Яйыҡ
+28 °С
Болотло
Новости
24 Май 2022, 06:05

Бөгөн көн йылы була

Синоптиктар 24 майҙа ҡайһы-бер райондарҙа көндөҙ 22 градус йылы була, тип вәғәҙәләй.

Бөгөн көн йылы булаБөгөн көн йылы була
Бөгөн көн йылы була

Быйылғы май һыуығы тамам үҙәккә үтте. Өйҙә лә, тышта ла һалҡын...

Ниһайәт, синоптиктар көндәрҙең бер аҙ йылыныуын фаразлай. 

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 24 майҙа көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Урыны менән бер аҙ ямғыр яуасаҡ. Айырым райондарҙа йәшен йәшнәүе лә ихтимал. Ел көньяҡ-көнсығыштан, төньяҡтан секундына 5-10 метр, йәшен ваҡытында киҫкен.

Һауа температураһы көндөҙ +12, +17, көньяҡ-көнсығышта +22 градус булыуы көтөлә.

Сығанаҡ: "Башинформ".

https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-05-24/b-g-n-bash-ortostanda-22-gradus-asa-yylyta-2815406

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас