

21 май, киске сәғәт 8 тирәләрендә, Белорет-Учалы-Мейәс юлының 77-се километрында (Ураҙ ауылы янында) ВАЗ -2108 текә боролош ерендә ҡаршы хәрәкәт һыҙатына килеп сыға, юлдан оса һәм түңкәрелә.
Водитель, Белорет ҡалаһынан 19 йәшлек ҡыҙ, ҡайыш таҡмаған була, шуға ла автомобилдән үҙе лә осоп сыға. Травматология бүлексәһенә һалынған. Анализ айыҡ икәнлеген раҫлай,
-Киҫкен маневрҙар яһарға һис тә ярамай, шулай уҡ имен тиҙлектә генә йөрөр кәрәк – юлдағы хәл-шарттар кинәт үҙгәрһә, автомобилде туҡтатып өлгөр өсөн, - ти ЮХХДИ инспекторы Гөлнара Ғүмәрова.