Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Май 2022, 17:48

Атай

- Алло хәйерле көн, һаумыһығыҙ Асия Әхмәҙулла ҡыҙын ишетергә буламы? - трубкалағы яғымлы ҡатын-ҡыҙ тауышы Асияны ойоп ҡына киткән еренән һиҫкәндереп ебәрҙе.

Атай
Атай

Рита Аҡкилдина
Атай

- Алло хәйерле көн, һаумыһығыҙ Асия Әхмәҙулла ҡыҙын ишетергә буламы? - трубкалағы яғымлы ҡатын-ҡыҙ тауышы Асияны ойоп ҡына киткән еренән һиҫкәндереп ебәрҙе.

- Эйе, ул мин булам, - тип кире яуап ҡайтарҙы йәш ҡатын.

- Беҙ һеҙҙең, "Юлдаш" радиоһына ебәргән электрон хатығыҙҙы уҡыныҡ, барыһы ла аңлашыла, атайығыҙҙы тыуған көнө менән ҡотлайһығыҙ, ҡотлау 20-һе көндө шәмбе эфирға сыға, бер генә нюанс: йыр яҙырға онотҡанһығыҙ, ниндәй йыр ҡуйырға?

Ысынлап та, Асия иң ҡәҙерле кешеһен, берҙән-берен, ғәзиз атаһын 70 йәше менән ҡотларға тип хат яҙғайны, донъя мәшәҡәтенә сумып онотоп та киткән... Йыр, ниндәй йыр, был һорау уның башында әллә нисә тапҡыр өйрөлдө...? Еңел-елпене атаһы яратмағанын Асия яҡшы белә.

- Халыҡ йыры, оҙон көйлө булһа бик яҡшы булыр ине.

- Беҙгә исеме кәрәк йырҙың әле 5 көнләп ваҡыт бар, уйлағыҙ ҙа, ошо номерға кире шылтыратығыҙ, зинһар, тик оҙаҡҡа һуҙмағыҙ.

- Апайым менән кәңәшләшәм дә, мотлаҡ шылтратырмын, - тип һөйләшеүҙе тамамланы Асия һәм йомарланып кире юрғаны аҫтына сумды. Үҙенән-үҙе, бер-бер артлы хәтирәләр ебе күҙ алдына килде: бына атаһы фермаға эшкә китергә йыйына, апаһы Санияға 9-10 йәштәр тирәһе, Асияға 6 ғына - "атай тиҙерәк ҡайт, беҙ ҡурҡабыҙ", тип Асия атаһының аяғына һыйына, "ҡурҡма ҡыҙым һеҙ бит икәү, апайың бер нәмәнән дә ҡурҡмай ул" тип Санияға күҙ ҡыҫҡан була. Мин тиҙ генә ҡайта алмайым шул, һауын туҡтағас ҡына, ике һыйыр ауырый, быҙауҙарҙың эсе китә... эш күп. Матур ултырығыҙ, асыҡһағыҙ ашап алығыҙ, мин картуф тәгәрләттем. Ә ул картуфтың тәме, һаман тел осонда тора. Ҡыҙҙар йоҡлап киткәс, һуң ғына ҡайта атайҙары. Иртүк тороп Алаҡайҙы һауа ла, Санияны мәктәпкә уята, сәсен үреп, сәй эсереп мәктәпкә оҙатҡас, тағы эшкә китә. Асия бер үҙе ҡала, көндөҙ ҡурҡмай ул, иптәшкә Һоробайы бар, уға туйғансы һөт эсерә, сынаяҡтарҙы сая, бер генә бөртөк апаһы тегеп биргән ҡурсағы менән туйғансы уйнай ҙа, төшкә табан апаһы, атаһы ҡайтыуына сәй ҡуйып ебәрә. Ҡәҙерлеләренең һәр ҡайтыуы шундай ҡыуаныс ҡыҙыҡай өсөн, йөрәге тибеүен, эске кисерештәрен һаман иҫләй...

Яҙмыш тигәнең кемгәлер вайымһыҙ шул, йәшләй генә ҡатыны үлеп ,бер үҙе ҡалған ир, балаларын ел-ямғыр тейҙермәй,үҫтерергә тырышты.Үгәй әсәй балаларын үҙ итмәҫ тип башҡа өйләнмәне лә, ике ҡыҙҙын яңғыҙ үҫтерҙе . Тырыш булды, эсмәне , Санияға ла, Асияға ла юғары белем алырға ярҙам итте, туйҙар яһап кейәүгә бирҙе. Олатай бәхете лә насип булды, Сания ике ейән, Асия ейәнсәр менән ҡыуандырҙы аталарын. Тик ниңәлер аҙаҡҡы ваҡыт һаулығы ғына ҡаҡшаны,күрһәтергә тырышмаһа ла,йөрәген тотоп йыш ултыра.Быйыл 70 йәшен ҙурлап үткәрергә булдылар ҡыҙҙар.Аталары риза булмаҫын белһәләр ҙә, тап 20-һе көндө сюрприз яһап барып төшөргә булдылар ғаиләләре менән. 

-Апай, радионынан шылтратып һоранылар ниндәй йыр йырлатайыҡ тип, ниндәйерәк йыр ҡуйһындар икән.?

Һуң булһа ла Асия апаһына шылтратты.

- Бәй уның бит яратҡан йыры бар "Зөлхизә". Әсәйемдең исеме...

Асия аптырап ҡалды.

- Эйе әсәй мәрхүм булғас ул гел ошо йырҙы мөңрәй ине, Зөлхизә риүәйәтен һөйләгәне лә булды миңә... Шул йырҙы рәхәтләнеп тыңлар тип уйлайым.

Көндәр үтә торҙо, аталарының тыуған көнө лә етте, түңәрәк табын артына йыйылды Әхмәҙулла ҡарттың балалары. Өҫтәл ризыҡтан һығылып тора, табын түрендә самауыр ялтлап ултыра, барыһы ла шат... Әхмәҙулла ҡарттың ғына күңелендә тыныс түгел, үҙе лә аңламай сәбәбен. Төндә төшөндә Зөлхизәһен күргәйне ап-асыҡ итеп, матур ҡара толомдарын таратҡан, өҫтөндә зәңгәрһыу күлдәк, үҙе бер нәмә лә өндәшмәй, йылмайып, ҡул болғай, ҡайҙалыр саҡыра... Әле лә шул төшөн уйлап, Санияһының уға өндәшкәнен ишетмәне. 

- Атай, атай тим, беҙ һиңә радио аша ҡотлау бирҙек, хәҙер тауышын асам, тыңла әле!

Алып барыусы ҡотлауҙы матур итеп уҡыны, Әхмәҙулла ҡарттың күҙҙәре йәшкәҙәне хатта. Ә йырҙы ишеткәс, ул үҙ ғүмерендә ҡыҙҙары алдында ауыр саҡтарҙа ла бер тапҡыр ҙа иламағанын, был юлы йәштәрен тыя алманы. Улар әллә ҡайҙан, йөрәк түренән сыҡҡан хәтирәләрҙе иҫләпме, йырҙың моңона иҙрәпме аҡтылар ҙа, аҡтылар... Уға ҡарап ҡыҙҙары ла иланы, был бәхетле, рәхмәтле күҙ йәштәре ине...

Иртән яңы таң атты, ҡояш ҡалҡты, ваҡыт туҡтамай алға тәгәрәне, тик Әхмәҙулла ҡарт ҡына мәңгелеккә фани донъяларҙағы Зөлхизәһе янына киткәйне. 

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас: