Яйыҡ
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Май 2022, 11:20

Тағы ла ҡайғылы хәбәр алдыҡ

Украиналағы махсус хәрби операция барышында Рысай ауылынан Илгиз Ғәйфуллиндың һәләк булыуы хаҡында ҡайғылы хәбәр килде.

Тағы ла ҡайғылы хәбәр алдыҡ
Тағы ла ҡайғылы хәбәр алдыҡ

Украиналағы махсус хәрби операция барышында Рысай ауылынан Илгиз Ғәйфуллиндың һәләк булыуы хаҡында ҡайғылы хәбәр алдыҡ...

Илгиз  1996 йылдың 1 апрелендә Рысай ауылында донъяға килә. Хәлиҙә һәм Сәмиғулла Ғәйфуллиндарҙың берҙән-бер генә балалары. 

Егет мәктәптә уҡығанда уҡ бик аҡыллы, тәртипле булыуы, белемгә ынтылыуы менән айырылып тора. Бала саҡтан хәрби булырға хыяллана һәм был теләген тормошҡа ашыра ла. Рысай урта мәктәбен уңышлы тамамлағас, В.Ф.Маргелов исемендәге Рязань гвардия юғары һауа-десант команда училищеһына уҡырға инә.

Украиналағы махсус хәрби операцияла башланғандың тәүге көндәренән үк ҡатнашҡан. Өлкән лейтенант дәрәжәһендә взвод менән командалыҡ иткән булған.

Илгиз Ғәйфуллинға 26 йәш кенә ине... 

Ватаны өсөн ҡорбан булған яҡташыбыҙға мәңгелек дан!

Ата-әсәһенең, яҡындарының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡ теләйбеҙ!

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас: