Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
20 Май 2022, 08:17

"Һеҙҙең нәҫел - аҫыл заттан, билдәле, бик дан тоҡом".

Бажа - бажа инде ул, урыны башҡа:) Төркөмдәшебеҙҙең матур ҡотлау шиғыры. 

"Һеҙҙең нәҫел - аҫыл заттан, билдәле, бик дан тоҡом"."Һеҙҙең нәҫел - аҫыл заттан, билдәле, бик дан тоҡом".
"Һеҙҙең нәҫел - аҫыл заттан, билдәле, бик дан тоҡом".

Учалы ауылы егете, Фахрисламов Рәмил Рәхмәтулла улын, 60 йәшлек матур юбилейе менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Шатлыҡтарың артып торһон!

Тыуған көнөң ҡотло булһын,
Яҡын дуҫ - Рәмил бажа.
Хоҙай һаулыҡ, бәхет бирһен,
Намыҫың булһын таҙа!
Һеҙҙең нәҫел - аҫыл заттан,
Билдәле, бик дан тоҡом.
Шуға ла һин шәп кешеһең
Һәм матур һинең холҡоң!
Тормошоңа йәм өҫтәһен
Уңған Рәзилә һылыу.
Үҙе ҙур бер бәхет бит ул,
Кәрәкле кеше булыу!
Гел ҡыуандырып торһондар
Өс терәк, өс ҡыҙығыҙ.
Ҡот - бәрәкәттә йәшәгеҙ,
Бай, бәхетле булығыҙ!
Һау булайыҡ. Урап үтһен
Ауырыуҙар, бәлә - ҡаҙа.
...Шатлыҡтарың артып торһон, -
Хөрмәтле Рәмил бажа!

Рамай Ҡаһир, https://vk.com/id470811619

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас