

Яҡташыбыҙ, Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө (рәйесе) Айнур хәҙрәт Бирғәлин эш сәфәре менән Учалы районында булып китте.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Айнур Азамат улы сығышы менән Баттал ауылынан (1989 йылғы), әлеге яуаплынан-яуаплы вазифаны 2019 йылдан биләй. Был эш сәфәрендә киң йәмәғәтселек менән берлектә Дан стелаһына сәскәләр һалыу тантанаһында ҡатнашты, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына өй буйлап йөрөп бүләктәр тапшырҙы, әңгәмәләр ҡорҙо. Һәм Рысай ауылынан өлкән лейтенант Илгиз Ғәйфуллинға һуңғы оло хөрмәт күрһәтте – ҡаһарманды ерләгәндә шәхсән рәүештә йыназа уҡыны. Ошо ғибәҙәттә ҡатнашыусылар әйтеүенсә, бик тә мөһабәт матәм пәйҙә булған, кешеләр күҙ йәштәрен йота-йота, үҙҙәрен-үҙҙәре онотоп тыңлағандар. Ә Айнур хәҙрәт фажиғәле хәл-ваҡиғаларға бәйле вәғәз дә һөйләй: “ Үлемдән беребеҙ ҙә ҡалмай, иртәме-һуңмы, барыбыҙ ҙа был донъянан китәбеҙ. Фани донъя – ваҡытлыса ғына, һынау өсөн генә, шуға ла ныҡ оҙон ғүмер үтеү үҙмаҡсат була алмай. Бәғзеләр ҡартайғансы йүнһеҙ тормош алып бара, ә кемдер ҡыҫҡа арала ла һынауҙарҙы лайыҡ үтеп, үҙенән һуң яҡшы исем һәм яҡты хәтер ҡалдыра. Илгиздең яҙмышы беҙҙең барыбыҙ өсөн дә аныҡ дәлил, ҡыҫҡа, әммә сағыу, ихтирамға лайыҡ тормош юлы үтте ул, Ватаныбыҙ мәнфәғәттәрен һаҡлап арабыҙҙан китте. Яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ, Аллаһы Тәғәләгә ялбарып, белгән-белмәгән ғонаһтарын ярлыҡауҙы, мәрхәмәт күрһәтеүен үтенәбеҙ”. Иншааллаһ, йәндәре йәннәттә булһын баштарын яу ҡырында һалған мәңге йәш уландарыбыҙҙың!
Башҡортостаныбыҙҙың баш мөфтөйө саҡырыуыбыҙ буйынса редакцияға инеп сығырға ла ваҡыт тапты. Иркенләп һөйләшергә форсат сыҡты. Беренсе һорау – диниә назаратының яңы эш алымы тураһында.
-Эйе, йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә, булғандың ҡәҙерен белергә өйрәтеүгә, оло яугиҙәргә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеүгә айырыуса ҙур әһәмиәт бирә башланыҡ. Байтаҡ ҡала-райондарҙы ошо изге маҡсатта урап сыҡтыҡ, был эш артабан да дауам итәсәк. Донъя һынылыш осоро кисерә бит, хөсөт, ҡотҡо таратыусыларға ҡаршы торор кәрәк!
-Украиналағы хәлдәргә бәйлеме?
-Улай ғына тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ. Күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе, яҙыусы, шәрҡиәтсе һәм дин әһеле, 1923—1936 йылдарҙа Эске Рәсәй һәм Себер Үҙәк диниә назараты мөфтөйө һәм рәйесе Ризаитдин Фәхретдиндең һүҙҙәрен иҫкә алайыҡ: “Күге аҫтында йәшәгән, һауаларын еҫкәгән, һыуын эскән, икмәген ашаган Ватанығыҙҙы ныҡ һөйөгөҙ, унын исемен бөйөк итеү өсөн тырышырыҙ”; “Ата-әсәгеҙҙе, яҡын ҡәрҙәштәрегеҙҙе нисек һөйһәгеҙ, милләтегеҙҙе лә шулай һөйөгөҙ. Милләтегеҙ өсөн хеҙмәт итеүҙе йәнегеҙ өсөн бәхет тип белегеҙ. «Милләт» һәм «Ватан» һүҙҙәрен мәсхәрәләүселәрҙе тыңламағыҙ. Улар шәрәф сифатынан мәхрүм ҡалған бисаралар”. Рәсәй мосолмандары ғүмер баҡый илһөйәрлек менән айырылып торған, ошо йола дауам итергә тейеш.
-Ә шулай ҙа, әлеге халыҡ-ара хәлдәрҙе нисек баһалайһығыҙ?
-Беләгеҙме, йәшерәк саҡта Европаға күсергә форсат сыҡҡайны. Тәүәкәлләргә булдым. Шул саҡ телевизорҙан Германиялағы аҙғын әҙәм балаларының гей-парады күҙгә салынып ҡалды. Ҡуй, тинем үҙемә-үҙем, ошолай шаҡшыланған илгә ҡасандыр ләғнәт мотлаҡ төшәсәк, улар ыңғайына бер ҙә ҡәһәргә ҡалғы килмәй! Шәхсән фекеремә, Көнбайыш илдәрендә ысынбарлыҡта Хоҙайға түгел, Алтын Ботҡа, матди байлыҡҡа табыналар, әлеге донъялағы көрсөк-тетрәнеүҙәр ошоноң тура эҙемтәһелер. Шуныһы ҡыуандыра – Рәсәй мосолман донъяһы менән яҡыная бара, мәҫәлән, рибасылыҡты инҡар иткән мосолман банкингы мөмкинлектәре тикшерелә, тип ҡолаҡҡа салынды. Төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек бара. Бындай миҫалдар бихисап. Иманым камил, ҡалған мосолман донъяһы менән РФ араһында бәйләнеш нығыныуҙа тап Рәсәй мосолмандары гүзәл күпер ролен башҡарасаҡ. Ә Луганск республикаһында үҙем дә булып ҡайттым. Баш менән аңлағанды йөрәк менән дә төшөндөм. Эйе, нисәмә йыл тыныс йәшәргә ирек бирмәгәндәр, был хаҡта ябай халыҡ менән асыҡтан-асыҡ һөйләшкәндә мәғлүм булды, Рәсәйҙе дошман итеп һүрәтләгән дәреслектәрҙе ҡулға тоттом, емерек йорттарҙы, ракета-снаряд соҡорҙарын күрҙем – бәрелеш быйыл ғына башланмауы шик уятмай. Күктә ракета эҙе һәләк тә шомландырғыс күренеш икән, ярар ҙа беҙҙекеләр бәреп төшөрөргә өлгөрҙө....
-Ниндәй маҡсатта барғайнығыҙ?
-Традицион диндәр фашизм һәм нацизмға ҡаршы, тигән ғилми-ғәмәли конференцияға саҡырҙылар. Бик актуаль тема! Аллаһы Тәғәлә бөтә Әҙәм балаларын тиң итеп яралтҡан, кемделер ҡан һәм тән төҫө, милләт буйынса ғына йәберләү – динһеҙлектең аръяғы. Нимә генә һөйләмәһендәр, ышанырға ярамай!
-Үҙҙәрен “мосолман” тигән радикалдар ҙа юҡ түгел бит әле, уларҙы нисек айырып күрергә?
-Беренсенән, хаҡ мосолмандар закондарҙы ихтирам итә. Бола, фетнә ҡуптарырға аҙапланыусылар мосолман түгел! Мосолмандар, христиандар, башҡа конфессия вәкилдәре бер-беребеҙҙең мәнфәғәттәрен иҫәпкә алып (ә был мәнфәғәттәр фәҡәт хоҡуҡ системаһында кәүҙәләнә) йәшәй белгән өсөн генә Рәсәй нисәмә быуат үҫешә һәм һәр ҡайһыбыҙ диненә тоғро ҡала ала. Мосолман ул ниндәйҙер абстракт төшөнсә түгел бит ул, бына беҙгә Аллаһы Тәғәлә фәҡәт Рәсәй мосолманы булыу тәҡдирен биргән. Яҡшы мосолман ул, шул иҫәптән, яҡшы, аңлы, ил закондарына ла буйһонған граждан. Ә радикалдар баш бутамаһын өсөн икенсе төп билдә – ысын мосолман һәр саҡ мәрхәмәтле һәм рәхимле, кемдер золомға, фетнәгә өндәй икән, тимәк, ул мосолман түгел.
-Үҙегеҙ, ғаиләгеҙ турала ентекләберәк әйтмәҫһегеҙме, яҡташтарығыҙға ҡыҙыҡ бит.
-Нимәһен күп һүҙ сурытырға.... Аллаһҡа шөкөр, биш бала тәрбиәләй, тип әйтеү ҙә етер. Һәм грэпплинг буйынса Рәсәй кимәлендә ярышҡа әҙерләнәм, бәлки ҡатнашып булыр.
-Республика чемпионы булыуғыҙ ғына етмәйме ни?
- Аллаһы Тәғәлә биргән һәр ниғмәтте файҙаланып ҡарарға кәрәктер, тип уйлайым. Мин-минлек сәбәпсе түгел бит. Еңеләм икән – сабырлыҡҡа имтихан тип ҡабул итермен, еңәм икән – мосолман һәр өлкәлә өлгө булырға тейеш хакикәтен раҫлауға өлөш индерҙем, тип шатланырмын (ихлас көлә.-Авт.)
-Район халҡына ни әйтер инегеҙ?
-Шөкөр, район властары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырылды. Ниндәй эштәр башҡарылғанын атап тормайым инде, юғиһә, маҡтаныу кеүек килеп сығыр, яҡшылыҡ ҡыл да, һыуға һал, тип әйтә бит башҡорт халҡы. Аллаһы Тәғәлә барыһын да күрә бит ул! Ә гәзит уҡыусыларына тәү сиратта татыулыҡ, берҙәмлек һәм йүнселлек теләр инем. Юғиһә, Украинала күргәндәрҙән һуң, “башҡорт”, “татар”, “типтәр”, “урыҫ” тип айырып, шаярып мәркәләй башлаһалар ҙа, нисектер күңелгә ауыр булып китә. Беҙ барыбыҙ ҙа тәү сиратта Рәсәй, Башҡортостан граждандары һәм мосолмандар. Йүнселлек тә ҡамасауламаҫ ине күптәргә, “Алма беш, ауыҙыма төш”, тип кемделер тиргәп ултырғансы, һәр кемебеҙгә лә үҙен һынап ҡарарға мөмкинлек биргән бит Аллаһы Тәғәлә. Саманан тыш баҙнатһыҙлыҡ йә ялҡаулыҡ мосолманды һис биҙәмәй, тигән фекерҙәмен. Һәм, әлбиттә, барыһына ла иман нуры йоғоуҙы ихлас йөрәктән теләйем!
Фотографиялар – район хакимиәте сайты төркөмөнән - https://vk.com/uchalyraion