+24 °С
Ямғыр


1 һәм 2 июнь көнө йәмле Ҡалҡан күле буйында "Ҡалҡан йондоҙлоғо" ҡатын-ҡыҙҙар советының ижади коллективтарының II фестивале уҙғарыла.
Быйыл күркәм сарала 14 ижади коллективтан 100-ҙән ашыу кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Фестиваль үтә ҡыҙыҡлы һәм иҫтә ҡалырлыҡ булырға оҡшай.
Таланттар балҡышы, аралашыу һәм дуҫлашыу мөмкинлеге булдырыусы мәҙәни сара булараҡ та билдәле ул.
Фото ҡала-райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы сайтынан алынды.