Яйыҡ
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Май 2022, 18:10

Атай, ярҙам ит!

Бер егет кәләш алған. Аҙна буйы туй мәшәҡәттәре менән йүгерекләп йөрөгән ул. “Мин бер үҙем өлгөрә алмайым, - тип атаһына мөрәжәғәт иткән егет. – Бына һиңә дуҫтарымдың исемлеге. Бөтәһенә лә шылтыратып туйыма саҡырып сыҡ”. “Ярай, улым, борсолма, эшләрмен, - тигән атаһы.

Туй көнөндә егет атаһына үпкә белдергән:
- Мин һинән бөтә дуҫтарыма ла шылтыратырға һораным бит.
- Мин шулай эшләнем, улым.
- Тик исемлектә 50 кеше ине, уларҙың 15-е генә килгән.
- Улым, мин бөтә 50 дуҫыңа ла шылтыраттым. Тик туйға саҡырманым, ә һинең тормошоңда проблема тыуҙы һәм дуҫтарҙың ярҙамы кәрәк, тинем. Һәм бөтәһен дә ошо сәғәттә ошо урынға йыйылырға һораным. Шуға ҡайғырма, һинең ысын дуҫтарың барыһы ла әле бында, - тип ҡосаҡлап алған атаһы.

Сығанаҡ: Зөһрә йондоҙ

Фото интернеттан алынды.

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас: