Яйыҡ
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Май 2022, 08:41

Учалы уҡсылары ла ҡатнашты

Иҫке Сибай ауылында “Оҙон бәйге” байрамы үтте

Учалы уҡсылары ла ҡатнашты
Учалы уҡсылары ла ҡатнашты

“Яҡшы атҡа менеп, ҡулына алған

Уҡ-һаҙаҡҡай тигән ҡоралын”

 

“Күрһәтеш-сығыш” (“показательное выступление”)  тураһында  беләгеҙҙер. Ниндәйҙер ярыш үткәрер алдынан тамашасыларға, дәрәжәле ҡунаҡтарға  тамаша ойошторола, сәнғәттең өлгөһө күрһәтелә. Бының өсөн оҫталыҡ та, төҫ-буй ҙа, сағыу кейем-һалым да берсә талап  ителә. Һәм Учалы уҡсылары тап ошондай сығыштарға йәлеп ителеүе ғорурлыҡ уята!

     Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ районына эш сәфәрендә Иҫке Сибай ауылындағы “Оҙон бәйге” ат ярышын ҡараны. Сара “Айыҡ ауыл-2021” республика конкурсына ярашлы үткән. "Бындай бәйгене беренсегә ойошторҙоҡ, – тине Радий Хәбиров. – Баймаҡ районында башҡорт тоҡомло аттарға бағышланған фестивалде йыл да үткәрергә ҡарар ҡылдыҡ. Бәйгене барыһы ла ярата, ул бай мәҙәни традицияларҙың бер өлөшө, милли спорт төрө. Фестиваль шул уҡ ваҡытта тик ат сабышы ғына түгел. Уға ярашлы, ғилми-ғәмәли конференциялар уҙасаҡ, күргәҙмәләр эшләйәсәк". 20 километр араға ойошторолған ат сабышында Ауырғазы районынан Денис Федоров еңеүсе тип танылды, уға Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы призын – Бәйге ҡушаматлы тай бүләк итте.

   ...Уҡсылар тураһында юҡҡа телгә алманыҡ. Фәҡәт ат сабыштарының үҙҙәренән тыш, уҡтан һыбай атыу, “ауҙарыш” (һыбай килеш көрәшеү), спорт көрәше (грэпплинг) буйынса ла ярыштар үтә. Бик хуп!  Ат менән ян беҙҙең өсөн бик тә яҡын төшөнсәләр, рәсми булмаған милли гимныбыҙ “Урал” йырында  ошо һүҙҙәр бар бит:

“Яҡшы атҡа менеп, ҡулына алған

Уҡ-һаҙаҡҡай тигән ҡоралын,

Аямаған йәнен, түккән ҡанын,

Һис бирмәгән башҡорт Уралын”.

Мәртәбәле сарала  Учалынан  "Балалар Ижад Һарайы" тренерҙары  Рөстәм Теләүбирҙин һәм Илдар Исхаҡов сығыш яһанылар, Илдар Иршат улы  3-сө урын алып ҡайтты,  Рөстәм Рәйес улы ла ошондай мәртәбәле, бөтә Башҡортостан күләмендәге ярыш өсөн ярайһы 6-сы урынға сыға. Ҡотлайбыҙ!

-Күптәр айырып еткермәй, ҡәҙимге ат сабыштары спорт тип иҫәпләнмәй бит ул. Ә Һыбай килеш  уҡ атыу, "джигитовка" ның бер өлөшө,  ә джигитовка һәм канкур (ҡаршылыҡтар менән маршрутты үтеү)  - спорт төрҙәренә инәләр, -тип беҙгә аңлатма бирҙе Илдар Иршат улы.-Һыбайлы уҡ атыуҙың үҙенең, донъя кимәлендә танылған шарттары бар, Республикала һәм Рәсәйҙә үткән ярыштар шул шарттарға тура килтереп үткәрелә. Һәр спортсының һөҙөмтәләре  федерация сайтына һалына, һәм спортсы разряд ала. Ябай тел менән аңлатҡанда Һыбай уҡ атыуҙың принципы -ҡыҫҡа ваҡыт эсендә  сәптәргә күберәк  эләктеп мәрәй йыйыу . Мәҫәлән "корейский тройной маршрут" тип аталған дисциплинала 90 метр  араны ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үтеп (14 секундтан  оҙағыраҡ икән, мәрәйҙәр штрафҡа китә), өс сәпкә берешәр уҡ эләктерергә кәрәк, ат сапмаһа, йә барып етмәһә, результат ноль була Ярыш ойошторолоу йәһәтенән яҡшы булды.  Ике кешегә бер бүлделәр, ә урындағы уғатарҙар үҙ аттары менән килгәндәр. Беҙ ни,  тик үҙебеҙҙең эйәрҙәрҙе генә килтерә алдыҡ. Аллаһ насип итһә, ҡасандыр берәй "коневозка" төшөрөп алғанда, үҙебеҙҙең аттар менән сығыш яһаясаҡбыҙ. Был инде юғарыраҡ күрһәткестәргә ирешергә мөмкинлек бирәсәк. Сөнки, беренсенән, ат конкрет  трассаға күнегергә тейеш. Икенсенән, әлбиттә,  ат һәм  спортсы бер-беренә   өйрәнергә, ныҡлап танышырға тейештәр. Ә тота килеп, тәүләп күргән, холҡон белмәгән атҡа менеп сығыш яһау лотерея уйнаған һымаҡ, далан талап ителә!

-Ярыштан ниндәй уй-ниәттәр менән ҡайттығыҙ?

-Беҙҙең учалылағы күнекмәләргә килгәндә, пландар ҙур.  Иманғол ауылында иппотерапия өсөн айырым урын, һыбайлы уҡ атыу буйынса трасса булдырыу, балалар һәм үҫмерҙәр менән ныҡлап эшләү. Һәм әлбиттә һыбайлы уҡ атыуҙы әһәмиәтле, һәм башҡа спорт төрҙәренән бер ҙә кәм түгеллеген аңлатыу. Кем-кем, ә башҡорттар был өлкәлә иң-иң булырға тейеш!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: