Яйыҡ
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Май 2022, 14:25

Үлгем килмәй, әсәй!

Сеү! Ҡайҙа булды күгәрсен күҙле ҡыҙ бала? ! Яңы ғына ошонда ине бит?! Әәй, ана йөрөй бит! Бәй, ҡыҙ бала тигәне әллә малай булып сыҡты инде? Ҡулына кескәй сыбыртҡы тотҡан, аҡ түбәтәй кейгән, күлдәк итәктәрен кендек тапҡырында бөрөштөрә бәйләгән ялан аяҡлы малай бит был.

Үлгем килмәй, әсәй!
Үлгем килмәй, әсәй!
Сеү! Ҡайҙа булды күгәрсен күҙле ҡыҙ бала? ! Яңы ғына ошонда ине бит?! Әәй, ана йөрөй бит! Бәй, ҡыҙ бала тигәне әллә малай булып сыҡты инде? Ҡулына кескәй сыбыртҡы тотҡан, аҡ түбәтәй кейгән, күлдәк итәктәрен кендек тапҡырында бөрөштөрә бәйләгән ялан аяҡлы малай бит был. Яй ғына атлап үҙәнгә табан китеп барасы... Моғайын да, анау утлап йөрөгән аттар янына китеп баралыр. Малайҙар ат йәнле була бит...
Йә, Хоҙай, тағы нимә булды?! Бая ғына нур бөрккән ҡояш ҡайҙа булды ла, ҡайҙан килеп сыҡты был ҡара болоттар?! Әле генә талғын ел моңона бейергә төшкән көләкәс сәскәләр, баштарын эйеп, тынып ҡалдылар. Тәбиғәт матурлығына һоҡланып йыр һуҙған ҡоштар ҙа әллә ҡайҙа булдылар, ә улар урынына йәмһеҙ , ибәтәйһеҙ, саманан артыҡ бынау ҡара ҡоштар баҫырға тырышасы?! Көш, көш! Китегеҙ был тирәнән, көш! Юҡ, иғтибар ҙа итмәйҙәр, яҡынлағандан - яҡынлаша баралар! Ауыр ҡанаттары үлән - сәскәләрҙе салғылай ҡырҡа, ҡырҡа бара... Аһ!! Ана береһе сыбыртҡылы малайға табан йүнәлде! Теймә, теймә тием, эт талағыр нәмәкәй, теймәәә!!!!!!!! Бәргесләй, уңға - һулға ташлай! Эх, әрәм генә иттең бит улыҡайымды, ҡара ҡош! Әрәм генә иттең...
- Әсәй, әсәй, үлгем килмәй минең, ҡотҡар, зинһар?! Әсссәәәәй!!!!
Йә, Алла! Әллә ҡанаттарына ултыртып алып китергә тырышамы минең улымды был ҡанэскес?! Улым!!! Туҡта, был йәнә теге күгәрсен күҙле ҡыҙға әйләнгән түгелме һуң? Сәскәле балитәкле күлдәгенән эләктереп алған да һауаға - үргә ынтыла бит?
- Әсәәәй, үлгем килмәй, әсәй, ҡотҡар!!
Хәҙер, хәҙер, балам... Теймә, ҡара ҡош! Алма бәғеркәйемде, алмааа!!..

