Яйыҡ
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Май 2022, 16:05

Аҡ юл һеҙгә, сығарылыш уҡыусылары!

Һуңғы ҡыңғырау бөтә уҡыусылар өсөн дә көтөп алынған байрам. Ҡала-районыбыҙҙа быйыл 11-се класты - 292, ә 9-сы класты 826 уҡыусы тамамланы. Сәфәр урта мәктәбенең 11-се класын 5 уҡыусы тамамланы. Ҡыҙҙар һәм егеттәр оло тормошҡа ҡыйыу хыялдар менән аяҡ баҫа. 

Аҡ юл һеҙгә, сығарылыш уҡыусылары!
Аҡ юл һеҙгә, сығарылыш уҡыусылары!

Һуңғы ҡыңғырау бөтә уҡыусылар өсөн дә көтөп алынған байрам. Ҡала-районыбыҙҙа быйыл 11-се класты - 292, ә 9-сы класты 826 уҡыусы тамамланы. Оло тормош алдында торған йәштәр өсөн был көн шатлыҡлы ла, шул уҡ ваҡытта моңһоу ҙа. Тыуған мәктәптән, дуҫтарҙан, яратҡан уҡытыусыларҙан айырылыуы еңелдәрҙән түгел шул.
10-сы мәктәп сығарылыш уҡыусыларын район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов тәбрикләне. Был белем биреү учреждениеһының районда иң алдынғы мәктәптәрҙең береһе булыуын да билдәләне.
-Һуңғы мәктәп ҡыңғырауының сыңы - бала саҡ тамамланыуын һәм үҙаллы оло юл башланыуын белдереүсе тулҡынландырғыс мәл ул. Яңы ғына кеүек: һеҙ ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына мәктәп ишеген астығыҙ, бөтәһе лә алда ине - беренсе уҡытыусы, беренсе ҡыңғырау, үҙаллы уҡыған бересе һүҙ, тәүге шатлыҡтар һәм борсолоуҙар. Бөгөн һеҙ етди ҡарарҙар алдында тораһығыҙ. Алда - ауыр имтихандар осоро, уны лайыҡлы үтергә кәрәк. Унан һуң инде - оло тормошҡа беренсе аҙым, һөнәр һайлау. Һеҙҙең һәр ҡайһығыҙ уҡыу йылдарында тупланған белемдәрен һәм һәләттәрен тормошҡа ашырыуын, ниәтләгән маҡсатҡа ирештерәсәк юлды табыуығыҙҙы теләйем. Һеҙгә ҙур өмөттәр бағлана, районыбыҙҙың, республикабыҙҙың, бөтә Рәсәйҙең киләсәге нәҡ һеҙгә бәйле бит, - тине ул.
Мәктәп директоры, класс етәкселәре лә сығарылыш класс уҡыусыларына үҙҙәренең сәләм һүҙҙәрен, изге теләктәрен еткерҙе. Улар Белем иленә сабыр ғына оҙатып барған намыҫлы, ғәҙел, талапсан һәм изге күңелле беренсе уҡытыусыларына, мәктәп хакимиәтенә, класс етәкселәренә, атай-әсәйҙәренә рәхмәт әйтте.
Сәфәр урта мәктәбенең 11-се класын 5 уҡыусы тамамланы. Ҡыҙҙар һәм егеттәр оло тормошҡа ҡыйыу хыялдар менән аяҡ баҫа. Беренсе синыфтан тик “бишле” билдәләренә генә тырышып уҡыған, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, биология фәндәренән олимпиадаларҙа уңышлы ҡатнашҡан, төрлө кимәлдәге сараларҙың алыштырғыһыҙ алып барыусыһы Әдилә Баҡыева менән уҡыу алдынғыһы, мәктәп “һандуғасы” Зөләйхә Йәнбирҙина үҙҙәренең артабанғы тормошон изге һөнәрҙәрҙең береһе - медицина менән бәйләргә уйлайҙар.
Хәрби әҙерлек дәрестәрендә алдынғылыҡты берәүгә лә бирмәгән, бөтә спорт ярыштарында актив ҡатнашҡан Салауат Әхмәткирәйев та, кластың йәш рәссамы, ораторлыҡ оҫталығы менән төрлө шиғыр конкурстарында еңеүсе Илдус Әбитов та, ғәҙеллек һәм намыҫты үҙ иткән, изге күңелле уҡыу алдынғыһы Радмир Минһажев та төплө белем алып, үҙебеҙҙең тау-байыҡтырыу комбинатына кәрәкле белгестәр булып ҡайтырға уйлайҙар.
Сығарылыш класс уҡыусыларын район Советы сәркәтибе Зариф Ғарипов, муниципаль район Советы депутаты Илдус Әхмәҙуллин тәбрикләнеләр. Сәфәр ауылының "Сәләм" мәсете имам-хатибы Руслан Насиров фытыр-саҙаҡаға йыйылған аҡсанан Хәйриә фонды булдырып, 15 уҡыу алдынғыһын премия менән бүләкләне. Ауыл хакимиәте башлығы Фрунзе Юртаманов та инде традицияға әйләнгән Советтар Союзы Геройы Хәкимйән Әхмәтғәлин исемендәге премияны ике уҡыусыға тапшырҙы. Һәр йылдағыса һуңғы ҡыңғырау тантанаһында районыбыҙҙың танылған яҙыусыһы, яҡташыбыҙ Әҡлимә Сафина үҙ исемендәге булдырылған аҡсалата премияны мәктәптең әҙәбиәт һөйөүсе 4 уҡыусыһына бирҙе.
Ун беренселәрҙең класс етәкселәре Роза Фәрүәз ҡыҙы Әхмәткирәйева барыһын да байрам менән ҡотлап, уҡыусыларға имтихандарын уңышлы тапшырып, төплө белемдәрен күрһәтеүҙәрен теләне, уҡытыусыларға, ата-әсәләргә рәхмәт белдерҙе.
-Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа, ниндәй һөнәр һайлаһағыҙ ҙа тормош ауырлыҡтарына бирешмәгеҙ, үҙегеҙгә дөрөҫ һәм лайыҡлы юл табып, ысын кешеләр булып ҡалығыҙ. Күңелегеҙ саф, ниәттәрегеҙ изге булһын! Һеҙгә һаулыҡ, сабырлыҡ, бәхетле киләсәк һәм барлыҡ хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйем! - тине ул.
Еҙ ҡыңғырау сыңлап, ҙур тормошҡа, оло донъяға атлаған көндәрҙең ғәжәп матур ҙа, тынғыһыҙ ҙа, һоҡланғыс та һәм ҡатмарлы ла булыуын иҫкәрткәндәй тойолдо. Шуға тантаналы линейкала уҡыусыларҙың, ата-әсәләрҙең һәм педагогтарҙың күҙҙәрендә сағылған йәш бөртөктәре ғәжәп түгел. Алда - имтихандар, дуҫтар һәм уҡытыусылар менән хушлашыу, үҙ аллы тормошҡа юл. Аҡ юл һеҙгә, сығарылыш класс уҡыусылары!
Вилиә ЯНБАЕВА.

Автор:Вилия Янбаева
Читайте нас: