

Интернеттағы мутлашыуҙарҙың ҡорбандары тураһында даими яҙып торабыҙ. Һуңғы миҫал. Олоғая башлаған яҡташыбыҙҙы бик тә хәйләһеҙ алым менән төп башына ултырталар. Ҡыҫҡаһы, интернеттағы махсус сайтта осһоҙ хаҡҡа төҙөлөш материалдары һатылыу тураһында иғлан күрә. Бәйләнешкә сыҡҡас, һатыусы хаҡты алдан түләүҙе талап итә. Аҡсаны күсерткәс, тәбиғи, шундуҡ ғәйеп була. Яҡташыбыҙ 50 мең һум тирәһе аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡты, төҙөлөш материалдары ла юҡ. Үҙен тәрәтеп киткән кәкре ҡайынды таҡта-баған итеп һис тә ҡулланып булмай шул!