***

- Әсәй, әсәй тием, һаташаһыңмы әллә, уян әле!
- Хәҙер, хәҙер, теймә тием, ҡалдыр..
- Уф, тағы һаташып ятаң бит, уян , әсәй!
Яурынынан һелкетеүҙәренә күҙҙәрен асты Рәлиә. Аһ - аһ, ни арала ойоп киткәндә, ни арала яман төш күреп ята һуң? Маңлайы шыбыр тиргә батҡан, өҫтөнә ябынып ятҡан йоҡа простыняны усына йомарлаған. Һаташыу ғәләмәтелер... Эй, улай тиһәң, был төш беренсегә генә инмәй бит инде. Хатта башты яҫтыҡҡа терәргә лә шөрләй башланы һуңғы арала, " күгәрсен күҙле ҡыҙ " , "сыбыртҡылы малай " артынан саба торғас ялҡып та бөттө бит инде. Гел бер үк төш, бер үк һаташыу. Хәйерлегә генә булһын инде, хәйерлегә генә. Улы менән ҡыҙына хәйеф - хәтәр янаймы икән тип өшкөртөп тә бөттө, мулла - имселәргә йөрөттө, бетеү алып муйындарына таҡты. Аллаға шөкөр, улы бишенсене тамамлай, ҡыҙы өсөнсө синыфты, бәлә - ҡазаһыҙ ғына йөрөһөндәр инде, хәйерлегә булһын. Нишләп һаман шулай бер үк төш инә һуң уға? Нимә әйтергә теләй теге балалар?! Аңламаҫһың... Гел бер үк тауыш, бер үк асырғаныу менән бер үк һүҙҙе ҡабатлайҙар : " Әсәй, үлгем килмәй минең, әсәй! .." Йә ҡыҙ бала булып, йә малай булып инә бит әле. Ҡыҙ баланың йөҙө асыҡ ҡына хәтерендә ҡала, ә бына малай бер ҡасан да битен күрһәткәне юҡ... Әллә сирләй башланым микән тип больницаға барып тикшерелеп тә ҡараны, аллаға шөкөр, сирле ере юҡ. Ен - фәлән ҡағылдымы икән тип әлеге муллаларҙан тоҙ өшкөртөп алып, ире күрмәгәндә генә мунсала йыуынған һыуына һалып сайынып та ҡараны. Юҡ , файҙаһыҙ. Бына әле лә баҡса эшенән арманһыҙ булып арығас, әҙ генә серем итеп алайым тип ятҡайны, тағы ла шул уҡ төш, шул уҡ һаташыу...
Улының уятыуы бик ваҡытлы булды әле. Ире ҡайтып ингәнсе ятҡан ерен йыйыштырып, сәс - башын рәтләй һалыр кәрәк. Юҡһа, һиҙә лә донъяһы емерелгәндәй әрләргә тотона: " Өйҙә бер тин эшһеҙ ятаһың, ул ниндәй арыу ти ул көпә - көндөҙ йоҡо һимертеп?Бына миңә эләкһен ине ул йоҡо, исмаһам, иртә таңдан ҡара кискә тиклем бисәм, ике балам ас булмаһын, өҫтәре бөтөн булһын тип тир түгәм! Берәй тин аҡса эшләгәнең бармы миңә сыҡҡаны бирле? Юҡ! К...ңә кейгән ыштаныңды ла мин эшләгән аҡсаға алғанһың бит һин!" Эй, өйрәнеп тә бөткән инде ул әр - битәргә! Тәүҙәрәк, балалар бәләкәй саҡта һарай тирәһенә барып туйғансы илап ала торғайны, хәҙер күптән бешеккән инде иренең " татлы " теленә. Өйләнешкән йылдары бер ҙә улай түгел ине, әллә урында эшләү боҙҙо, белмәҫһең. Рәлиәһен усында ғына йөрөтөрҙәй булып татлы вәғәҙәләре менән күмгән Рәмил, ауыл хакимиәтенә силсәүит булып эшкә төшкәйне, алмаштырып ҡуйҙылармы ни? Ерле юҡҡа ҡысҡыра, былай ҙа баш баҫып уның һәр әйткәненә ризалашып ҡына йөрөгән кәләшенә екеренә башланы. Рәлиә лә өндәшмәне, эштә арыйҙыр, бик яуаплы эш бит, тип уның һәр бер ҡыланышын кисерә килде. Ни хәл итһен, Рәмиленең һүҙендә лә хаҡлыҡ бар шул - ғаилә бюджетын тик ул ғына тулыландыра. Ашау - эсеүгә лә, кейенеүгә лә, газ - свет өсөн түләүгә лә,башҡа ваҡ - төйәккә лә аҡса ире кеҫәһенән генә сыға. Ә Рәлиә? Ул тырышманы түгел, тырышты. Эш табырға тырышты. Тик йә тәжрибәң юҡ тип алмайҙар, йә эш графигының саманан тыш оҙон булыуы тура килмәне. Һуң, уға бит улы менән ҡыҙын мәктәпкә оҙатаһы, ҡыҙын кире барып алаһы, дәрестәрен эшләшәһе, ашарға бешереп, өҫ - баштарын йыуаһы бар. Унан башҡа ике һыйыры тора аңҡылдап, әҙ булһала ваҡ малдары, ҡош - ҡорттары бар. Быларҙың барыһы ла ҡатын елкәһендә. Ире иртә таңдан сығып китә эш урынына, төшкө ашҡа ла ҡай саҡ ҡайтмай, кискә генә ҡорһағын йәйә биреп уфылдап килеп йығыла. Шунан башлана " һин өйҙә тик ултыраһың, ҡайҙан алып арыйһың " тигән ҡолаҡ итен ашауҙар... Юҡ, зарланмай һис тә тормошона ҡатын. Һау ғына булһындар инде ире лә, йәндәй күргән балалары ла.
