

Белорет ҡалаһында самбо буйынса ҡала башлығы призына 2009-11 йылғы үҫмерҙәр араһында ярыш үтте. Башҡортостан, Силәбе, Ырымбур өлкәһенең 11 ҡалаһынан 180
көрәшсе көс һынашты. Шәхси беренселектә Урал дзюдо клубынан Батыр Хөснөтдинов бронза миҙалға лайыҡ булды, Ҡотой дзюдо, самбо мәктәбенән Ислам Солтанов дүртенсе урын алды. Учалы спорт мәктәбенәнРадмир Артыкбаев 2- се урын (тренеры А. В. Гончаров)
яуланы. Был ярыш быйылғы уҡыу йылына йомғаҡлау булды.
Фәһим Шакиров, тренер