Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
20 Май 2022, 08:30

Был ике аҙна кәмендә ике быуат булып тойолғандыр.

Украинала бурысын тоғро һәм ҡыйыу башҡарған гвардия майоры тураһында

Был ике аҙна кәмендә ике быуат булып тойолғандыр.Был ике аҙна кәмендә ике быуат булып тойолғандыр.
Был ике аҙна кәмендә ике быуат булып тойолғандыр.

“Любизники-любизар,

маладис-маладис!”

 

Украиналағы операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ тураһында ишеткән һайын, “Кешене урын биҙәмәй, кеше урынды биҙәй” мәҡәле иҫкә килә. Ниндәй аҫыл ир-азаматтарҙы үҫтерә төбәгебеҙ!

 

   Денис Хәҙис улы Камалетдинов Учалы ҡалаһында үҫә.  Ҡәҙимге ғаилә: атаһы – төҙөүсе, әсәһе – аптека хеҙмәткәре.  Башҡорт лицейында уҡып, Уральск ауылындағы өләсәһенә йыш ҡайтып йөрөгәнгәме, ҡала малайы булһа ла, туған телендә иркен һөйләшә. Улай ғына ла түгел, спектаклдәрҙә уйнай, КВН командаһы ағзаһы булып тора, хатта, ҡурай һәм ҡумыҙҙа уйнарға ла өйрәнә.

 

Бәләкәй ваҡыттан уҡ, бала уйындарында уҡ төплө ҡарарға килә  – көсһөҙҙәрҙе, бәләгә ҡалыусыларҙы яҡлаусы һәм һаҡлаусы буласаҡ. Олатаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны  Хәйҙәр ағай Йәһүҙин менән  үҙенә  аралашырға насип булмаһа ла, артиллерист, разведчик икәнлеге тураһында хәтирәләрҙә тәрбиәләнә. Өҫтәүенә, атаһы ла ракета һәм артиллерия ғәскәрҙәрендә хәрби бурысын үтәгән. Шуға ла, баштан милиционер булырға хыялланған  малай, үҫә бара ниәтен үҙгәртә. Һәм ҡоро хыял менән сикләнмәй: яҡшы уҡый,  “Бөркөт” илһөйәрҙәр клубында, тренер Артур Гончаров етәкселегендә дзюдо менән ныҡлап шөғөлләнә, йәй һайын уҡыусылар өсөн хәрби лагерҙарға сыға.

-Бик тә кәрәкле тәүге  әрме күнекмәләрен дә  алаң,  иң мөһиме -хәрби һөнәре күңелеңә яҡынмы-юҡмы икәнлеген  алдан белдәләйһең, - ти ул. Үҙе, мәктәпте тамалағас ауырлыҡһыҙ ғына Коломна юғары артиллерия команда училищеһына уҡырға инә.  Тырыш һәм зирәк булғас, һуңынан хәрби карьераһы уңышлы бара – сағыштырмаса йәш майор дәрәжәһенә күтәрелә.

Украиналағы махсус операцияға беренселәрҙән булып йүнәлтелә. Ул штаб начальнигы вазифаһын биләгән артиллерия дивизионын фронт линияһынан 200 километр тәрәнлеккә рейдҡа ебәрәләр. Гаубицалары (ауыр туптар)  дошмандың тетмәһен тетә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса ғына ла,
 ике танк, ике батареяны, дүрт ҡаршылыҡ пунтын (опорный пункт), ун ике блопосты, иллеләп милләтсене юҡ итәләр. Йомшаҡ ҡына әйткәндә, бик ҡатмарлы шарттарҙа эш итергә тура килә уларға.

-Туған телеңде белеү файҙаһы тураһында әйтәйем әле.  Корректировщик (ут  йүнәлтеүсе) булып татар капитаны хеҙмәт итә. Тик бына ни ғәләмәт, дошман батареяһы координаталарын хәбәр итеүе була, тегеләр ашығыс икенсе урынға күсә һала. Дүрт тапҡыр ошолай ҡабатланғас, аңланым – беҙҙең  бәйләнеште нисектер тыңлайҙар, - тип бәйән итә Денис Хәҙис улы.- Шуға ла әмәлен таптыҡ- капитан менән татарса-башҡортса аңлаша башланыҡ.  Нацистар аңламағас,  бер ҙә аңғармайҙар – әллә ҡәҙимге бәйләнеш бара, әллә координаталарын  теүәл асыҡлап, хәҙер ут асасаҡбыҙ. Был хаҡта белгәс, полк командиры: “Башкирцы, молодцы!”- тип хупланы.  Мин ни, көлөп ебәрҙем: нәҡ шул атама менән Беренсе Ватан һуғышында Михаил Кутузов маҡтаған була бит – «Любезные вы мои башкирцы, молодцы!», ошо рәүештә  «Любезники-любизар» йыры  барлыҡҡа килә.

   14 март иптәш майор 35 йәшлек юбилейын билдәләй, ә 16 март танк минаһында шартлай.  Ныҡ имгәнә, ныҡ ауыртына, ләкин артиллерия дивизионы штабы менән етәкселекте дауам итә. Йәнә ике аҙна буйына.  Рейд ваҡытында алмаштырыр кеше табып булмай бит инде, заман артиллерия системалары менән етәкселек махсус белем һәм тәжрибә талап итә.  Ләж ятҡан начальник янында телефонсы егет тоталар, уның аша эш итә. Үҙе ни, ике тәүлектән  көс-хәл менән аяҡҡа баҫа, әммә автомат күтәрергә лә хәле булмай, имгәнеү-яраларҙан яфа сигә.Был ике аҙна кәмендә ике быуат булып тойолғандыр. Күпме генә һыҙланһа ла, хатта ауыртыуҙы баҫҡан дарыуҙарҙы ла ҡулланмай – аңы асыҡ  ҡалырға, үҙе тәүлек әйләнәһенә уяу булырға тейеш бит. Ә промедол аңды томалай, йоҡоға һала. Ошо хәлдә мина яланы аша ла колонна менән үтәләр. Үлемесле “күстәнәстәр” ашыҡ-бошоҡ ҡуйылған була, ти, диҡҡәт менән ҡарағанда алдан абайларлыҡ һәм урап үтерлек, әммә кем тәүге техникала барасаҡ, тигән һүҙ сыҡҡас, яугирҙар бер аҙ ҡойолоп  ҡала. Беҙҙең яҡташ офицер намыҫына семтем дә тап төшөрмәй – тәүге машинаға ултырып, үҙе юл күрһәтеп бара!  Бына шулай, ике аҙна буйы дошман менән дә, тән ғазаптары менән дә көрәшә. Госпиталгә эләккәс теүәл диагноз ҡуйыла: пуля һәм ярсыҡ яралары, быуындар тайыу, контузиялар, ике  ҡалаҡ һөйәге лә һынған.  Ошондай һынауҙарға бирешмәүенә әҙәм ышанмаҫлыҡ!   Юҡҡамы ни,  һуңынан хәрби психолог менән һөйләшкәндә, йән яраларын һауыҡтырырға тейеш ҡатын үҙе күҙ йәштәренә быуылып илай башлаған, тип тә ишеттек.   Был осрашҡанда ҡыҙыҡ хәл дә була. Психолог һорай:

-Кинәт яңғыраған көслө тауыштан ҡурҡа башламанығыҙмы?

Егет кеше һыр бирә торғаны бармы, Денис, юҡ, тип яуаплай. Шул ваҡыт күрше бүлмәлә нимәлер шаҡылдай, әллә форточканы ел һуғып яба, әллә махсус  рәүештә берәй ҡоролма ҡабыҙыла. Яҡташыбыҙ өҫтәл аҫтына нисек  инеп боҫҡанын  үҙе лә абайламай ҡала.  Юғары профессиональ әҙерлек күрһәткеселер был – кем пуляларға баш эймәй алғы һыҙатта ғорур атлап йөрөй, ғүмере оҙон булмай уларҙың. Ә  биш тапҡыр дошман туптары атмағышына эләгеп тә, иҫән ҡалған яугир өсөн бик тә аңлайышлы реакция.

  Ошо көндәрҙә Денис Хәҙис улы  дауаланыуҙан һуң ата-әсәһе янына ла ҡайтып китте. Яҡындар менән осрашыуҙың һанаулы  һәм үтә ҡәҙерле минуттарын урлап, килеп ҡаңғыртып торманыҡ, телефондан ғына һөйләштек.  Шөкөр, тауышы бик көр сыға.

-Әлегә һыҙланыуын һыҙланһам да,  кәйеф күтәренке, сөнки беҙҙең эш – уң, беҙ мотлаҡ еңәсәкбеҙ!- тип билдәләне ул.- Украиналағы хәлдәрҙе күргәс, үҙебеҙҙең хаҡлыҡта семтем дә шөбһә ҡалманы.  Минең фекергә, ҡәҙимге хәрби операция ғына түгел бит ул, Изгелек һәм Яһиллыҡ, Аҡ һәм Ҡара көстәрҙең мәңгелек көрәшендә һынылыш мәле тап әле һәм унда бара. Кем ҡайһы яҡта икәнлеген  һәр кемебеҙгә аныҡ билдәләргә тура килә. Фронтта ғына түгел, тыныс тормошта йәшәгәндәргә лә.

-Ҡолаҡ төбөндә пулялар һыҙғырғанда, өҫтөңә снарядтар яуғанда ныҡ ҡурҡынысмы?

-Әлбиттә. Тик бына миңә, иң киҫкен мәлдәрҙә,  яныма ата-бабаларым рухтары күктән төшкән һымаҡ булып тойолдо. Күмәк йыйылып киткәсебеҙ, бер ҙә ҡурҡыныс түгел (көлә.-Автор). Һәм, әлбиттә, белгән-белмәгән доғалар йәһәт иҫкә төшә. Хәйер,  мәктәптә уҡығанымда беҙҙе мәсеттәргә лә йәрәттәләр, ғәрәп теленә өйрәтергә лә тырыштылар.  Иманым камил – мине иң ҡурҡыныс мәлдәрҙә әсәйемдең изге доғалары ҡурсалап алып ҡалдылар. Һәм, әлбиттә, һөйөклө ҡатыным, ғәзиз балаларымдың көтөүе ҡалҡанға әйләнгәндер. Мөмкинлек булыу менән хәләл ефетемә шылтыратҡайным,  башта икебеҙ ҙә өнһөҙ ҡалдыҡ та ҡуйҙыҡ, бөтә фиғелеңде тетрәндергән тәрән хистәрҙе һүҙ менән әйтерлек түгел..... Тыныс тормоштоң, ябай кеше мөнәсәбәттәренең ысын ҡәҙерен йәшәйеш һәм үлем сигенән һуң айырыуса ныҡ тояһың инде.

     Иптәш майорҙың хәләл ефете Анна ханым Новосибирск ҡалаһынан,  Артемдарына -10, Ксенияларына 7 йәш. Тәбиғи, аталары менән ныҡ ғорурланалар.

-Рейдта булғанда Рәсәйҙән килгән хаттарҙы тараттылар – уҡыусы балалар теләктәшлек белдерә ине беҙгә. Беренсе класс уҡыусыһының  (исеме, адресы күрһәтелмәгәйне) яҙмаларын уҡып күҙгә йәш килде, - тип тамамлай һүҙен яҡташыбыҙ. –Шундай ихлас, эскерһеҙ яҙылған, нур бөркөлгән һымаҡ. Бөтә балалар (Рәсәйҙә, Украинала, бар донъяла)  ошолай яҡты күңелле, ғәмһеҙ булып ҡала алһын, имен шарттарҙа шатланып үҫә алһын өсөн йәнде фиҙа ҡылыу ҙа йәл түгел тигән уй йәшен кеүек һуҡты. Тап шулай!

...яҡташыбыҙға хәрби дәүләт наградаһы биреү юллана, тип ишеттек. Нисек кенә булмаһын, ул беҙҙең өсөн Урал-батыр һәм Шайморатов-генерал вариҫы. Шулай инде, быуат-быуат  элек тә, әле лә  көслө заттың тәҡдире оҡшаш : “Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй ир-егеткәй менән ат башы”. Һәм, әлбиттә, “Азамат” йырының  һуңғы юлдары был мәҡәләнең аҙағында урынлы:”  Аҫыл егет ҡайҙа йөрөһә лә ҡылған эше уның хаҡ булыр”.

 

  Илфат ЯНБАЕВ

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас