

"Мир" картаһы менән коммуналь хеҙмәттәрҙе түләгән осраҡта кешбэк кире ҡайтарыла, йәғни шәхси кабинетта электр, эҫе һыу һәм йылылыҡ өсөн түләһәң, сумманың 1% картаға кире күсерелә икән.
Акция 15 июндән 31 декабргә тиклем уҙғарыла, тип хәбәр ителде. Унда ҡатнашыу өсөн картаны лояллек программаһында теркәргә кәрәк. Быны ике ысул менән эшләргә мөмкин.
«Башэлектросбыт» акционерҙар йәмғиәте клиентының шәхси кабинетындағы махсус баннерға баҫып, тейешле юлдарҙы тултырырға кәрәк.
Йәки картаның сайтына инеп, «Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ» категорияһында акция барған сәхифәлә «активациялау» төймәһенә баҫырға һәм кәрәкле юлдарҙы тултырырға.
Кешбэк аҡса түләгәндән һуң 5-7 эш көнө дауамында күсерелә.
Фото - Яндекс Дзен
Сығанаҡ: "Башинформ"
https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-06-15/mir-kartalary-kommunal-he-m-tt-rg-t-l-g-n-s-n-keshbekte-kire-aytara-2840282