Яйыҡ
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Май 2022, 14:05

Тыныс йоҡла, Илгиз!

Бөгөн Рысай ауылында Украинала барған махсус операцияла хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған яҡташыбыҙ, өлкән лейтенант Илгиз Ғәйфуллин менән хушлаштылар.

Тыныс йоҡла, Илгиз!
Тыныс йоҡла, Илгиз!

Илгиз 1996 йылдың 1 апрелендә Рысай ауылында тыуған. Уҡытыусылары һөйләүенсә, бала саҡтан бик тырыш һәм актив була, яҡшы уҡый. Мәктәптә уҡыған сағынан уҡ үҙен бик тырыш һәм һәләтле итеп таныта. Тыныс холоҡло, аралашыусан һәм яуаплы егет булараҡ абруй яулай, уның фекерен класташтары хөрмәт итәләр. Мәктәп, район һәм республика кимәлендәге олимпиадаларҙа, төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, призлы урындар алыуға өлгәшә. Үҫмер сағынан хәрби булырға хыяллана. Хыялланып ҡына ҡалмай, тыуған ауылында 11 класты тик “дүртле” һәм “бишле” билдәләренә тамамлағандан һуң, Берҙәм дәүләт имтихандарының юғары балдары менән 2013 йылда Рязань гвардия юғары һауа-десант команда училищеһына уҡырға керә. Украинала барған махсус операцияла беренсе көнөнән үк ҡатнаша. Өлкән лейтенант званиеһында взвод командиры була. Әйткәндәй, Илгиз хәрби операцияла беренсегә түгел, Сирияла ла махсус операция ваҡытында хәрби бурысын үтәй ул. Бихисап Маҡтау ҡағыҙҙарына, миҙалдарға лайыҡ. Уттарға инер алдынан да, һуңынан да әсәһе менән атаһын борсолоуҙарҙан һаҡларға тырышып, ҡайтам, әсәй, тип йыуатҡан булған...
- Яҡташыбыҙ Рәсәй Ҡораллы Көстәренең өлкән лейтенанты Илгиз Сәмиғулла улы Украинала барған махсус операцияла, хәрби бурысын үтәгәндә, батырҙарса һәләк булды. Ата-әсәһенең, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Беҙҙең өсөн ҙур юғалтыу ул. 26 йәшлек лейтенант беҙҙең йөрәктәрҙә, хәтерҙә барыбыҙ өсөн ғүмерен биргән батыр булып һаҡланасаҡ, - тине район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов.
-Илгиз бик алсаҡ, игелекле һәм яуаплы егет ине. Яратҡан уҡыусыларымдың береһе булды, - тип хәтерләй рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Люциә Хәмит ҡыҙы Хәсәнова. - Мәктәптең, класының ғорурлығы булды. Класташтары менән бик дуҫ булдылар. Ҡыҙҙарға ҡарата итәғәтле ине. Һаман күҙ алдымда - Илгиз һәр ваҡыт икенсе рәттәге беренсе парта алдында ултыра торғайны. Ҡайһы ваҡыт уны уйҙары әллә ҡайҙарға, йыраҡтарға алып китер ине. Һуғыш тураһында китаптар уҡырға, иншалар яҙырға яратты. Тик ғүмеркәйҙәре бигерәк ҡыҫҡа булды шул. Ышаныуы ауыр... Бик йәл, йәшлектән сығып та бөтмәгән егеттәр менән хушлашырға тура килә - уға бары 26 йәш ине. Бик йәл! Хөрмәтле Халиҙә Талха ҡыҙы һәм Сәмиғулла ағай, шундай лайыҡлы ул тәрбиәләп үҫтергәнегеҙ өсөн рәхмәт, ауыр ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам.
-Яратҡан ҡустыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ. Ул Рязань гвардия юғары һауа-десант команда училищеһының ғорурлығы булды. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, взвод менән идара итте, ҡыҙыу нөктәләрҙә хәрби бурысын үтәне. Тыуған яҡтарына ҡайтырға ике генә көн ҡалған ине бит... Илгиз, һин һәр ваҡыт беҙҙең йөрәктәрҙә, - тине ағаһы Олег Лоҡманов.
Ауылдаштары ла Илгизде тик яҡшы яҡтан ҡылыҡһырланы. Ғаиләһенең, яҡындарының иңенә төшкән оло ҡайғыны уртаҡлаштылар, сабырлыҡ теләнеләр.
-Иң яҡын дуҫым ине ул. Балалар баҡсаһына бергә йөрөнөк, Яңы йылдарҙы бергә ҡаршылай торған инек. Бер-беребеҙгә ҡунаҡҡа йөрөшөр инек. Яҡты уй-хыялдар менән янды - өй һалырға, кәләш алырға, балалар үҫтерергә... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормошҡа ашмаҫлыҡ хыял ғына булып ҡалды барыһы ла, - тип һөйләне Илгиздең дуҫы Эмиль Хужахмәтов.
Даян Нафиҡов та бер туғандай күргән дуҫының юҡлығына һаман ышанмай.
-Бер туғандай булдыҡ беҙ уның менән, шулай булмай ни, 4 йәштән алып танышбыҙ бит. Илгиз һәр ваҡыт тормош һөйөүсән, ярҙамсыл, тура һүҙле егет булды. Ул хәрби училищеға уҡырға кергәс эреләнер икән тип уйлағайым, киреһенсә, дуҫлығыбыҙ нығыны ғына. Ут уртаһында булыуына ҡарамаҫтан, шылтыратырға, яҙырға, шаяртырға ваҡыт тапты. Барыһы ла яҡшы буласаҡ тип беҙҙе тынысландырҙы. Тик... Арабыҙҙан бик иртә китте. Эшләнмәгән эштәр, тормошҡа ашмай ҡалған хыялдар, әйтелеп бөтмәгән һүҙҙәр ҡалды. Бик йәл! Бындай яңылыҡҡа ышанмайым, һис тә ышанырлыҡ түгел, - тип әсенде дуҫы.
Илгиздең ата-әсәһенең, Люциә, Лилиә апаларының, барлыҡ яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡ теләйбеҙ. Намыҫлы Ватан һаҡсыһы, ысын батыр тураһындағы иҫтәлектәр беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр. Йәнең йәннәттә булһын, тыныс йоҡла, өлкән лейтенант!

Автор:Вилия Янбаева
Читайте нас: