

Тыуған ереңә һөйөү ғаиләнән, мәктәп эскәмйәһенән, матурлыҡты күрә белергә өйрәнеүҙән башлана. Йәш быуынды ошо юҫыҡта тәрбиәләүҙә халыҡ ауыҙ-тел ижады ифрат ҙур роль уйнаған, ата-бабаларыбыҙ әкиәт-легенда геройҙарынан өлгө алып үҫкән. Фольклорҙа быуаттар һәм быуындар аҡылы тупланған, рухи ҡомартҡыларыбыҙ яҡшылыҡҡа өйрәтә, аң-белем даирәһен киңәйтә. Бөгөнгө көндә боронғо сәсән-әкиәтселәрҙе әҙәбиәтселәр алмаштырҙы, ә халыҡ менән ижадсыларҙы бергә ялғаусы ныҡлы сылбыр – китапханалар.
2022 йыл Рәсәй халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫы һәм быуындар бәйләнеше йылы тип иғлан ителгәнлеге мәғлүм. Ошоға бәйле ҡаланың 1-се китапханаһында “Библиотөн – 2022” сараһы бик матур ойошторолдо. Уҡыусылар менән “Тыуған яғым һүҙҙәре” («Родного края многоголосье») осрашыуында шағирә Минзәлә Шөғәйөпова, Роза Нуретдинова, Дилара Мәхмүтдинова, Гөлсара Ғәлиханова төбәгебеҙҙең камиллығы, һуғыш, мөхәббәт һәм йәшйеш бәхете тураһында шиғырҙарын уҡыны. Ябай кеше мөнәсәбәттәре, беҙҙе уратҡан мөхиткә һаҡсыл ҡараш тураһында ҡоролған әңгәмә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Урындағы авторҙарҙың китаптарынан күргәҙмә лә сараны тулыландырҙы.
Ә һуңынан барыһын да бик тә үҙенсәлекле “Китап” кафеһына саҡырҙылар. Меню бында “Ауыҙ-тел халыҡ ижады һәм заман шиғриәте” тематикаһынан сығып төҙөлгән: “Варенье-стихотворенье”, “Серле” коктейль, “Мәҡәлдәрҙән салат”, “Әкиттәрҙән ассорти”, “Викторинка” эсемлеге, “Баштан-аяҡ” рулеты һәм башҡа. Рәхәтләнеп, кинәнеп ошо рәүештә һыйланғандан һуң, күмәкләп сәй ҙә эсәләр, иркенләп табын артында аралашалар.
Шағирәләр ойоштороусыларға бар йөрәктән рәхмәт белдерә. Иң бәләкәй артист – Дина Ситдиҡова башҡарыуында башҡорт халыҡ бейеүе, Флүзә Сөләймәнованың йырҙары, Раяз Сафиуллиндың өҙҙөрөп ҡурай тартыуы әсир иткән. Шулай уҡ 10-сы мәктәптең 7-се синыф уҡыусыларына һәм класс етәксеһе Луиза Фәрит ҡыҙы Корепетянға айырыуса рәхмәт белдерәләр, яңы осрашыуҙар көтөп ҡалалар.
Роза Нуретдинова, Учалы ҡалаһы