

Тормош тигәнең шундай ҡатмарлы, һикәлтәле ул: бер көн һинең яратмаған, хатта күрә алмаған кешең, бәлки тәүгеләрҙән булып һиңә ярҙамға ашығыр. Кешеләрҙән йөҙ бормайыҡ!
Зарланмайыҡ!
Әжәл менән рәнйеш йөрөй
Донъя буйлап туҙынып.
Кинәт кемдер китеп бара,
Кемдер ята һуҙылып...
Ҡайғы һәр саҡ алмаш килә,
Аяҡ аҫтында бәлә.
Кеше нәфрәт һәм ҡарғышһыҙ
Йәшәй алмаймы әллә?!
Талашып, рәнйеп йәшәйбеҙ,
Күрәлмәйбеҙ кемделер.
Бәлки шул кеше ярҙамға, -
Югереп килер, кем белер?!
Әйтерһең дә футбол тубы
Ҡайғы йөрөй тәгәрәп.
Һәр бер йортҡа һуғыла ул,
Донъя бит ул - түңәрәк!
Зарланмайыҡ, ҡарғанмайыҡ,
Ҡарғыш ул - ике яҡлы.
Йөрәккә асыу йыймайыҡ, -
Күңелдәр булһын яҡты!
Матур, тыныс йәшәр кәрәк,
Зарланыуҙан ни файҙа?!
...Әжәлдәрҙән аралаусы, -
Фәрештәләр, һеҙ, ҡайҙа?!
Рамай Ҡаһир, https://vk.com/id470811619