

Йәй... Каникулдар... Ләкин хәүефһеҙлек һәм тәртип тураһында ла оноторға ярамай.
Башҡортостан Республикаһының 14.07.2010 йылда ҡабул ителгән N 294-з "Башҡортостан Республикаһында бала хоҡуҡтарының төп гарантиялары тураһында" законына ярашлы, 17 йәше тулмаған балалар өсөн 1 майҙан 30 сентябргә тиклем киске сәғәт ун берҙән иртәнге алтыға тиклем (23.00-6.00) "Комендант сәғәте" индерелә, йәғни ололар оҙатыуынан тыш балалар урамда һәм йәмәғәт урындарында үҙ аллы йөрөй алмай.
Тимәк, йылы осорҙа ( 1 майҙан 30 сентябргә тиклем) "комендант сәғәте" 23.00-дән 6.00-гә тиклем, ә ҡалған айҙарҙа 22.00-дән 6.00-гә тиклем һаҡлана.
Был хаҡта онотмағыҙ, хөрмәтле ата-әсәләр! Һуңынан штраф түләргә тура килмәһен.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.