

12 июнь – Рәсәй көнө. Ошо датала шулай уҡ Миәкә районындағы Нарыҫтау итәгендә Башҡортостан мосолмандары йыйыны үтәсәк. Изге тауҙа, Сәхәбәләр ҡәберлеге эргәһендә, халҡыбыҙ, Рәсәй дәүләте, президентыбыҙ В.В.Путин өсөн доғалар ҡылынасаҡ. Бөтә донъя именлеген, тыныслыҡ , Рәсәй дәүләтенең абруйы бөтә Ер шарында нығыныуҙы, илебеҙ, балаларыбыҙ ер-һыу именлеген һорап Аллаһу Сүбәхәнә Тәғәләғә намаҙҙар уҡып, зекерҙәр әйтеп ялбарыу өсөн йыйылабыҙ.
Был йыйында ғалимдарыбыҙ, шағирҙарыбыҙ сығыш яһаясаҡ, билдәле ҡурайсылар, бейеүселәр, йырсылар концерт күрһәтә.
Пәйғәмбәребеҙгә (с.ғ.с.) салауаттар әйтеп, йөрәктәребеҙҙе таҙартып, доғала булып Аллаһтың Рәхмәтен алып ҡайтайыҡ, иншәә Аллаһ.
Сара 12 июнь, 12.00 сәғәттә башлана, һәр кем үҙ машинаһында йә такси яллап бара ала. Белешмәләр өсөн телефон – 8-995-943-38-37.
Мансур хажи Әлтәпов, Рәсәй диниә назараты Учалы районы буйынса имам-мөхтәсибе.