

Учалы район суды хәбәр итте: 30 йәшлек ҡатын ун йәшлек улын аҫрауға эш хаҡының дүрттән бер өлөшөн алимент итеп күсерергә тейеш булған. Был йөкләмәне үтәмәй, һаулығы ҡаҡшау, шул сәбәпле эшләмәүе менән аңлата. Ай-вайына ҡарап тормағандар, РФ Енәйәт кодексының 157-се статьяһы менән хөкөм ителде – 6 ай холоҡ төҙәтеү эштәрен башҡарасаҡ, эш хаҡының 5 проценты дәүләт файҙаһына тотоласаҡ.
Бына шулай, элек алимент түләүҙән башлыса ир-ат ҡасып йөрөһә, хәҙер гүзәл зат та ҡалышмай башланы....