Рәлиә, урам яҡҡа ҡараған тәҙрәгә күҙ һала -һала таушалған урынын йыйыштырҙы. Малайы әле генә янда тора ине, ни арала сәпитенә атланып , урамға сығып киткән? Эй, йөрөһөндәр, каникулдары бит. Ҡыҙы моғайын ишек алдындалыр. Шунан китмәй ул. "Өй" эшләп алған да ҡурсаҡтарына әсәй булып мәж килә ҡолонсағы.
Газда ултырған оло сәйнүк, ҡайнауын белдереп, күңелле һыҙғырып ебәрҙе. Эй, күп тә ятмаған икәндә, сәй ҡайнағансы күп булһа биш - алты минут үткәндер. Шул арала нишләп тағы ла һаташтырып яталыр инде, эй, аллам! Ауыр уйҙарға тарып, сәс - башын рәтләп торғанда, урам яҡҡа ҡараған тәҙрәнән Рәмиленең ҡайтып килеүен күреп, ҡаршы алырға ишеккә йүнәлде...
Ауыҙ эсенән генә көй һуҙып, йылмайып - көлөп инеп килеүенә ҡарағанда Рәмиленең кәйефе шәп бөгөн. Шулайҙыр, ана бит, ҡапҡаны асҡас та ишек алдында йөрөгән ҡыҙына өндәште:
- Әмиләәү, ҡыҙым, кил әле бында, бына тәмлекәс алып ҡайттым. Һыйлан, йәме? Ҡайҙа ағайың? Тағы малайҙары янына сығып киттеме? Әсәйең өйҙәме? Тамағыңа ашаныңмы? Ярай, уйна. Мин инәйем инде...
Ҡыҙының яуап биргәнен дә көтмәй атай кеше өйгә атланы.
- Ҡалай тәмле еҫтәр таралған өйгә! - ҡәнәғәт йылмайып килеп инде өйгә өй хужаһы. - Кәләш, ашыңды йәһәтләй һал инде. Оҙаҡ ултырып булмаҫ, кире сығыр кәрәк. " Иң йәшел ауыл " смотр - конкурсына яҙылғайныҡ бит, иҫләйеңдер, шунда финалға сыҡҡанбыҙ. Әле бөгөн иртән шылтыратып әйттеләр. Призлы урынға сыҡҡандарға премиальныйҙы мул ғына обещать иткәйнеләр, шуға тырышыр кәрәк. Ҡағыҙ - мағыҙҙарҙы рәткә килтерәһе бар, оҙаҡлаһам аптырамаҫһың. Балалар ашанымы? Теге малай тағы һыу буйына сығып киттеме? - ҡул йыуған арала барыһын да теүәлләп өлгөрҙө атай кеше.
Аш эскәндә лә, сәй һөрпөлдәткәндә лә һүҙе тик эш тураһында булды иренең. Их, исмаһам, һинең хәлең нисек тип һорамай ҙа тип эстән әсенеп ҡуйҙы ҡатын кеше. Һүҙҙәре берекһә әллә анау төшөн дә һөйләр ине, еңел булып ҡалыр ине...
- Ней, әллә иртәгә аят ашына йыйып алайыҡмы?- иренең көтөлмәгән тәҡдиме уйҙарынан бүлде ҡатынды.
- Аһ, аят уҡытыуыбыҙға яңы ғына бит. Улай йыш бик үк кәрәкмәйҙә ул, минеңсә. Йылына бер уҡытһаң етә ти торғайны өләс мәрхүмә...
- Шулай ҙа ул... Иртәгә , бәлки, теге Хисмәтуллин иптәш ауылға килә тип ишетеп ҡалғайным, дөрөҫ булһа. Финалға үткәс урамдар хәлен, халыҡтың тын алышын тикшерергә киләлер. Халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыу һәйбәт, шулай ҙа үҙеңде лә онотмаҫ кәрәк. Шунда уны ла аят ашына саҡырған булырмын, киләме юҡмы уныһы беҙгә ҡараңғы. Хакимиәттәре ауылды ғына күтәрмәй, үҙе лә иманлы, ғаиләле тип һөйләрлек булһын.
Әә, эш бына нимәлә икән! Рәлиә ауыҙын асып та өлгөрмәне, ире һөйләшеүгә нөктә ҡуйып та ҡуйҙы:
- Ярай, һөйләштек атыу. Иртәгә сәғәт бер тирәһенә йыяйыҡ. Өҫтәл тирәһенә бешерер нәмәләреңде бөгөн үк хәстәрләп ҡуй, бына әле буш ваҡытыңда. Ә иртәгә иртә менән теге бәләкәй һарыҡты йығырбыҙ, ит яғы ла наҡыҫланды түгелме әле ул? Әсәйҙәргә кис ҡайтышлай үҙем әйтермен. -Ире кейенеп йөрөй, шул арала эш ҡушып та өлгөрҙө.
Ире сығып китеү менән артына ут ҡапҡандай эшкә сумды ул. Ике тапҡыр магазинға барып, тәм - том, емеш -еләк алды, ҡамыр баҫып йылы урынға ҡуйҙы, баҙға төшөп былтырҙан ҡалған ҡайнатмаларын сығарҙы. Һалма йәйеп, шаҡмаҡлап киҫеп һалды. Малайы менән ҡыҙына тамаҡ ашатып сығарғансы кис була яҙҙы. Әле йәшелсә баҡсаһына сығып ҡый утайһы бар ине, һыйырҙары ла һауылмаған...
Кис арманһыҙ булып түшәгенә килеп ауҙы . Ныҡ арыған тәне , йоҡлап китә алмай аҙапланды әле ул. Иренең хырылдауын, балаларының мыш - мыш танау тартыуын тыңлап ята биргәс үҙе лә ойоп киткән.

***

Иртәгеһе көн таң һарыһынан башланды. Рәмиле кисә әйткән һарыҡты салды. Уның эс - ҡарынын эшкәртеп, итен йәһәтләп ҡаҙанға төшөрөр кәрәк. Үҙе генә өлгөрә алмаҫ кеүек тойоп, һыйыр һауып көтөүгә ҡыуып ҡайтышлай бикәсен инеп алды. Эй ярата шул бикәсен, алсаҡ, еңгә лә еңгә тип бөлтөрәп тора, эшкә лә бөтмөр. Йәйге ҡояш уттай янып түбәлә ҡыҙҙыра башлауға еңгә менән бикәс эштең ауырын ауҙарғайны инде. Инде итте тураҡлап ҡаҙанға төшөрәһе генә ҡалды. Хәл алырға тип мунса һикәлтәһенә килеп ултырғайны, шул тирәлә уйнап йөрөгән ҡыҙы ла янына килеп ҡунаҡланы.
- Әсәй..
- Нимә, ҡыҙым?
- Әсәй, бөтә кеше лә ҡартайғас үләме ул? - ҡыҙының көтөлмәгән һорауы Рәлиәне уятып ебәргәндәй булды.
- Ниңә ундай һорау бирәһең әле ул?
- Атайым кисә, өләсәйеңдең рухына бағышлап аят уҡытабыҙ, үлгәненә 11 йыл, тине. Теге мәл урамдың осонда йәшәгән һаҡаллы бабайҙы ла үлгән тип һөйләнегеҙ. Беҙ ҙә шулай ҡартайғас үләбеҙме?
- Иии, һиңә ҡартайырға хәтлем, ҡыҙым! Әле ҙураяһың, әсәй булаһың, өләсәй булаһың...
- Шунан үләмме? - Әмиләһе ҙур күҙҙәрен тултырып әсәһенә ҡараны.
- Һуң... мәңгелек бер нәмә лә булмай инде, ҡыҙым.
- Ә минең үлгем килмәй, әсәй!!

Ҡыҙының һүҙҙәренә йөрәге жыу итеп ҡалды. Төшөндә ишеткән һүҙҙәр түгелме һуң был? Тап шулай итеп ҡысҡырғайнылар бит төшөндәге балалар ҙа, нимә был?

Ҡолағына бер туҡтауһыҙ ишетелгән ошо тауыштан ҡотолоу өсөн, аңҡы - тиңке булып, иҫерек кешеләй ауа - түнә ҡаҙан тирәһендә булышҡан бикәсе янына атланы. Уныһы ни, шарҙыуан, һиҙмәне лә еңгәһенең хәлен.
- Еңгә, әллә утынығыҙ еүеш, яндыра алмай эт булынды ҡаҙан аҫтын. Ут тамағына һалырға берәй нәмә бир әле?
- Келәткә инһәң шунда тоҡҡа иҫке гәзит - журналдар тултырылған. Алып сыҡ шуларҙы...
Келәткә инеп киткән бикәсе бер аҙҙан ике тоҡ һөйрәп килеп сыҡты.
- Эй, еңгә, бигерәк йыйнаҡ кешеһең инде , әйкәйем! Гәзит - журналдар йыйыуыңды аңлар инем, ә бынау тоҡҡа ниңә сепрәк - сапраҡтарыңды ла тултырғаның? ҡыҙыҡ күреп ҡараным да һорайым әле тип сығып киләм. Ауыҙы ҡолағына етеп хәбәр һөйләгән бикәсенең тауышын ишетмәй ҙә кеүек Рәлиә, ҡолағында тик бер тауыш яңғырай "Үлгем килмәй, әсәй!"
- Ниндәй сепрәк - сапраҡ? йыймайым мин уларҙы.
- Балаларҙың бәләкәй сағындағы кейемдәрелер. Улай тиһәң, өр - яңылар бит әле...
Бикәсенең әйткән һүҙҙәре аяҙ көндә йәшен атҡандай тәьҫир итте ҡатынға. Теге кейемдәр - өр-яңы, ҡағыҙҙары ла алынмаған йүргәктәр, башлыҡтар, кескәй ойоҡбаштар!! Нисек иҫтән сыҡҡан? Рәлиә бөтөнләй быуынһыҙ булды. Ҡыҙының әйткән һүҙҙәре, бикәсе ҡулындағы балалар кейемдәре, һаташыулы төшө - барыһы бергә буталып мейеһен зеңкетте. Телдәр бикәсенә ҡаҙан аҫтындағы утты дөрләтергә ҡушты ла уның ҡулындағы кейем - һалымды йолҡоп тигәндәй алып, аласығына инеп китте.

Бына ошо икән уның һаташыуының сәбәбе, бына ошонда һаҡланған икән төшөнә инеп, асырғанып ялбарған балалар сере! Үҙ теләге менән ҡәбергә оҙатҡан балалар рухы тынғылыҡ бирмәй икәндә уға нисәнсе көн! Йә, Хоҙай!! Күҙенән туҡтауһыҙ аҡҡан күҙ йәштәрен, оҙаҡ ятыуҙан һарғылт төҫкә ингән йүргәккә һөрттө лә ғүмеренең иң ғазаплы, иң әрнеүле, һағышлы мәленә уйында ғына булһа ла әйләнеп ҡайтты...

...Кейәүгә сыҡҡанында Рәлиәгә 23 йәш ине. Уҡыуын тамамлап, тыуған ауылында, мәктәптә эш башлап йөрөгән мәле. Әллә күҙ сағылдырырлыҡ матурлығы булманы, әллә шул баҙнатһыҙлығы ҡамасауланы - етди итеп һөйләшкән егете лә юҡ бит. Әхирәттәре күптән тормошҡа сығып, балалы булып бөтөп баралар. Ул ғына һаман булһа йөрөй бирҙе. Яратманы түгел, яратты, яратылды ла, тик йәндәй күргән һөйгәне икенсе менән хыянат итеп йөрәгенә бысаҡ ҡаҙағас, егеттәргә ҡарата ышанысы ла, теләге лә һүнде шул. Әрһеҙлеге менән ауыл ҡыҙҙарының теңкәһенә тейгән Рәмил генә, ниндәй ысул менән уның йөрәгенә юл таба алды икән, иҫләмәй ҙә хатта. Юҡ, айлы төндә етәкләшеп тә йөрөмәнеләр, йондоҙҙар ҙа һанаманылар, вәғәҙәләр ҙә бирмәнеләр. Хатта иркәләп үпкәне лә шикелле . Уларҙың өйләнешеүенә үҙҙәренән бигерәк ата - әсәләре ҡыуанды. Шулай булмай ҙа - буй биргәндәр, төҫ биргәндәр, белемдәре бар, йәштәре лә үтеп бара, әйҙә, бергә йәшәй бирһендәр. Һин дә мин йәшәп алып киттеләр. Туй үткәреп, бер - нисә ай үткәс, буйында бар икәнен белеп эй ҡыуанғайны Рәлиә! Ире лә сикһеҙ шат ине был яңылыҡҡа. Наҙлы сәскәгә ҡараған кеүек һаҡлап, яҡлап ҡына торҙо ҡатынын Рәмил. Аллаға шөкөр, көткән емештәре - улы көҙҙөң тәүге айында доңъяға ауаз һалды. Бәһлеүәндәй дәү кәүҙәле улы, Азаматы. Әллә кем булып йөрөгәйне шул мәл ире. Бәй, атай булды бит, нисек маһаймаҫҡа ти!
Улына йәш ярым булғанда йәш ҡатын йәнә ауырлы икәнен белде. Иҫәр, бала - саға һымаҡ ҡыуанысынан илап алғайны шул саҡ. Тик... тик Рәмиле генә ниңәлер йылы ҡабул итмәне был яңылыҡты. Ауыҙынан тик бер һүҙ генә сыҡты : " Табаңмы шунан? " Бәлки, йоҡоһоҙ төндәр ҙә ялҡытҡандыр инде атай кешене. Кем белә.
Яңы йылға мәж килеп әҙерләнеп йөрөгән мәл. Тик Рәлиәнең генә байрам кәйефе юҡ. Ауырының һуңғы -туғыҙынсы айын күтәреп йөрөгән мәле бит, ниндәй байрам итеү ти. Бер үк ай аҙағына тура килмәһен инде тип теләһә лә, сабый һорап торамы ни - тап 31е көнө тулғаҡ тотоп ауырып китте. Эй машина тапмай аҙапландылар. Булғаны ла ҡаршы килде ( кемдең байрам көнө ҡар - буран кисеп район үҙәгенә китеп барғыһы килһен инде?) Юлсы машиналарға эләгеп, этләнеп саҡ барып еттеләр бала табыу йортона. Ә яңы йылдың беренсе көнөнә ҡарай төндә ҡыҙы донъяға килде. Тәүҙә бик үк теләмәһә лә, буй еткерә башлағас бик ихлас ҡарашты ҡыҙын ире. Ашата, сәңгелдәккә һалып бәүетә, хатта бишек йырын да көйләй ине. Уларға ҡарап шатлығының иге - сиге булманы әсәй кешенең. Донъялары һәүетемсә генә алға бара, ире эшләп йөрөй, ул өйҙә ике бала менән, туғандар ҙа ярҙамынан ташламаны - тағы нимә кәрәк бәхет өсөн? Шуға микән , өсөнсөгә йәнә әсәй булыр яңылығын шикләнеүһеҙ ҡабул итте. Ана бит, ире нисек балаларҙы ярата, ике бала эргәһенә өсөнсөһө артыҡмы ни?! Өсөнсө сабыйын табыуына иренең ҡаршы булмаҫына бөтә йөрәге менән ышана ине. Хатта, сюрприз яһайым әле тип әйтмәй ҙә йөрөнө. Әсәһенән башҡа берәү ҙә белмәй. Һиҙҙермәй генә ҡатын - ҡыҙҙар консультацияһына барып иҫәпкә торҙо. Магазинға ингән һайын йүргәктәр, бала кейемдәре һайлап алып, йәшереп ҡуйҙы... Иренә был яңылыҡты әйткән көндө һис онотмай ҡатын. Әллә ниндәй сер сискәндәй, йылмая - көлә яңылығын әйткәйне. Иртә ҡыуанған шул. Ире һис тә генә шат түгел ине был хәбәргә. Ҡорт саҡҡандай һикереп торҙо ла ҡатынының күҙенә ҡарап таштан ауыр һүҙҙәрен яуҙырҙы :
- Ниндәй бала ти ул тағы?! Һин нимә, йыл һайын бала сығарып ултырған инкубатор шикелле, аҙыраҡ кешенән оялыр инең! Былары бәләкәй, ә һин тағы ла табырға йыйынаһың! Мине биштән бөгөргә уйлайһыңмы әллә, эшләмәй ултырғас анһат һиңә, мине, мине уйлағаның бармы һин?!!
Ээй, эт ашамаҫ һүҙҙәр менән һүкте генә ҡатынын шунда Рәмил. Балаларының ҡурҡышып илауы ла тымыҙа алманы ярһыған ирҙе...

Аяҡтарына гер элгәндәй саҡ - саҡ атлап үтте больница тупһаһын. Бөгөнгөләй хәтерендә дауалаусы врачының һүҙҙәре : " Бәпесеңдең инде йөрәге тибә башлаған. Бәлки , кире уйларһың?.." Ап - аҡ түшәмгә текәлеп ятҡан килеш иренең уҫал эттәй ҡарашын, тауышын иҫенә төшөрҙө лә теш араһынан ҡыҫып ҡына тик бер һүҙ сығарҙы:
- Юююҡ!!.
- Еңгәәәү, ниңә баттыңмы әллә аласығыңда?
Бикәсенең сарылдаҡ тауышына терт итеп ҡалды Рәлиә. Оҙаҡлап кителенгән инде әллә? Ҡаҙан тирәһен рәтләй һалып, өҫтәлде ҡарай башлар кәрәк. Йә ире ҡайтыр инер анау Хисмәтуллины менән. Нишәп бында йәйерәп, буҙлап ултыра әле ул? Ҡатын, илауҙан бер аҙ шешенә биргән күҙ йәштәрен ҡулындағы аҡ ерлеккә һары бәпембәләр төшөрөлгән йомшаҡ балалар башлығына һөрттө лә ишек яғына ыңғайланы.. Алдында ятҡан сәскәле йүргәк, ҡалдырма мине тигән һымаҡ, оҙон булып һуҙылып иҙәндә ятып ҡалды...

Килде иренең ашҡынып бөткән кешеһе. Сиртһәң ҡаны сығырҙай төпөш кенә бер әҙәм икән. Бәләкәс кәүҙәһен алға көпәйеп сығып торған ҡорһағы тағы ла йоморораҡ күрһәтә. Ирҙәргә хас булмағанса сыйылдаҡ тауышы, үҙен күрмәһәң, биллаһи, бер бисә заты тип уйлар инең.
Рәлиәнең генә берәүҙә лә иғтибары булманы. Күңеле тулышып, һүҙ ҡушыусыларға ла хатта яуап бирә алманы.. Мейеһен бер туҡтауһыҙ әсеттереп тик бер тауыш сүкене : "Үлгем килмәй, әсәй!!". Өҫтәл тирәһенә йыйылған туған - тыумасалары уның хәлен бар тип тә белмәй, һиҙҙермәгәндер ҙә инде. Тик мулла, талғын тауышы менән уҡый башлауға күҙ йәштәренә ирек бирҙе. Ире генә аңғарҙы уның был ғәҙәтен, белә ул, бисәкәйе бик йомшаҡ күңелле, аят тауышына ла илай ҙа ултыра.. Юҡ шул, бахыр ҡатынҡайҙың йөрәген аят тауышы ғына түгел, выждан ғазабы ла кимерә ине. Мәрхүм - мәрхүмәләрҙең исемен атағандан һуң, үҙе лә һиҙмәҫтән, ауыҙ эсенән генә "күгәрсен күҙле ҡыҙымдың, сыбыртҡылы малайымдың рухтарына бағышланһын ине ..." тине лә усы менән битен һыпырҙы...Кем тыуырға тейеш булғандыр ҙа, тик бер Хоҙай ғына белә шул.

...Ап - аҡ сәскәле яланда күгәрсен күҙле көләкәс ҡыҙ йүгерә. Күлдәк итәктәрен шаян ел тартҡылай, ебәк сәстәре менән уйнай. Эй, ел, осороп ҡына алып китә күрмә, берүк! Юҡ, ана ап - аҡ ялан сәскәләре бер рәткә теҙелеп иңдәреңә ҡанат булып торҙолар бит! Ҡайҙа киттең бәләкәсем, ҡайҙа остоң?
- Әсәй, борсолма, ҡанаттарым бигерәк еңел, осоуы бигерәк рәхәт икән!! Борсолма, әсәәәәәй! Миңә хәҙер теге ҡара ҡоштар ҙа ҡурҡыныс түгел!! Рәхмәт, әсәй!..
 
 
Автор:Алия Даутова
Читайте нас: