Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
16 Июнь 2022, 05:40

Өс ҡыҙ йыландарға тап булған

Ваҡиға Нуриман районының Павловка ауылында теркәлгән.

Өс ҡыҙ йыландарға тап булғанӨс ҡыҙ йыландарға тап булған
Өс ҡыҙ йыландарға тап булған

Ваҡиға Нуриман районының Павловка ауылында теркәлгән. Ике үҫмер ҡыҙ һәм ете йәшлек бала Ҡыҙыл ҡаялар аша һыу төшөргә барған. Кире ҡайтҡанда ҡыҙҙар йыландар өҫтөнә барып сығып, юлды дауам итергә ҡурҡҡан да, ашығыс хеҙмәттәргә мөрәжәғәт иткән.

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары шунда уҡ балаларға ярҙамға килә.

Ҡыҙҙарға медицина ярҙамы талап ителмәгән.

Көндәрҙең йылы тороуына бәйле йыландар һыуға яҡыная, шуға ла ҡотҡарыусылар һаҡ булырға саҡыра. 

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Автор:Алия Даутова
Читайте нас