

Йыш ҡына эс ҡатыу, баш ауыртыу, хәлһеҙлек, күкрәк тәңгәлендә ауыртыуҙар йыуан эсәктеү насар, яй эшләүе менән бәйле. Халыҡ дауаһы ярҙамында был органдың эшен тиҙ генә көйләп ебәрергә була.
Бының өсөн беҙгә бер стакан һыу, бер ҡалаҡ бал, бер ҡалаҡ етен орлоғо, бер йәшел алма кәрәк. Ингредиенттарҙың барыһын да (алманы төштәренән таҙартып һалырға) блендерҙа ваҡларға кәрәк. Килеп сыҡҡан масса йыуан эсәккә генә түгел, дөйөм ашҡаҙан-эсәк системаһына файҙалы. Бындай дауаны аҙнаһына ике тапҡыр ҡабатлау ҙа етә.
Етен орлоғо ҡан баҫымын яйға һала, көс биреү үҙенсәлегенә эйә, шулай уҡ май алмашыныуҙы көйләй, кальций сығанағы ла. Диетологтар уны ябығырға теләгәндәргә, шулай уҡ холестеринды кәметеү, эс ҡатыуҙы булдырмау өсөн ҡулланырға ла тәҡдим итә.
Иҫкәрмә: етен орлоғо (льняное семя) ут ҡыуығында таш булғанда ярамай. Шуға күрә был дауаны ҡулланыр алдынан белгес менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.
Сығанаҡ: https://vk.com/telekanal_salyam?w=wall-254895_22455