

Бер урлаша башлаған әҙәм туҡтай алмайҙыр инде ул! Учалы район судында 1984 йыл тыуған Учалы ауылы кешеһенә әллә нисә эпизод буйынса енәйәт эше ҡаралды.
Былтыр көҙ, эскән килеш ҡалалағы «ДНС Ритейл» магазинында кәштәнән шым ғына “Makita” шымартыу машинкаһын һәм дисклы бысҡыны сәлдереп, түләмәй сығып маташа. Сауҙа хеҙмәткәрҙәре тотмаһа, 21 465 мең һумлыҡ зыян килтерер ине. Закон буйынса, ҡара ниәтен бойомға ашыра алмаһа ла, бары яуап тоторға тура килә.
Бында борсағы бешмәгәс, автосервис предприятиеһында уңышлыраҡ кәсеп итә –планшет (бәләкәй компьютер), “болгарка” бысҡыһын, смартфон урлай. Предприятие хеҙмәткәрҙәре магазиндыҡылар кеүек уяу булмағандарҙыр инде. Бер иптәше лә, суд алдына баҫтырылған граждан фатирына килгәндә аныһын-быныһын шикләнеп тормағандыр.... Ә ҡәҙерһеҙ ҡунаҡ иптәшенең әсәһенең 7 383 һумлыҡ телефонын урлап алып китә.
Судта ғәйебен таныған, ти, шартлы рәүештә 2 йылға иркенән мәхрүм ителгән. Мәҡәлә яҙылған мәлдә суд ҡарары законлы көсөнә инмәгәйне әле.