Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
20 Май 2022, 06:40

Штрафтар ваҡытлыса ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда тыйылған урындарҙа сауҙа иткән өсөн штраф һалынмай. Әммә был ваҡытлыса...

Штрафтар ваҡытлыса ғәмәлдән сығарылдыШтрафтар ваҡытлыса ғәмәлдән сығарылды
Штрафтар ваҡытлыса ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда тыйылған урындарҙа сауҙа иткән өсөн штраф һалыу ваҡытлыса туҡтатылды. Был хаҡтағы законды Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ҡабул итте.

Ғәҙәттә, тыйылған урындарҙа оло быуын вәкилдәре үҙ баҡсаһында үҫтергән еләк-емешен, картуфын, төрлө ҡайнатмаларын, ә ауыл халҡы һөт-ҡаймағын, йомортҡаһын һата торған. Был уларға аҙмы-күпме килем килтерә, ҙур ярҙам булып тора. 

Шуға күрә граждандарға, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға, эшҡыуарҙарға, юридик берәмектәргә һәм уларҙың хеҙмәткәрҙәренә хәҙер штраф һалынмай.

Быға тиклем Башҡортостанда рөхсәт ителмәгән урындарҙа сауҙа иткән өсөн штраф граждандарға — 500-3000 һум, вазифалы кешеләргә — 20- 40 мең һум, юридик берәмектәргә 50-100 мең һум ине.

Фото - интернеттан.

 

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас