

Ошо көндәрҙә Сибайҙа уҙған «Урал аръяғы-2022» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте, «РВМ Капитал» инвестиция төркөмө һәм «Учалы элеваторы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте араһында инвестицион килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Был ҙур проект ауыл хужалығы ерҙәре майҙанын, иген һәм май культураларын етештереү, орлоҡ материалдары етештереү күләмен һәм сифатын һәм Учалы элеваторының етештереү ҡеүәтен арттырыуға йүнәлтеләсәк. Яңы эш урындары булдырыласаҡ.