Яйыҡ
+20 °С
Ямғыр
Новости
7 Июнь 2022, 03:27

"Һинең хаҡта матур ғына легендалар йөрөй, Ким!"

Данлыҡлы көрәшсе тураһында матур шиғыр

"Һинең хаҡта матур ғына легендалар йөрөй, Ким!""Һинең хаҡта матур ғына легендалар йөрөй, Ким!"
"Һинең хаҡта матур ғына легендалар йөрөй, Ким!"

Латыпов Ким Хәсән улы, 1959 йылдың, 31 майында, Учалы районының, Тунғатар ауылында тыуа. Учалы урта мәктәбен тамамлай.
Алтынсы синыфта уҡығанда уҡ, ирекле көрәш менән шөғөлләнә башлай. Үҫмерҙәр араһында барған ярыштарҙа алдынғылыҡты бирмәй. 1976 йылда "Ленинсы" гәзитәһе призына барған милли көрәш бәйгеһендә еңеү яулай! Сәмле, тырыш егет, ирекле һәм милли көрәш буйынса, Башҡортостан беренселегенең күп тапҡыр чемпионы була.
1978 -1980 йылдарҙа, Тбилиси ҡалаһында, Армия спорт клубында хеҙмәт итә. Армия чемпионы. Ирекле көрәш буйынса Кавказ хәрби округы чемпионы. Милли көрәш буйынса СССР һәм Рәсәй спорт мастеры.
Бына ошондай билдәле, көслө, маҡсатлы шәхестәр үстергән беҙҙең Учалы төбәге тыуған илебеҙгә. Ким Хәсән улына ҙур рәхмәттәр әйтеп, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, шатлыҡ - ҡыуаныстар теләйем!

Латыпов Ким Хәсән улына.

Һоҡландырып йәшә!

Кешеләр белеп маҡтайҙар,
Күңелең яҡты һәм киң.
Көрәштәрҙә бил бирмәйһең,
Еңеүҙәр яулайһың һин!
Башҡорт данын арттыраһың,
Ярыштарҙа юҡтыр тиң.
Һинең хаҡта матур ғына
Легендалар йөрөй, Ким!
Һеҙҙең нәҫел - данлы ырыу,
Көрәшселәр затынан.
Шөкөр, хәләл тирең түгеп,
Яуланың хөрмәт һәм дан!
Бәйгеләрҙә еңеүсе һин,
Ҡарап торам һоҡланып.
Ипле, ҡыйыу булған өсөн, -
Хөрмәтләй һине халыҡ!
Һаулыҡ, уңыштар теләйем,
Әлегә юҡ һиңә тиң.
...Учалыны данға күмеп, -
Һоҡландырып йәшә, Ким!

  Рамай Ҡаһир, https://vk.com/id470811619

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас