Яйыҡ
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Май 2022, 14:10

Һин яңғыҙ түгел

Ҡарап торам, һуңғы арала Илзирәнең бөтөнләй кәйефе юҡ. Уның нимәһе бар, тормоштоң төрлө сағы була, тиерһегеҙ. Шулайын шулай, әммә бар ҡиәфәтендә ниндәйҙер өмөтһөҙлөк сағыла ҡыҙҙың. Юғиһә донъяһы ла түңәрәк кенә, маҙаһыҙлаған етди мәшәҡәттәре лә тойолмай кеүек.

Һин яңғыҙ түгел
Һин яңғыҙ түгел
Ҡарап торам, һуңғы арала Илзирәнең бөтөнләй кәйефе юҡ. Уның нимәһе бар, тормоштоң төрлө сағы була, тиерһегеҙ. Шулайын шулай, әммә бар ҡиәфәтендә ниндәйҙер өмөтһөҙлөк сағыла ҡыҙҙың. Юғиһә донъяһы ла түңәрәк кенә, маҙаһыҙлаған етди мәшәҡәттәре лә тойолмай кеүек. Үҙе лә, туғандары ла иҫән-һау. Фатирһыҙлыҡтан интекмәй. Эре банкта яҡшы ғына дәрәжәле ерҙә эшләй. Хеҙмәт хаҡы зарланырлыҡ түгел. Икмәк-һөтлөк кенәме ни?! Ҡара ыуылдырыҡлыҡ!

Бына шундай, ҡарап тороуға бер ҡайғыһыҙ кешеләрҙең балтаһы һыуға төштөмө, йәнем көйә лә китә. Йә инде, нимә тип үртәнергә? Бәлки, уға рухи аҙыҡ етешмәйҙер, тиерһегеҙ тағы. Эйе, уныһы менән килешәм. Шулай ҙа аҡсаға, етеш тормошҡа ҡоролған заманда ул мөһимерәкме? Өҙөп кенә яуаплай алмайым.

Әйтһәм әйтәйем инде, яңғыҙлыҡтан йонсой Илзирә. Ҡырҡы тула, ә һаман өҙөлөп көтөп алырлыҡ яҡын кешеһе, ҡулына алып һөйөрлөк сабыйы юҡ. Кисен яландай өйгә ҡайтып инә лә толҡа тапмай. Аңлайым уны, бына мин дә яңғыҙ. Шулай ҙа, унан айырмалы, ике балам үҫеп килә. Иртәнән алып эштәге һәм ғаиләләге бөтмәҫ мәшәҡәттәр менән булам да кисен аяғымды саҡ һөйрәп түшәккә барып ауам. Ауам да күҙем йомола – иртән тағы иртә торорға, балаларҙы мәктәпкә оҙатырға, өҫ-башты рәтләп, үҙемә лә эшкә ашығырға. Уйланып ятырға форсат юҡ.

Ә Илзирә ятһа ла, торһа ла яңғыҙ. Тәүҙә оҡшай ине үҙен генә ҡайғыртып йәшәүе. Әммә бына аптыраш: рәхәтлектең дә ялҡытыр сиге була икән! Һуңғы арала иһә оторо тынғыһыҙланып китте. Йәше үтеп бара лабаһа! Әхирәттәре лә күптән башлы-күҙле булып бөттө. Ҡайһыһының үҙәгенә ялҡау йә эскесе ир үтһә лә, ҡайһыһы ыбыр-сыбыр балаға батһа ла, көңгөр-ҡаңғыр йәшәп яталар. Илзирә менән кафе-фәлән, концерт-театрға йөрөргә лә ваҡыттары самалы хәҙер. Шулай бер үҙе торҙо ла ҡалды. Ә арыу ғына егетте көндөҙ шәм яндырып эҙләһәң дә табырмын тимә. Йә өйләнгән, йә өйләнергә теләмәй...

Бөгөн дә Илзирә күңелһеҙләнеп ҡайтып инде. Арлы-бирле ҡапҡылап алғас, барып компьютерын ҡабыҙ¬ҙы. Ярай әле, ошо йәнһеҙ дуҫы бар күңелен баҫырға. Осһоҙ-ҡырыйһыҙ интернет киңлеген айҡап йөрөй торғас, ваҡыт үткәне лә һиҙелмәй. Социаль селтәрҙәге шәхсән сәхифәһенә инде. “Ҡайҙа, ниндәй яңылыҡтар бар икән? Кемдәр сәләм күндергән?” Йәһәт кенә хәбәрҙәрҙе ҡараштырып сыҡты, яуаптар яҙҙы. Шунда ғына “ҡунаҡтар” тигән ерҙә ят исемде күреп ҡалды. Туҡта-туҡта, ниндәй егет ул? Кем уның менән ҡыҙыҡһынған? Ҡайҙа, үҙенең сәхифәһенә инеп ҡараһын әле.

Әһә, исеме Инсаф икән. Рәсеменән күренеүенсә, мөләйем генә. Уның йәшендә тиерлек. Ул да Өфөлә йәшәй. Дуҫтарының исемлеге бик оҙон. Күрәһең, уртаҡ таныштары бар. Шуның аша Илзирәне тапҡандыр. Ҡыҙ, ҡыҙыҡһынып, егеттең интернет-битен тикшерергә керешеп китте. Статусына, йәғни бөгөнгө тормош девизына, күҙ һалды: “Һин яңғыҙ түгел”. Илзи¬рәнең һарыуы ҡайнаны, “һин яңғыҙ түгел”, имеш. Яңғыҙ шул, яңғыҙ! Мул тормошло булһа ла, яңғыҙлыҡ үҙәгенә үткән. Ә бит ҡыҙ баланың ҡасан да үҙен һөйгән кеше менән тормош юлын парлап уҙғыһы килә.

Асыу ҡатыш ҡыҙыҡһыныуын еңә алмай, башлап хәбәр ебәрергә йөрьәт итте. “Ҡарап ҡарайыҡ әле, ниндәй дәлилдәр килтерерһең минең яңғыҙлығыма ҡаршы. Бәлки, хәл итеү юлдарын да еңел генә әйтеп бирерһең”. Әсе йылмайып, экранда хәрефтәр теҙә башлағас, ҡулына барып йәбешерҙәй булдым. “Эй, иҫәр! Интернет аша танышыу яҡшыға алып барамы ни? Унда шул йыйын әтрәгәләм ваҡытын нисек үткәрергә белмәй ҡыҙыҡ табып ҡына сафсата һата бит ул! Тәү ҡарауға иң арыу күренгәне лә ысынбарлыҡта йыуан ҡорһаҡлы, пеләшләнеп барған ике балалы, күрекһеҙ генә бер ир йораты булып сыға. Ә шулар араһында күпме алдаҡсы, ҡатыны елкәһендә йәшәгән, хатта, аллам һаҡлаһын, енәйәтсе бар. Уҙған йыл ҡалала юғалған бер ҡыҙ шундай әҙәм аҡтығының ҡорбаны булғайны ла һуң! Ә бе¬рәүһен террорсы итеп әҙерләр өсөн Төньяҡ Кавказға эйәртеп киткән ерҙән саҡҡа ҡотҡарып алып ҡайттылар!” – Ҡысҡырып әйтергә теләгәнем тамағыма таш булып ултырҙы ла ҡуйҙы. Ул бит барыбер тыңламаясаҡ. Нисәмә кеше бер үк тырма башына баҫа-баҫа, үҙ яңылышлығында өрөп ҡабырға өйрәнә. Унан килеп, һәр кемдең үҙ даланы. Кем белә, өлөшөнә төшкән көмөшө, бәлки, шул булыр. Аяҡ салырһың да, аҙаҡ ғүмер буйы үкенеп йәшәрһең, минең генә арҡала бәхетһеҙ булды, тип. Ә бына үҙем һуң баш тартыр инемме бәхетле осраҡтан? Юҡ, әлбиттә! Шулай булғас… Дәлилдәр үҙенекен итте. Ҡыҫылмаҫҡа булдым. Теләгәс, булдырып ҡара, ҡыҙый.

* * *
Ҡурҡҡан эш хәйерле була. Илзирә лә, тәүҙә ҡылығына икеләнһә лә, тиҙ генә яуап хаты алды. Йылы йөкмәткеле ине ул. Инсафтың теле бай, матур. Ипле генә итеп үҙе, ғаиләһе, эше, шөғөлдәре тураһында хәбәр иткән, ҡыҙҙан да хәлдәре хаҡында һорашҡан. Белемле, зыялы икәне күренеп тора. Эй, Хоҙайым, көнө-төнө ошолай хаттар яҙып йышылып бөткәндер инде, виртуаль донъяла экрандың теге яғында ысынында егетме-ҡыҙмы, оломо-йәшме кеше ултырғанын нисек беләһең инде, тип әйткем килһә лә, телемде тешләнем.

Егет әсәһе, һеңлеһе менән йәшәй. Эше компьютерға бәйле. Төрлө фирмаларға, айырым шәхестәргә сайттар эшләй, кешеләргә нисек итеп интернетта аҡса эшләргә кәрәклеген өйрәтә. Биржала ла уйнайым, тигән. Көнө-төнө ултырырға тура килә инде, тип зарланған. Илзирә: “Улайһа, бик байһыңдыр инде”, – тип шаяртҡайны ла, “күптән инде миллионермын” тигән уйынлы-ысынлы яуап алды. Артабан һүҙ ҡуйыртып торманы. Былай ҙа хәҙер күп ҡыҙҙар тәүҙә егеттәрҙең кеҫәһенең ҡалынлығына иғтибар итә. Ҡасан донъя менән мөлкәт идара итә башланы һуң?..

Хәҙер Илзирә көн дә эшенән осоп тигәндәй ҡайта ла, арлы-бирле ҡапҡылап, компьютерына ҡаплана. Ай-һай, ҡыҙый, сиргә һабышаһың бит. Бәйлелек – яман нәмә. Ҡулдарыңдан, муйыныңдан ҡыҫып тотҡанын һиҙмәй ҙә ҡалаһың унан. Минең дә бер мәл “чат”, “аська” тип иҫем-аҡылым ҡороғайны. Ярай, ваҡытында туҡтаным.

Шуныһына ҡыуанам: һүҙҙәре беректе былай. Ҡыҙыҡһыныуҙары, донъяға ҡараштары ла оҡшаш. Әллә ҡасандан бер-береһен белгән кеүектәр. Туғандар, һеңлеле-ағайлы инде, биллаһи! Ләкин Илзирәне һеңле булыу хушһындырмай. Ул инде Инсафты ярата һымаҡ. Осрашҡыһы килә. Үҙенең дә уға оҡшауын һиҙә.

Ситтән тороп кешене яратып буламы ни, һантый? Күр ҙә тор, осрашҡас та бөтә хистәрең ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сығасаҡ. Ғәҙәттә, телефон, компьютер аша аралашҡанда кеше шул тиклем яҡын кеүек. Ә ысынбар¬лыҡта күҙ алдына килтергәндәрең ҡыуыҡ шикелле шартлай. Ниңә улай булғанын үҙем дә аңлай алмайым. Әммә йышыраҡ шулай. Йәше үтеп барған әхирәтем аптырағандан нисәмә йыл интернетта танышлыҡ эҙләй. Юҡ, уңмай бит юлы. Һайланған һаҙға бата, тиһә лә боронғолар, һәр һөйәккә ташланып та булмайҙыр инде. Шуға күрә күңелең ҡайтмаҫ борон ҡайт был уйыңдан. Рәхмәт кенә уҡырһың аҙаҡ.

Э-эй, ғашиҡ йәндәр һине тыңлаймы ни! Үҙ туҡһаны туҡһан уларҙың. Серләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Пар ҙа, килешеп торалар кеүек, тик Инсаф ҡына осрашырға ашыҡманы. Ә Илзирә утҡа осҡан күбәләктәй ҡыланды. Йәл, бик йәл ине ул миңә. Тап мин уйлағанса бара бит эштәр. Ҡылт итеп уйыма “Ҡыҙ баламды ҡыҙғанам” тигән йыр юлдары килде. Күҙҙәремә йәш тығылды. Үҙем дә ҡыҙ үҫтерәм бит…

Илзирә ҡапыл ғына өмөтөн өҙмәне. Инсафтан тәҡдим көттө-көттө лә, ғорурлығын еңеп, “Бөгөн көн бигерәк сыуаҡ. Паркта йөрөгөң килмәйме?” йәки “Ағиҙелдә боҙ китәлер, барып ҡараманыңмы?” тигәнерәк яҙыуҙар ебәрҙе. Егеттән, шуларҙы уҡығас: “Мин дә күптән боҙ киткәнен ҡарарға теләй инем, бергә барайыҡсы һуң”, – кеүегерәк яуап көттө. Ләкин ундай тәҡдим булманы. Урынына: “Килә лә, ваҡытым бик тығыҙ шул”, – тигән ҡоро ғына хәбәр килде. Ҡыҙ ныҡышҡан һайын бөткөһөҙ мәшәҡә¬тәргә һылтанды шулай.
Минең Илзирәгә йәнем көйә башланы. Был тиклем дә һуҡыр булыр икән дә! Нимәһе аңлашылмай, торғаны бер шылғаяҡ бит ул! Күп тә үтмәй, быны иҫбатларға әмәл сыҡты. Юрамал түгел, ысын ярҙам кәрәк булды уға бер көн. Аш бүлмәһендәге эҫе һыу кранының һыры боҙолдо. Шабырлап ағып тик тора. Илзирәнең башына “келт” итеп бер уй килде: “Инсафҡа әйтергә. Моғайын, кире ҡаҡмаҫ. Ундай әҙәмгә оҡшамаған”.

Һи-и, ҡыҙый. Бөгөн тыуҙыңмы ни донъяға! Бөтөнләй ҙә белмәйһең икән хәҙерге тормошто. Баштан үткән инде. Фатир алып, күсенгәнемдә өс таныш ярҙамлашҡайны. Рәхмәт төшкөрҙәре, хаҡ һораманылар. Әйберҙәрҙе ташып бөтөп, ҡыуанып ҡына табын артына ултырғайныҡ, элекке күршем Ринат һаман ниҙер эшләп маташты. Арлы-бирле ҡапҡылап алды ла шкафты йыйып ҡуйҙы. Һуңынан, ултыр инде, тигән ай-вайыма ҡуймай, ҡана, бынау люстраңды ла элеп бирәйем, тип ултырғыс алып менеп китте. Ваҡытында ваҡ-төйәк күренһә лә, әле көн дә шул күршемә рәхмәт уҡыйым. Яңы люстра алып, теге иҫкеһен алмаштырырға булғас, бер таныш ирҙән ҡуйып биреүен үтенгәйнем, әллә күпме йөҙ һыуын түгергә тура килде. Ике ай буйы “ярай” тип йөрөтә торғас, яңғыҙ ҡатындың көсһөҙлөгөнән ғәрләнеп: “Һуң инде, мин уны күптән ҡуйҙырттым”, – тип алданым. Ысынында һаман эленеп тора ул иҫке люстра. Уҙған ҡыш урамда туңып үлгән кешелекле күршемдең яҡты иҫтәлеге булып. Тора бирһен әйҙә.

Был ваҡиғалар миңә һабаҡ булды. Инде берәй нәмә була ҡалһа, түләүле оҫта саҡыртырға хәл иттем. Яҙын йылытыу батареяһы тишелде. Слесарь минең аҡсаға тиҙ генә запас частар килтерҙе. Ышаныслы булһын тип, ҡулыма чек тотторҙо. Теүәл биш йөҙ һумлыҡ. Эшләгәне өсөн ете йөҙ алды. Ирҙәр эшендә рәт беләмме ни, ҡыуанып тороп ҡалдым. Иң мөһиме, торба аҡмай! Бер аҙнанан ул барған ҡаршылағы теге магазинға инергә тура килде. Ҡыҙыҡһынып, слесарь алған әйберҙәрҙең хаҡын белештем. Белешмәһәм ине лә бит! Күҙ ҙә йоммай, йөҙ илле һумға алдаған. Һыуытҡысымды төҙәткән оҫта иһә – өс йөҙ иллегә! Бына ниндәй әтрәгәләмдәр йөрөй эргәлә, Илзирә.

Ысынлап та, күңеленә көҙөк төштө ҡыҙҙың, сөнки Инсаф: “Ғәфү ит, килә алмайым. Теләйһеңме, оҫта ебәрәм?” – тигәйне. Һуң, берәйҙе генә ваҡыт табыр ине бит егет кеше уның менән күрешер өсөн! Башына: “Тимәк, уның һөйгәне бар. Йә ҡатыны. Ә мин уға ваҡыт уҙғарыр өсөн генә”, – тигән уйҙар килде. Аллаға шөкөр, күҙе асылды бит ҡыҙыҡайҙың! Тик иртәрәк һөйөнгәнмен икән. Илзирә Инсафтан бөтөнләй үк баш тартырға ашыҡманы. Аралашыуын дауам итте. Уныһы ла сысҡанды уйнатҡан бесәй кеүек ҡыланды. Өрмәй ҙә, ебәрмәй ҙә! Киреһенсә, үҙе ағза булып торған ирекмәндәр төркөмөнә саҡырҙы. Йәнәһе лә, улар бушлай изге эштәр башҡара, ә ярҙамға мохтаж кешеләр шул тиклем күп.

Ҡушылды ул төркөмгә Илзирә. Берҙән, Инсафты тап итермен, тип өмөтләнде. Икенсенән, үҙенең дә күңеле нескә. Урамда берәҙәк эт-бесәй, ауыр күтәргән әбей, инвалид арбаһындағы ауырыуҙы осратһа ла, йәлләй, ярҙам итергә тырыша. Бәй, бер туған ҡусты-һеңлеләренә лә иң ныҡлы терәк ул бит!

Теләге бойомға ашманы. Ҡала парктарын таҙартҡанда ла, балалар йортона барғанда ла Инсаф күренмәне. Сәбәбен белешкәйне, “бара алмайым, матди яҡтан ярҙам күрһәтәм” булды яуабы. Бошондо, ҡайғырҙы, күҙҙәрендәге осҡондар һүнде ҡыҙҙың. Шулай ҙа күпме ҡыҙыҡлы кешеләр менән танышты Илзирә. Күпме изге эштәр башҡарҙылар бергәләп! Улар араһында үҙен яңғыҙ тойманы. Һыны турайып, йөҙө асылып китте. Кемгәлер кәрәклеген һиҙҙе.

* * *
Илзирә бөгөн уғата етди. Ирекмәндәр менән инвалидтар йортона ярҙам итергә барасаҡтар. Еңел-елпе эш түгел инде. Айырым иғтибар, сабырлыҡ, мөләйемлек талап ителә. Яҙмыштың аяуһыҙ елдәре ҡағылған кешеләргә аҙ булһа ла ҡыуаныс, еңеллек килтерә алырмы икән? Йәлләүен күрһәтмәй, уларҙы типә-тиң күреп аралашырға булдырырмы? Мөмкинлектәре сикләнгән мохтаждар үҙҙәрен кәм тоймаҫмы уның эргәһендә?.. Шундай уйҙар борсоно уны.

Туҡталышта күңелле итеп гәпләшеп торған төркөмдө абайлағас ҡына эсенә йылы йүгерҙе, ниндәйҙер еңеллек тойҙо. Ул бит яңғыҙ түгел. Маҡсаттары ла изге. Нимәнән ҡурҡырға? Ғәриптәр ҙә шул уҡ һау кешеләр кеүек тын ала, ашай-эсә, шатлана-ҡайғыра, уҡый-өйрәнә, өйләнә, ҡайһы берҙәре эшләй ҙә. Иманы камил, бәғзеләре башҡаларға ярҙам да итәлер әле.

Шау-гөр килешеп барып та еттеләр. Тәүҙә оло залға йыйылып, концерт күрһәттеләр. Шунан бүләк¬тәр тараттылар. Аҙаҡ төркөмдәргә бүленеп, һәр кем эшкә тотондо. Илзирәләр инвалид арбаһында ултырған ауырыуҙарҙы саф һауаға алып сыҡты. Ҡыҙға йәш кенә аяҡһыҙ егет тура килде. Үҙендә ытырғаныу тойғоһо тыумағанына ҡыуанып ҡуйҙы ул. Үҫмер һөймәлекле генә. Сырайы яҡты. Өҫ-башы ла ыҫпай. Аяҡтарының юҡлығына иғтибар итмәһәң, бына тигән егет солтаны тиерһең! Арбаны этә-этә һөйләшә-һөйләшә атланылар. Май ҡояшының йылы нурҙары аҫтында кәйефтәр ҙә бермә-бер күтәрелде.

Мотоциклда юл фажиғәһенә тарыған егетте әүрәтәһе урынға үҙе арбалды ла ҡуйҙы Илзирә. Яҙмышына баш эйеп зарланып ултырмаған, теле телгә йоҡмаған егетте тыңлаған һайын юлдашының ихтыяр көсөнә һоҡланып туя алманы. Ҡайһылай ҙа зирәк, белмәгән нәмәһе юҡ үҙенең! Иртәгеһе көнгә пландар ҙа төҙөгән бит әле! Хәҙер дүрт стенаға бикләнеп, ҡайғырып ултыраһы түгел, ҡул аҫтында кеҫә телефоны ла, компьютерың да бар, аҡса ла эшләргә була, тип кенә ебәрә.

Эйе шул. Илзирәгә оят булып китте. Юҡ ҡына мәшәҡәттәрен тауҙай итеп илап әҙ үткәрҙеме ни көндәрен? Ниңә әҙәм балаһы булғанға шөкөр итә белмәй икән? Ниңә тимер ишектәр артына бикләнеп, һәр һумын һанап, дуҫ-иштәренән ҡасып, туғандарынан айырылып ғүмер итә? Ниңә ошондай мәрхәмәт сараларына күптәрҙе йәлеп итеп булмай?..

Уйҙарынан егеттең мөләйем тауышы айнытты:
– Ниндәй уйҙарға баттың, матур апай?

Бындай ҙа ҡыйыу өндәшеүҙе көтмәгәйне, көлөп ебәрҙе Илзирә. Уға егет тә ҡушылды. Ике аралағы күҙгә күренмәҫ кәртә бөтөнләй емерелеп төштө. Һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Күктәге ҡояш та көлдө лә көлдө…

Илзирә илһамланып, рухланып ҡайтты был сәфәрҙән. Ҡарале, ул түгел, уға нығыраҡ ярҙам иттеләр инде әллә, ә? Йырлап йөрөп сәй ҡуйып ебәрҙе, тәмле итеп һый әҙерләне. Өҫтәл артына килеп кенә ултырғайны, тағы күңеле кителде. Яңғыҙының тамағына аш барманы.

Аяҡтары үҙенән-үҙе компьютер өҫтәле артына килтерҙе. Йәтешләп ултырып, ҡабыҙып ебәрҙе лә туҡ та туҡ төймәләргә баҫҡыларға тотондо. Ни эшләргә икәнен хәл иткәйне инде ул. Уны туҡтатырға уҡталып-уҡталып ҡуйһам да, тыйылдым. Ҡыҫылмаҫҡа һүҙ биргәйнем бит.

Илзирә тура һөжүмгә күсте: “Ниңә минең менән осрашырға теләмәйһең? Яратҡан кешең бармы әллә?” Үҙе йөрәген усына тотоп яуап көттө. Инсаф оҙаҡ ҡына өндәшмәне. Минуттар түгел, сәғәттәр уҙғандай тойолдо. Бер мәл хәбәр килде. Илзирә үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы. Аҡҡа ҡара менән: “Аҡыллым, ҡәҙерлем, мин – тыумыштан инвалид. Церебраль фалиж менән яфаланам. Бөтөнләй үк хәрәкәтһеҙ ятмаһам да, уң аяҡта, уң ҡулда эҙемтәләре һиҙелә. Һин – һап-һау һылыу ҡыҙ. Шундай аҡыллы, мине аңлаған фекерҙәш дуҫымды юғалтыуҙан ҡурҡам бары”, – тип яҙылғайны.

Аһ! Аң-ла-шыл-ды. Ошо физик кәмселектәренән уңайһыҙланып, ҡырылмаһа ҡырҡ сәбәп табып кисектереп килгән бит Инсаф осрашыуҙарҙы! Бик-бик күрешергә теләһә лә! Илзирә ҡабаланып яуап яҙҙы: “Мин һинең менән осрашырға теләйем!”
Күпте күрһәм дә, был тиклемен мин дә көтмәгәйнем. Телһеҙ ҡалдым. Тәүгә ҡыҙға ҡаршы әйтерлек һүҙ тапманым. Бары үҙ алдыма өләсәйем яратҡанса: “Хоҙай ҡушмай туҙан да осмай”, – тип кенә һөйләндем.

Бер аҙҙан Илзирә ашыҡ-бошоҡ кейенеп урамға сығып йүгерҙе. Көтөп тор, алабарман, ниңә шул тиклем сабаһың?! Ҡаланың иң йәмле еренә – гөл-сәскәгә күмелгән паркка йүнәлде ул. Семәрле ҡапҡа төбөндә затлы машинанан төшөп, ал раузалар гөлләмәһе тотҡан аҡтан кейенгән егет ҡаршы алды уны. Миллион уҡ булмаһа ла, ҡара иҫәп менән йөҙ ҙә бер дана барҙыр унда, билләһи. Бына улар күптәнге таныштарҙай ҡосаҡлашты ла етәкләшеп парк төпкөлөнә ҡарай атланы. Уларҙың алыҫлаша барған көр тауыштары ғына ишетелеп ҡалды. Бәхетле генә була күрһендәр берүк.

Бик теләһәм дә, арттарынан эйәреп барғым килмәне. Кем ул инде мин уларға? Туҡта, бөҙрәханаға инеп, сәсемде ҡырҡтыраһы, бер көн анау магазинда күҙем ҡыҙып ҡарап торған килешле күлдәк менән бейек үксәле туфли алаһым бар. Унан күҙ күрер. Мине лә үҙ юлым көтә шикелле.
 
Гульдар Булякбаева-Бирганова
https://shonkar.com/news/-bi-t/2022-05-25/in-ya-y-t-gel-hik-y-2817129
Автор:Алия Даутова
Читайте нас: