Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
6 Июнь 2022, 08:51

Т.Ү.Мәхмүтовҡа "Ауыл тренеры" сертификаты тапшырылды

"Һин  - йәштәрҙең  юлбашсыһы, Изге  эштәргә  маһир. Учалының  бер  йәме  һин, - Спорт  мастеры  Таһир!"

Т.Ү.Мәхмүтовҡа "Ауыл тренеры" сертификаты тапшырылдыТ.Ү.Мәхмүтовҡа "Ауыл тренеры" сертификаты тапшырылды
Т.Ү.Мәхмүтовҡа "Ауыл тренеры" сертификаты тапшырылды

Район хакимиәтте башлығы Руслан Ғиләзетдинов хәбәр итте: "В рамках открытия XI летней Спартакиады учащихся России в ледовом дворце «Уфа-Арена» Глава республики Радий Хабиров вручил денежные сертификаты участникам проекта «Сельский тренер». Обладателем сертификата стал и руководитель спорткомитета Учалинского района, тренер по легкой атлетике Тагир Махмутов. Поздравляю, желаю новых побед и новых высот его воспитанникам".

Ҡотлауҙарға ҡушылабыҙ һәм Таһир Үзбәк улы тураһында Рамай Ҡаһирҙың мәҡәләһен тәҡдим итәбеҙ:

Спорт мастеры Таһир.

 

Мәхмүтов  Таһир  Үзбәк  улы , 1991 йылдың, 23 июлендә  Учалы районының, Ишмәкәй  ауылында  донъяға килә.  Ауылындағы  башланғыс  мәктәптә  уҡыған  сағында  уҡ спорт менән  ныҡлы  шөғөлләнә,  футбол, баскетбол,  югереү буйынса  тик алдынғы  урындарҙы яулай.  Ураҙ  лицейында  туғыҙынсы синыфты уңышлы тамамлаған  егеткә,  Белорет  педогогия  колледжының   физкультура  бүлегенә  уҡырға  инеүе бер  ни тормай!  Алдына  ныҡлы  маҡсаттар  ҡуйған  тырыш  егет  бында ла  үҙен  һынатмай :  еңел  атлетика  буйынса  республика  ярыштарында  ҡатнашып, ҙур  еңеүҙәр  яуларға  өлгәшә!   Сөнки  Рәсәйҙең  атҡаҙанған  тренерҙары  Татьяна  Васильевна  һәм  Евгений  Гаврилович  Сенченколар  ошо  йәш, сәмле, тырыш  егеттең  күңелендә   еңел  атлетикаға  ҡарата  һөйөү,  ихтирам  уятырға  өлгәшәләр.2011 йылда  уҡыу  йортон тамамлағас,  Таһир  Үзбәк  улы  Ураҙ  лицейына  физкультура  уҡытыусыһы  булып  эшкә килә  һәм  уҡыусыларында  спортҡа  ҡарата һөйөү,  ихтирам  уятырға  өлгәшә. Уның  спортсмендары  кросс   буйынса  республика , хатта  Рәсәй  кимәлендә  барған  ярыштарҙа  еңеүселәр  рәтендә  йөрөй!

2012 йылда  әрме  хеҙмәтенә  саҡырыла  һәм  2014 йылдан   Учалы  ҡалаһының  Ижад  һарайында тренер  булып  эш башлай.  Ошо  йылдар  араһында  Таһир  Үзбәк  улы  еңел атлетика  буйынса  бер  спорт мастеры,  спорт  мастерына  ике  кандидат   һәм  бик  күп  беренсе  разрядлы  спортсмендар  әҙерләүгә  өлгәшә.  Улар  Рәсәй  кимәлендә   барған  ярыштарҙа  ҙур  еңеүҙәр  яулап, беҙҙең  Учалы  төбәгенең   данын  күтәрәләр!

Районыбыҙҙа  спортты  үҫтереүгә  күп  көс  һалған,   йәш, тырыш, маҡсатлы  егетте  2021 йылда,  Учалы  ҡалаһының  Йәштәр  сәйәсәте,  спорт  һәм  туризм  комитеты рәйесе  итеп  һайлайҙар.   Таһир  Үзбәк  улы  Юлия  Марсель  ҡыҙы  менән  өлгөлө  ғаилә  ҡороп,  татыу,  матур  йәшәйҙәр.  Ике  бала  тәрбиәләп  үҫтерәләр.

Ошо  изге  күңелле,  ярҙамсыл, кешеләргә  ҡарата  ихтибарлы, ихтирамлы  булған   яҡташыма  ныҡлы  һаулыҡ, ғаилә  именлеге, балалар  ҡыуанысы  һәм  спортта  яңынан – яңы  еңеүҙәр  теләйем!

 

Мәхмүтов  Таһир  Үзбәк  улына.

 

Спорт  мастеры  Таһир.

 

Һин  - йәштәрҙең  юлбашсыһы,

Изге  эштәргә  маһир.

Учалының  бер  йәме  һин, -

Спорт  мастеры  Таһир!

Өлгөлө  атай  ғаиләлә,

Һөйгәнеңә – аҫыл  ир.

Ярыштарҙа  тик  беренсе,

Сәмлеһең,  түгәһең  тир...

Дәрт  - дарманың  ташып  тора,

Һүрелмәй  һиндә  хистәр.

Көрәш, кросс,  дзю – до  ға

Атлығып  тора  йәштәр!

Шахмат,  шашка  уйнай  улар,

Алалар  һөнәр, белем.

Белемле  йәштәр  булғанда

Юғалмаҫ туған  телем!

Алыҫ  араға  югереү

Һинең  шөғөл,  булмышың.

Учалы  төбәген  данлай, -

Еңеүҙәрең,  уңышың!

Һинән  үрнәк,  өлгө  алып

Тир  түгә  күпме  йәштәр.

...Үҙе  бер  китап  яҙырлыҡ, -

Һин  ҡылған  изге  эштәр!   

 

Рамай  Ҡаһир,  шағир, https://vk.com/id470811619

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас