

Туңғатар ауылы эргәһендәге яланда Барын-Табын ырыуының балалар һабантуйы үтте. Күркәм сарала балалар араһында ярыштар, уйындар уҙғарылды. Был көндө ҡояш та нурҙарын йәлләмәне, бар йылыһын һабантуйға йыйылған балаларға өләште.
Барын-Табын ырыуының балаларын бер майҙанда йыйыу башланғысы менән тәүгеләрҙән булып Учалы районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, район Советы депутаты, крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Мозафар Ҡадиров тәҡдим яһай. Тәҡдимде Туңғатар ауыл хакимиәте башлығы Алмас Хәмзә улы Ғиззәтуллин менән Илсеғол ауыл хакимиәте башлығы Зәлифә Азамат ҡыҙы Әбшәһитова, мәҙәниәт йорттары мөдирҙәре, ауылдаштар дәррәү күтәреп алалар.
- Балалар һабантуйы ойоштороу уйы күптән тыуған ине. Ни өсөн тигәндә, 1 июнь балаларҙы яҡлау көнөндә сабыйҙарҙың ҡалаға байрамға бараһылары килә, тик бөтәһенең дә мөмкинлеге юҡ. Аҙаҡ ауылдаштар ҙа был тәҡдимде күтәреп алды һәм бына шулай үҙ көсөбөҙ менән балаларға байрам ойоштороп ебәрҙек. Ә ни өсөн Табын ырыуы һабантуйы тигәндә, кескәйҙәр бәләкәйҙән үҙҙәренең ырыуын, ғөрөф-ғәҙәттәрен белеп, күреп үҫһен өсөн. Табын ырыуына егерме ауыл ҡарай, байрамға барыһы ла саҡырылған. Ә балалар нисек шат! Ә балалары ҡыуанғанға һөйөнгән әсәйҙәр! - тине байрамды ойоштороусы Мозафар Харис улы.
Ялан кескәйҙәр тауышынан гөрләп торҙо. Уйындарҙың ниндәй генә төрө уйнатылманы, хатта милли йүгән тартыу, ашыҡ һуғыу, сыбыртҡы уйыны, "Йәшерәм яулыҡ", сыбыҡ менән уҙыш, тоҡ менән һуғышыу, "Аҡ тирәк, күк тирәк", тоҡ кейеп йүгереү, көршәк ватыу, арҡан тартышыу кеүек уйындар ҙа булды. Сабыйҙар рәхәтләнеп йүгерештеләр, һикерҙеләр. Шулай уҡ балалар үҙҙәре һатыу ҙа итте - кемдер бөйөрк, бәрәмәстәр бешереп килтереп аҡса эшләне, кемдер ҡымыҙлыҡ, ҡуҙғалаҡ һатты. Ҡайһы берәүҙәр әсәй-өләсәйҙәре ҡойоп биргән буҙа менән сауҙа итте. Һабантуйҙы йәмләгән концерт номерҙары ла балаларҙың сығыштарынан торҙо. Алып барыусылары ла - кескәйҙәр үҙҙәре.
Уҡтан атыу ҙа һабантуйға күркәмлек өҫтәне. Ысын йәйә менән уҡ тотоп ҡарар өсөн генә лә балалар оҙон сиратҡа баҫты. Ә "Табын батыры" ярышында (ҡороҡ, суҡмар, сыбыртҡы, һөңгө, уҡ) маҡтаулы исемгә Мулдаҡай урта мәктәбе уҡыусыһы Эмил Ғиззәтуллин лайыҡ булды. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Комсомольск урта мәктәбе уҡыусылары Артем Атйетәров менән Ирек Ғәзизуллин яуланылар.
-Бер нәмәгә ҡарамай, ваҡыттарын йәлләмәй, ошондай иҫ киткес күңелле, бай йөкмәткеле байрам ойошторған ойоштороусыларға, ярҙам ҡулы һуҙған бағыусыларға рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ! Балалар һабантуйы йыл һайын уҙып торһон, илдәр тыныс, күк йөҙө аяҙ, балалар бәхетле булып үҫһен, - тине билдәләне район Советы секретары Зариф Ғарипов.
Ниндәй байрам инде ул бүләкһеҙ?! Һабантуйҙа ҡатнашҡан бер кем дә призһыҙ ҡалмағандыр, моғайын. Төшкө ашҡа тәмле былау менән дә һыйланылар үҙҙәрен. Балаларға ҡыуаныс һәм шатлыҡ бүләк итер өсөн бағыусы булараҡ сығыш яһаған "Алтын яр" йәмғиәте директоры Рәүф Хәкимовҡа, "Юлдаш" йәмғиәте директоры Әлфрит Әхтәмовҡа, шәхси эшҡыуар Рушан Вәлиев, Ураҙай Ғиззәтуллинға, ойоштороусыларға ҙур рәхмәт еткерҙеләр. Байрам олоһона ла, кесеһенә лә яҡшы кәйеф, матур ял бүләк итте.