

Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә. Заманы шул – бүлеп бирелгәнде генә көтөп ултырһаң, эшең алға барыуы үтә икеле, төрлө конкурс-проекттарҙа ҡатнашып ҡына предприятиеға, төбәккә өҫтәмә аҡса йәлеп итеү мөмкин. Был бурыстың мөһимлеген БР Башлығы Радий Хәбиров та ҡат-ҡат һыҙыҡ өҫтөнә алғаны булды.
Был йәһәттә “Учалы районы ирекле янғын командаһы” урындағы йәмәғәт учреждениеһын бик күптәргә өлгө итеп ҡуйырлыҡ. Төрлө йылдарҙа ниндәй генә структураларҙың грант-субсидияларын алыуға ирешмәнеләр һәм бар аҡса файҙаға ғына китте. 2020 йыл, мәҫәлән, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының грантын яулап, “Янғындарҙы иҫкәртеү һәм һүндереү” проектын тормошҡа ашырҙылар, профилактика эштәре менән мәшғүл яҡташтарыбыҙҙың техник әҙерлеген күтәреү өсөн шарттар булдырылды; 2021 йыл ошо уҡ конкурста еңеү һөҙөмтәҙендә яңы, ут һүндеререүгә заманса йыһазландырылған “Урал NEXТ” автомобилен ҡайтарттылар, постар юғары баҫымға һәм туҙыуға сыҙамлы “рукав”тар (шлангылар) менән тәьмин ителә.
Быйыл да 4 миллион һум тирәһе Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының грантын яулай алдылар. Тәғәйенләнеше бик тә үҙенсәлекле – ирекле янғын һүндереү берекмәләре, йәғни йәмәғәтселек башланғысындағы структуралар өсөн яңы автомобиль ҡороу. Фәҡәт ауыл ерлегендә ҡулланыу күҙ уңында тотола.
Проектҡа патент та алынған, тимәк, бик төплө рәүештә әҙерләнгән, юғары квалификация талап иткән эш. Авторы Фәнис Фәрит улы Шахмановты районыбыҙҙа күптәр белә инде. Янғындарға ҡаршы көрәш менән 1994 йылдан шөғөлләнә. 24-се янғын һүндереү-ҡотҡарыу часы начальнигы вазифаһында өлгөлө хеҙмәт итте, һуңынан РФ Граждандар оборонаһы, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм тәбиғәт ҡасафаттары эҙемтәләрен бөтөрөү министрлығының БР буйынса идаралығы начальнигы вазифаһына ла үрләтелә, махсус техника мәсьәләләре менән яҡындан ныҡлап шөғөлләнә. 2020 йыл подполковник дәрәжәһендә отставкаға сыҡты, әммә белеме һәм ифрат бай тәжрибәһе тәләф булмай – Учалы ирекле янғын командаһын етәкләй ул хәҙер. Тынғыһыҙ көндәлек эш мәшәҡәттәренә баҫылмайынса, яңы идеяларҙы тормошҡа ашырыу, техниканы камиллаштырыу буйынса эшмәкәрлеге тәрән ихтирамға лайыҡ!
Тәжрибә-конструктор моделе «УАЗ-Профи» автомобиле базаһында ҡороласаҡ. Тейешле һынауҙар үтеп, аккредитацияланған махсус лабораторияла хупланғандан һуң, үҙгәртеп ҡороу эштәрен киң йәйелдерергә, янғын һағы берекмәләрен тәьмин итә башларға мөмкин буласаҡ.
Кемдер, ә ниңә “ҡайтанан вилсәпит уйлап табыу” кәрәк булды, тип тә һорар, төрлө техника хәҙер бихисап, ниңә яңы төрө менән ҡаңғырырға? Кәрәк икән шул! Янғынға ҡаршы йәмәғәт ойошмаларына ҡағиҙә булараҡ дәүләт подразделениеларынан файҙаланыу ваҡыты сыҡҡан янғын һүндереү автомобилдәре (автоцистерналар) тапшырыла. Улар ҙур һәм ҡеүәтле, баштан уҡ ҡала, сәнәғәт предприятиелары биләмәләрендә эш итергә тәғәйен. Ә бит ҙур булыуҙың кире яҡтары ла бар: яғыулыҡты мул ашайҙар; һыуҙы күп йөрөткәс, артыҡ ҡыуа башлаһалар, боролош урындарында түңкәрелеүҙәре мөмкин; ауылдағы тар тыҡрыҡтарға, ихата эсенә үтә алмайҙар; борон һалынған депо ҡапҡаларына һыймайҙар һәм башҡа. Образлы әйткәндә, баҡсанан ҡарға өйөрөн ҡыуыу өсөн дәү артиллерия тубына ҡарағанда мылтыҡ күпкә ҡулайлыраҡ!
Аллаһ бойорһа, был йыл бөткәнсе ауыл ерлегендә эш иткән ирекле янғын формированиелары өсөн махсус автомобиль өлгөһө әҙер ҙә буласаҡ. Юлда тотороҡло, йылғыр һәм етеҙ, һуңлабыраҡ килеп, аҙып өлгөргән ҙур янғынды һүндергәнсе, аҙыраҡ күләм һыу менән алданыраҡ ут бәләһен ауыҙлыҡлау өсөн тәғәйен автомобиль һынау өсөн әҙер буласаҡ. Хәйерле сәғәттә!
Белешмә. “Учалы районы ирекле янғын командаһы” урындағы йәмәғәт учреждениеһы 2012 йыл ойошторолдо. 8 команда һәм бер авария-ҡотҡарыу хеҙмәтен берләштерә. 88 ултыраҡты, район биләмәләренең 70 процентын уттан ҡурсалай.
Былтыр районыбыҙҙа 267 янғын һүндереүҙә ҡатнашалар, шул иҫәптән 57 осраҡта үҙ аллы, федераль янғын хеҙмәтен килтертмәйенсә лә бәләгә сик ҡуялар. 24 тапҡыр урман янғындарын һүндереүгә йәлеп ителәләр. Бынан тыш, 6 мәртәбә водолаз хеҙмәте күрһәтергә тура килгән уларға.
“Учалы районы ирекле янғын командаһы” оҡшаш учреждениелар араһында ҡат-ҡат Башҡортостан Республикаһында иң яҡшы тип рәсми рәүештә танылды.
Команданың төп өҫтөнлөгө – таралған көйөнсә урынлашыуҙары, шул сәбәпле янғын урынына эш олоға киткәнсе тиҙ килеп етә алалар ( 2012 йылдан ауыл ерлегендә ҙур янғындар ҡубыуға юл ҡуйылманы). Ә яңы техника менән тәьмин ителәләр икән, ярҙамға килеү ваҡыты тағын да апаруҡ ҡыҫҡарыр.
Эйе, грант отоуҙары бик ҡыуаныслы. Тик әллә була, әллә булмай тигән сығанаҡтарға ғына ҡарап һөҙөмтәле эшләп, бурыстарҙы тейешенсә атҡарып булмай. Бер мискә балға бер тамсы дегет тамыҙайыҡ. Команда эшмәкәрлеген финанслауҙың бер тос сығанағы – граждандарҙың иғәнәләре. Ошо рәүештә 2021 йыл 1 млн 215 мең һум туплана ( 2020 йылдан 281 меңгә аҙыраҡ). Иң ҙур сумманы (158 800 һум) Ахун ауыл Советы йыйып тапшыра. Шулай уҡ Амангилде, Илсеғол, Кирәбе, Наурыҙ, Яңы Байрамғол, Поляковка, Ураҙ, Уральск ауыл ултыраҡтарының был тәңгәлдәге эше ыңғай баһалана. Ә ҡалғандар?
Ҡарунланмағыҙ, яҡташтар, иғәнәләр ҡиммәт түгел бит! Янғын ҡубып, ярҙам ваҡытында килеп өлгөрмәй икән, йөҙәрләгән,меңәрләгән тапҡыр күберәк сығып китәсәк, Хоҙай һаҡлаһын!