Яйыҡ
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Май 2022, 16:25

Тыныс йоҡлағыҙ, егеттәр!

Илсе ауылында, Миндәк ҡасабаһында Украинала махсус операция ваҡытында, хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған өлкән сержант Марат Мөхәмәҙиев һәм старшина Тимур Хәйруллин хөрмәтенә уҡыған мәктәптәрендә иҫтәлекле таҡтаташ асылды.

Тыныс йоҡлағыҙ, егеттәр!
Тыныс йоҡлағыҙ, егеттәр!

Илсе ауылында, Миндәк ҡасабаһында Украинала махсус операция ваҡытында, хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған өлкән сержант Марат Мөхәмәҙиев һәм старшина Тимур Хәйруллин хөрмәтенә уҡыған мәктәптәрендә иҫтәлекле таҡтаташ асылды.
Марат Мөхәмәҙиевҡа 14 майҙа 36 йәш тулды. Уның өйҙә һөйөклө ҡатыны, 8 йәшлек Эрик улы, 6 йәшлек Арина ҡыҙы һәм 4 йәшлек кенә Эмин улы ҡалды...
Марат Фәрит улы Мөхәмәҙиев - Илсе ауылы егете. Рәмзиә һәм Фәрит Мөхәмәҙиевтарҙың татыу ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Илсе урта мәктәбен уңышлы тамамлағас, БДУ-ның Сибай филиалында физкультура факультетында белем ала. Уҡыуын тамамлағас, әрме хеҙмәтен Әрмәнстанда үтә. Ҡайтҡас Учалы ҡалаһында эшләй, ғаилә ҡора. Һуңынан Марат ғаиләһе менән Сыбаркүлгә күсеп китә һәм хәрби тормошто һайлай. Һигеҙ йылға яҡын ул танк батальонында хеҙмәт итә. Танк взводында танк командиры вазифаһын башҡара. Бихисап Маҡтау ҡағыҙҙарына, миҙалдарға лайыҡ. Украинала махсус операция башланғас, Марат хеҙмәт иткән батальон да ил именлеген һаҡларға, тәртип күҙәтергә, Ватан алдында изге бурысын үтәргә Украинаға юллана.
Әсәһе Рәмзиә Ғәлиәхмәт ҡыҙы һаман Мараттың юҡлығына ышанып бөтә алмай. Улының ололарҙы - ололай, үҙенән бәләкәстәрҙе ихтирам итә белеүен айырыуса билдәләне.
-Йөҙөмә бер ваҡытта ла ҡыҙыллыҡ килтермәне улым. Беҙ уның менән бер-беребеҙҙе күҙ ҡарашыбыҙҙан уҡ аңлай торған инек. Бер насар ғәҙәте лә булманы. Шул тиклем нескә күңелле, кешелекле, кеселекле булды балаҡайым. Хатта урамда уйнап йөрөгәнендә лә йүгереп керә лә, илай башлай ине. "Ниңә илайһың?" - тип һораһам, малайҙар һуғышып китте, ауыртынғандарҙыр инде, тип йәлләр ине, - тип күҙ йәштәрен тыя алмай улыҡайын иҫкә алды, Маратты һуңғы юлға оҙатҡанда ярҙам ҡулы һуҙыусыларға рәхмәттәр уҡыны.
- Марат уҡыған класс татыу һәм берҙәм булыуы менән айырылып торҙо. Барыһы араһында ла Марат үтә ғәҙел, ифрат мәрхәмәтле һәм тыйнаҡ була торғайны. Класта берәй нәмә эшләргә ҡушһаң, йылмайып ҡарар ҙа, тиҙ арала атҡарып та ҡуйыр ине. Һаман ышанмайым уҡыусымдың юҡлығына, күңел әрней, - тине Мараттың класс етәксеһе Рәмилә Тәлғәт ҡыҙы Солтанова.­­­­­­
Старшина Тимур Абрар улы Хәйруллиндың тыуған мәктәбендә иҫтәлекле таҡтаташ асыуға ла ата-әсәһе, яҡындары, ауылдаштары йыйылды.
Тимур 1995 йылдың 2 мартында Миндәк ауылында тыуған. Атаһы Абрар Кирам улы вахта ысулы менән эшләй, әсәһе Резеда Зауир ҡыҙы ауылдың күп функциялы мәҙәниәт йортонда хеҙмәт итә. Ғаиләлә Тимурҙан тыш ағаһы Артур һәм ҡустыһы Ирек тәрбиәләнә.
Тимур 2011 йылда Миндәк урта мәктәбен тамамлағандан һуң Белорет металлургия колледжына уҡырға инә, электр ҡорамалдарын хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау һөнәрен үҙләштерә. 2014 йылда йылда хәрби хеҙмәткә саҡырыла, бер йылдан һуң артабанғы яҙмышын илдең ҡораллы көстәре менән бәйләргә ҡарар итә, контракт төҙөп, Ватанды һаҡларға баҫа.
- Тимурҙы бик изге күңелле, ярҙамсыл егет итеп беләбеҙ. Һәр эшкә лә яуаплы ҡараны, башлағанын аҙағынаса еткереп эшләп ҡуя торғайны. Уның юҡлығына бер ҙә ышанаһы килмәй. Мәктәптә уҡығанда Тимур Рәсәй тарихын, географияны һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәрен яратты, бирелеп уҡыны. Уларҙы “бишлегә” белә ине. Әҙәбиәт һәм техника менән ҡыҙыҡһынды, мәктәптә уҙған бер саранан да ситтә ҡалманы, лидерлыҡ сифаттарына эйә булды, кластарының командиры ине. Бәлки, шуға ла киләсәген хәрби хеҙмәт менән бәйләргә ҡарар иткәндер, - тип илашып иҫкә алдылар Тимурҙы уҡытыусылары.
Тимурҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алғас, мәктәп баҡсаһында ҡарағай үҫентеләре ултыртылды. Ата-әсәһе, улдары иҫтәлегенә мәктәптең яҡшы уҡыусыларын һәр йыл һайын аҡсалата премия менән бүләкләргә һүҙ бирҙе.
Ҡаһарман яҡташтарыбыҙ, тыуған еребеҙҙең лайыҡлы улдары - Марат Мөхәмәҙиев һәм Тимур Хәйруллин кеүек Ватаныбыҙҙы яҡлап, үҙҙәренең хәрби бурыстарын һуңғы һулышҡаса үтәгән егеттәрҙең батырлығы һәм уларҙың ата-әсәләре, ғаиләләре алдында оло хөрмәт менән баш эйәбеҙ. Яҡташтарыбыҙҙың ғаиләләре, яҡындары иңенә төшкән оло ҡайғыны уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡ теләйбеҙ.

Автор:Вилия Янбаева
Читайте нас: