҙәре тоҡ менән һуғышһа, икенселәр арҡан тартышты,өсөнсөләр ҡул көрәштерҙе. Ә иң ҡыҙыу алыш волейбол уйнаусылар яланында барҙы. Йыл һайын   Хәҙис Садиҡ улы Зарипов  иҫтәлегенә туғандары, балалары тарафынан уҙғарылған был ярыш быйыл да Ураҙ, Ишмәкәй,Ҡотой һәм башҡа ауылдарҙан күп  командалар йыйғайны. Әммә был сәмле ярышта ҡолоштар һынатманы,беренселек улар ҡулында ҡалды. Бөтә командаларҙа аҡсалата приз, миҙалдар, "Үлемһеҙ полк" тигән яҙыулы футболкалар менән бүләкләнде,  еңеүселәр күсмә кубокты үҙҙәренә ҡайтарҙы.

Сәхнә янындағы күргәҙмәнән дә халыҡ өҙөлмәне: бында ауыл музейының Бөйөк Еңеүгә, халҡыбыҙ тарихына арналған бер өлөшө сығарылған ине. Һәр бер әйбер, һәр бер экспонат барыбыҙҙы ла бала саҡҡа, олатайҙар-өләсәйҙәр тормошона алып ҡайтҡандай булды. Ауыл музейын ойоштороусылар Хәҙис һәм Фәүзиә Сәфуллиндарға һәр кеше оло рәхмәтен белдерҙе.

Байрам ға ҡоролған тирмә эсендә оҫта ҡуллы Флүзә Мөхәмәтйәрова һәм Миңзәлә Мәҙйәрованың эштәре лә күптәрҙе һоҡландырҙы. Уларҙы һатып алырға теләүселәр, һуңынан эшләтеп алырға заказ биреүселәрҙә байтаҡ ине.

      Райондың төрлө яҡтарынан йыйылған һәүәҫкәр артистар, фольклор төркөмдәренең сығыштары сара буйына дауам итте.

Сығыш яһаусылар араһында ауылда тыуып үҫеп, бөгөн ситтә йәшәп үҙ һөнәрҙәре буйынса ҙур уңыштар яулаған Ҡолош ҡыҙ-улдарын, ейән-ейәнсәрҙәрен күреү бик ҡыуаныслы ине.  Гөлсәсәк Муллағәләмова үҙе етәкселек иткән бейеү коллективын алып килеп, ауылдаштарына Гөлназ Ғайсарова һалған "Байыҡ-2021" конкурсы еңеүсеһе "Музейҙә бер төн" бейеүен бүләк итте. Ә инде уның махсус ошо байрам өсөн ҡуйған "Ҡолошомдоң ҡыҙҙары" бейеүен Эльвира Фуат ҡыҙы, Эльвира Рәүеф ҡыҙы һәм Гөлсәсәк үҙе шул тиклем дәртле, матур итеп башҡарҙылар,тамашасылар сығыштың башынан аҙағына тиклем ҡул сабып алҡышланы.Шулай уҡ үҙебеҙҙең ҡыҙыбыҙ Вилә Шакирова етәкселегендәге бейеүселәрҙе лә бик яратып ҡалды ҡолоштар. Вилә Фәнил ҡыҙы һәм Марсель Камил улының өйрәнсектәре йыйынды ғына түгел башҡа бик күп сараларҙы ла йәмләгән. Ойошторусыларҙың уларға рәхмәте ҙур.

   Йыйында йыл буйына үткәрелгән төрлө конкурс, сараларҙың еңеүселәрен дә билдәләнеләр. Шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе еңеүсеһе Рима  Рәхмәтуллинаның сығышы береһен дә битараф ҡалдырмағандыр.Уның үҙе яҙған шиғыр юлдарында һәр береһенең бала сағы, йәшлеге сағылған. Ә йыр конкурсында, Ураҙ музыка мәктәбе йыр ансамбеле еңеүсе булһа, "Һаулыҡ-ҙур бәхет" һүрәттәр конкурсында биш бала әсәһе Әҡлимә Рәхмәтуллина еңеп сыҡты. Йәш ғаиләләр өсөн ойошторолған "Рух бишеге-тыуған ауылым" бәйгеһе еңеүселәре тип Баҡыевтар ғаиләһе табылды. Ҡолош ауылы үҙенең гармунсылары менән дә данлы,  "Уйна, гармунсы дуҫ" конкурсында Әлфиә Ямалетдинова,Нурия Кәримова, Нәдир Минһажовтар әүҙем ҡатнаштылар. Ҡолош ауылы мәҙәниәт йорто янында ойошторолған "Хәтирә" ансамбленең һәр сығышын ауылдаштар көтөп ала һәм көслө алҡыштар менән оҙата. Был юлы ла яңы йырҙары, мөнәжәттәре менән ҡыуандырҙылар.
    Был сара күңел асыу ғына түгел, ә ауылдаштар осрашыуы ла булды. Нисәмә йылдар буйына күрешмәгән, осрашмаған класташтар, туғандар йыйылышып, һөйләшеп шатландылар. Йәш быуынды тыуған төйәккә яҡынайтыу, ауыл киләсәген хәстәрләү, артабан үҫтереү тураһында етди һөйләшеүҙәр ҙә алып барылды. Быуындар бәйләнеше Ҡолошта, Аллаһҡа шөкөр, өҙөлмәгән. Ысынлап та, ауылда күбеһенсә ололар йәшәүенә ҡарамаҫтан, һәр ял һайын йәштәр, ғаиләләр ҡайтып тора. Ауылдаштар үткәргән сараларҙа, өмәләрҙә, ауылға ҡайта һалып, ярҙамлашып, ойошторошоп йөрөүселәр күп. Был йәһәттән Артур һәм Гүзәл Баҡыевтар,Азат һәм Әлфиә Аглеевтар, Гөлнур һәм Лүзә Ямалетдиновалар, Раушания һәм Мәрүәрә Хажиналарҙы өлгө итеп ҡуйырға мөмкиндер.

   Ҡолош оҫтабикәләре килгән ҡунаҡтарҙы, ауылдаштарын тәмле аштар һәм хуш еҫле сәйҙәр менән ихлас һыйланы. Башҡорт халҡының милли аштары менән өҫтәлдәр һығылып торҙо. Башҡорт ҡунаҡсыллығы ошо инде!
Ҡара табын ерендә үткәрелгән Оло йыйын тамамланды. Әммә күңелдә ул оҙаҡ һаҡланыр. Уның әһәмиәте сикһеҙ ҙур: был йыйын ҡолоштар ҙың берҙәмлегенә, рух ныҡлығына, ауылдың киләсәкле булыуына, ныҡлы нигеҙ һалды. Ошондай мөһим сараны үткәреүҙә үҙҙәренең көс-хәлен, ваҡытын йәлләмәгән ауылдаштарға  барыһы ла оло рәхмәт белдерәбеҙ.

 

 Рәйлә Файзуллина,  Хәйбулла районы

 

 

 

Сараны ойоштороусылар эшҡыуар Зәлифә Ғәлина, Артур Баҡыев, "Байрамғол" агрофирмаһы, Ураҙ ауыл ултырағы хакимиәте һәм башҡа спонсорҙарға рәхмәт белдерәләр.

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас