Яйыҡ
+20 °С
Ямғыр
Новости
8 Июнь 2022, 06:30

"Торатау” Конгресс-холында журналистар ҡор йыйҙы

Быйыл форум “Медиатармаҡ һәм журналистика яңы саҡырыуҙар шарттарында” тип аталды.“Медиайыйын” барышында республика етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан журналистарына рәхмәт белдерҙе. “Бигерәк тә беҙҙә үткән ҙур халыҡ-ара сараларҙы оҫта яҡтыртыуығыҙ юғары баһаға лайыҡ”, - тине ул. Республика Башлығы миҫал булараҡ Бөтә донъя фольклориадаһын атаны. Форумда "Яйыҡ" һәм "Учалинская газета" гәзиттәренән хәбәрселәребеҙ ҙә ҡатнашты.

"Торатау” Конгресс-холында журналистар ҡор йыйҙы"Торатау” Конгресс-холында журналистар ҡор йыйҙы
"Торатау” Конгресс-холында журналистар ҡор йыйҙы

Быйыл форум “Медиатармаҡ һәм журналистика яңы саҡырыуҙар шарттарында” тип аталды.

“Медиайыйын” барышында республика етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан журналистарына рәхмәт белдерҙе. “Бигерәк тә беҙҙә үткән ҙур халыҡ-ара сараларҙы оҫта яҡтыртыуығыҙ юғары баһаға лайыҡ”, - тине ул. Республика Башлығы миҫал булараҡ Бөтә донъя фольклориадаһын атаны.

Радий Хәбиров бөгөн журналистарға дәүләт бүләктәре тапшырҙы. “Юлдаш” радиоһының яңылыҡтар редакцияһы комментаторы Гүзәл Ситдиҡоваға “Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде.

Был награда шулай уҡ Спутник ФМ радиоһы алып барыусыһы Трофим Татарниковҡа тапшырылды. “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы баш инженеры Филүс Ҡунафин “Республиканың атҡаҙанған Ай-ти индустрия хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булды.

Форумдың программаһында бер нисә секция эшләне. "Медиайыйын” спикерҙары – “Russia Todaу” телеканалының генераль директоры Алексей Николов, “Аргументы и Факты" йәмғиәте генераль директорының беренсе урынбаҫары Марина Николаевна Мишункина, “Рәсәй 1” телеканалының Яңы медиа хеҙмәте етәксеһе Марина Сезина һәм башҡалар.

Йыйын - тәжрибә, һөнәри оҫталыҡ менән уртаҡлашыу урыны. Шулай уҡ яңы кейстар өйрәнеү өсөн мөмкинлек булды.

Автор:Вилия Янбаева
Читайте нас