Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
16 Июнь 2022, 03:43

Кеҫәгә кереү ҙә бурлыҡ, интернетта хәйләләү ҙә бурлыҡ!

Яҡташ-“хакерҙар” хөкөм ителде

Кеҫәгә кереү ҙә бурлыҡ, интернетта хәйләләү ҙә бурлыҡ!Кеҫәгә кереү ҙә бурлыҡ, интернетта хәйләләү ҙә бурлыҡ!
Кеҫәгә кереү ҙә бурлыҡ, интернетта хәйләләү ҙә бурлыҡ!

  Учалы район суды әлеге лә баяғы мутлашыусылар тураһында хәбәр итте. 2020 йыл була әле был хәл, 2004 йыл тыуған ике егетебеҙ (йәғни, ун алты ғына йәшлек үҫмер булалар ул саҡта!) компьютерҙы яҡшы белеүҙәрен ҡырын маҡсатта ҡулланырға булғандар. Махсус сайттарҙа төрлө тауар һатыусылар менән юрамал бәйләнешкә сығалар. Төрлө хәйлә менән уларҙан  банк реквизиттарын белдерттерәләр. Һәм ошо шәхсән мәғлүмәттәрҙе файҙаланып, һатыусының аҡсаһына интернет-магазиндарҙан үҙҙәренә төрлө тауарҙар алдыралар. Ошо рәүештә бер осраҡта -13 654, икенсе осраҡта – 11 120 һум зыян килтерәләр.

 Был көндәрҙә суд үтте. Егеттәр ғәйептәрен таныны, икешәр йылға шартлы рәүештә иректән мәхрүм ителгәндәр. Материал әҙерләнгәндә суд ҡарары законлы көсөнә инмәгәйне әле.  Заман технологиялары буйынса баштары тәгәрәп йөрөп эшләгән егеттәребеҙ  был һәләттәрен файҙалы йүнәлештә эшкә екһендәр, тип теләп ҡалабыҙ.  Юғиһә, дөйә урлау ҙа бурлыҡ, энә урлау ҙа бурлыҡ, мәҡәле икенсерәк тә яңғырай бит әлеге мәлдә: кеҫәгә кереү ҙә бурлыҡ, интернетта хәйләләү ҙә бурлыҡ!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас