Яйыҡ
+28 °С
Болотло
Новости
10 Июнь 2022, 03:53

Һабантуй үтте беҙҙә

Юлдаш ауылында балалар һабантуйы

Һабантуй үтте беҙҙәҺабантуй үтте беҙҙә
Һабантуй үтте беҙҙә

 

Юлдаш ауылында балалар һабантуйы үткәрелде. Тәғәйен сәғәткә 1 йәше лә тулып өлгөрмәгән сабыйҙарҙан алып  буй еткән үҫмер ҡыҙ-малайҙар, әсәләре-өләсәләре әүҙем йыйылды.

Ауылда ҡыҙыу эш мәле булыуға ҡарамаҫтан, изге күңелле Тәнзилә Байрамғолова, Гүзәл Ғөбәйҙәллина, Фирүзә Баҡыева, Зилә Әхтәмова, Нажия Мәжәүирова, Ғалибә Нуритдинова, Нилә Тайфурова, Нәғим Аллаяровтар йәш ауылдаштарын хәстәрләп, спорт ҡорамалдарын, ярыш-уйын майҙансыҡтарын алдан әҙерләгән ине.

 Сағыу, тантаналы килеп сыҡты. Байраҡтар тотоп, сафҡа теҙелеп, йырҙар йырлап балалар майҙанды урап сыҡты. Байрам менән ҡотлауҙарға, илебеҙ имен булһын, үҙегеҙ  көслө, һау, белемле булып үҫегеҙ, тип әйтелгән теләктәргә, хас һалдаттарса “Ур-р-ра!” ауазы менән яуап ҡайтарҙылар. Һуңынан тиҙлеккә, сослоҡҡа, оҫталыҡҡа ҡоролған уйындар ҡыҙҙы. Хатта 2-3 йәшлек сабыйҙарға ла хәүефһеҙ, әммә сәмле ярыш уйлап тапҡандар  - биҙрәгә тубырсыҡтар тултырыу. Бер генә бала ла ситтә ҡалманы. Сара бөтә яҡтан уйланылған, күңелле, тәртипле, ойошҡан рәүештә үтте. Балалрҙың бүләк алғанда ҡыуаныуҙарын күреү үҙе бер аңлатып биргеһеҙ ләззәтле кисереш! Юҡҡа ғына әйтелмәйҙер: балаларҙы ҡыуандырыу – иң изге эштәрҙең береһе. Гүзәл Баһауетдинова, Мөнирә Нуритдиновалар байрамға тиклем үк, бүләккә өләшерһегеҙ, тип татлы күстәнәстәрен килтергәйне. Юлдаш мәсете лә ситтә ҡалманы, 6 мең һум аҡса бүлде. Изгелегегеҙ үҙегеҙгә сауап булып ҡайтһын! Шулай уҡ ойоштороусыларға ла бар йәрәктән рәхмәт, бик матур байрам бүләк иттегеҙ. Юҡҡамы ни, таралашҡанда балалар: “Икенсе байрам тағы ҡасан була?”- тип төпсөнәләр ине, сараға иң юғары баһа тап ошолор!

  Мәрйәм Ҡамашева, Аҡҡужа ауылы

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас