Яйыҡ
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Май 2022, 13:33

Ғаилә менән уғатарҙар

Ғаилә ныҡлы булһын өсөн барыһын да берләштергән дөйөм ҡомар бик тә мөһим.   Ә сәләмәтлеккә файҙаһы, балаларҙы тәрбиләүҙә мөһим роле, ата-бабалар рухына тоғролоҡ тураһында әйтеп тормаҫҡа ла мөмкин – былай ҙа аңлашыла! Тәүәкәлләгеҙ, нисәмә  йәштә лә, иртә лә, һуң да түгел.

Ғаилә менән уғатарҙар
Ғаилә менән уғатарҙар

Бөрйән районының  Әбделмәмбәт ауылында “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә ҙур байрам - "Ҡыпсаҡ йыйыны" уҙа. Йыйында традицион яндан уҡ атыу буйынса "Ҡыпсаҡ уҡсыһы-2022" турниры ла ойошторолдо.
 Учалылар ҙа ситтә ҡалмай. Танылған мәргәнбикәбеҙ Динә Вәлиева  икенсе урын яуланы. Бынан тыш байтаҡ мәргәндәребеҙ  махсус приздарға ла лайыҡ булды.

Үҙе лә, өлкән улы ла махсус приздарға лайыҡ булған, ҡатыны ла  сараға йәм өҫтәгән Илназ Үҙәнбаев менән осраштыҡ.

-Райондан Исламовтар, Фазлетдиновтар менән бергә барҙыҡ. Еңеүҙе беребеҙ ҙә маҡсат итеп ҡуймай, тәбиғәт ҡосағында ял итеү, рухташтар менән аралашыу, беренән-бере яҡшы кешеләр араһында күңел асыу, яратҡан ҡомарың менән булышыу – үҙе үк оло бәхет һәм кинәнес! Был ярыш та бик яҡты тәьҫораттар ҡалдырҙы – тип билдәләне ул.

 Ҡыҫҡаса белешмә биреп китәйек. Сығышы менән Белорет районынан,  2008 йылдан Уральс мәҙәниәт йортонда хеҙмәт итә. Тауыш операторы булыуҙан тыш, йырсы, ҡурайсы булараҡ төрлө конкурс призерҙары булыуының иҫәп-һанына сығырлыҡ та түгел. Ҡатыны Гүзәлиә ханым Ишкен ауылынан, “Ләйсән” ансамбле бейеүсеһе. Татыу ғаиләлә 4 бала үҫтерелә, барыһы ла, ҡалған шөғөлдәргә өҫтәп, уғатарлыҡ менән дә булышалар. Һәр кеменең айырым яны бар икән!  Бына шулай, яҡташтар, ғаилә ныҡлы булһын өсөн барыһын да берләштергән дөйөм ҡомар бик тә мөһим.   Ә сәләмәтлеккә файҙаһы, балаларҙы тәрбиләүҙә мөһим роле, ата-бабалар рухына тоғролоҡ тураһында әйтеп тормаҫҡа ла мөмкин – былай ҙа аңлашыла! Тәүәкәлләгеҙ, нисәмә  йәштә лә, иртә лә, һуң да түгел.  Шөкөр, Учалыбыҙҙа тренерҙар етерлек, тәүләп тотоноусыларға ҡарау-танышыу өсөн ярыштар йыш үткәрелә, ә заманса  яндың хаҡы бер ҙә ат хаҡы түгел – 6-12 мең һум.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: