Яйыҡ
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Май 2022, 13:29

“Алтын тауыҡ еме”....

Балыҡ ыуылдырыҡ сәсеү осоронда йәнә браконьерҙар тотола

“Алтын тауыҡ еме”....
“Алтын тауыҡ еме”....

Балыҡ ыуылдырыҡ сәсеү мәлендә, 25 апрелдән 5 июнгә саҡлы етди сикләүҙәр индерелә тип яҙғайныҡ.  Ҡолаҡҡа  элмәүселәр, һуңынан  терһәк тешләүселәр быйыл да бар.

2 май Яйыҡта, Аҡҡужа ауылы янында  кәсеп иткән ике ҡала кешеһенә енәйәт эштәре ҡуҙғатылды. “Косынка” ауын интернеттан ҡарап үрәләр ҙә, һынап ҡарамаҡсы булғандар.  Береһе аңлатмала яҙа – ваҡ балыҡты тауыҡҡа ашатырға йыйынғайным.... Бик ҡиммәткә төшә был “ем”, тынлыҡ дәүерендә зыян айырым такса буйынса иҫәпләнә бит.

Яҡташтар үҙҙәре өсөн дә үтә зыянлы ҡырын эш менән булышмаһын өсөн,  эске эштәр бүлегенең өлкән тәүтикшереүсеһе майор Динара Фәсхетдинова үрҙәге енәйәт эшенең иҫәп-хисабын теүәл күрһәтте: 87 баш  ваҡ сабаҡ – зыян 43 500, 1 алабуға -500, 2 табан – 1000, 6 шырт (ерш) – 1200 һум.  Был суммаларҙы түләтеүҙән тыш, РФ Енәйәт кодексының 256-се статьяһының 3-сө өлөшө буйынса  айырым яза һалынасаҡ, енәйәт ҡоралдары тартып алына. Юҡ менән булмағыҙ, йәмәғәт, балыҡ иркенләп үрсеһә, аҙағынан рәхәтләнеп ҡармаҡларһығыҙ!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: