Яйыҡ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июнь 2022, 15:19

Ҡырҡ сәғәттән дә алда фашланырһығыҙ!

Балыҡ тота, шундуҡ үҙҙәре тотола....

Ҡырҡ сәғәттән дә алда фашланырһығыҙ!
Ҡырҡ сәғәттән дә алда фашланырһығыҙ!

Ҡат-ҡат иҫкәртһәк тә, әллә кеше ысынлап та белмәй, әллә тотолмаҫмын, тип ышана.... Иҫәр аҡыл менән уйлағанда ла,  ау һалыу менән бәйле хилафлыҡтарҙы асыҡлау сағыштырмаса ябай эш бит ул. Ҡырын эшкә тәүәкәлләмәгеҙ, яҡташтар, ҡырҡ йылдан түгел, ҡырҡ сәғәттән дә алда фаш ителәсәкһегеҙ!

Эске эштәр бүлегенең өлкән тәүтикшереүсеһе майор Динара Фәсхетдинова сираттағы күңелһеҙ хәл-ваҡиғалар тураһында бәйән итте беҙгә.

Вознесенка ауылы янында  Кизникей тигән йылға аға. Күрәһең, ауылдың тәү Кинйәкәй  исемен вата-емерә ошолай үҙгәрткәндәр. Урындағы халыҡтан һорашып белдек, ысын исеме һәләк тә матур икән – Йәнбикә!  Нисек кенә булмаһын, ошо  гүзәл атамалы йылғала ауыҙы бешә урта йәштәрҙәге Вознесенка ауылы кешеһенең.  Үҙенең аңлатмаһы буйынса, ике йыл элек Мейәс баҙарында  3 дана ау һатып алған була. Быйыл Йәнбикәнең Үрге быуаһына барып, “Лоцман” тигән тын тултырышлы кәмәһендә  ҡорамалдарын урынлаштыра.   13 балыҡ тотоп өлгөрә һәм үҙе лә полицейҙар ҡулына эләгә. 13 әллә ысынлап та бәхетһеҙ һан микән, табыш әллә ни маҡтанырлыҡ та түгел, әммә РФ Енәйәт кодексының 256-се статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыу өсөн баштан ашҡансы етә. Үҙенең аҡланыуынса,  балыҡ ыуылдырыҡ сәскән дәүерҙә тыйыуҙар барлығы хаҡында мәғлүм булған уға, әммә тап әле ошондай осор икәнлеге хаҡында иҫенә төшмәгән.  Хәҙер был хаҡта суд алдында һөйләргә тура киләсәк инде...

Ә Иҫке Байрамғол ауылынан пенсионер ағай күл буйында йәшәгәс балыҡты ҡармаҡларға ғәҙәтләнгән була. Тик бына, үҙенең аңлатыуынса, яр буйында ниндәйҙер ау тапҡас, вәсүәсәгә ҡаршы тора алмаған. Һынап ҡарарға була.  Ҡулдан үҙе яһаған ағас кәмәлә кисен ау ҡуя, иртәгеһенә таңда үҙе лә тотола. Ни бары 6 балыҡ  эләктерә –суртан, алабуға, ҡорман.  Бер табын ҡорорға ла йүнләп етмәҫ ине буғай, әммә  балыҡ ыуылдырыҡ сәскән мәлдә арттырылған такса менән иҫәпләнгәс, тәбиғәткә зыян 7 550 һум күләмендә килеп сыға.

Исмаһам, яуаплы осорҙоң һуңғы көндәрендә берәйһе һис уйламағанда “енәйәтсе” мөһөрө алмаһын өсөн тағын да иҫкә төшөрәбеҙ:   25 апрелдән 5 июнгә саҡлы етди сикләүҙәр индерелә.Шул иҫәптән, ярҙан бер ҡармаҡ менән генә тоторға рөхсәт ителә. Уныһында ла ҡармаҡҡа эләккән ваҡ балыҡты кире ебәреү, тәүлегенә табышты 5 килограмдан арттырмау һәм башҡа талаптар ҡуйыла. Ау ҡуйыу, башҡаса ҡорамалдарҙы ҡулланыу, кәмә ярҙамында кәсеп итеү ҡәтғи рәүештә тыйыла.  Әлбиттә, тынлыҡ осоро үткәс тә, тыйылған ҡорал менән кәсеп итергә ярамай, әммә тап әле  браконьерҙарға мөнәсәбәт айырыуса киҫкен.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: